From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡараһыу (рус. Карасева) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Шумиха районындағы ауыл. Галкин ауыл Советы составына инә.
Ҡурған өлкәһенең Силәбе менән йәнәш урынлашыуын, Ҡараһыу атамаһы бик йыш осрауын иҫәпкә алып, Силәбе өлкәһенең топонимикаһын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Ивановичтың «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә «Караси» топонимы урыҫ теленә башҡорт телендәге «ҡара һыу» — «река с чистой, прозрачной водой», или «речка, берущая начало из источника» тигәндән үҙгәреп килеп ингән тип яҙғанынан сығып аңлатырға мөмкин. Башҡорт телендә «ҡаран» тигән һүҙ ҙә бар. Шулай уҡ ғалим топонимдың Ҡараса, Ҡарас тигән ирҙәр исеменән булыуы ихтималлығын да яҙа[3][4]
Ҡурған өлкәһенең көнбайышында ауылда, урман зонаһында, көнсығышта автомобиль 37Н-2224 (Карачельское — Прошкин — Ленинка) автомобиль юлынан (туранан-тура), райондың административ үҙәге Шумиханан төньяҡ-көнбайышҡа яҡынса 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Абсолют бейеклеге — диңгеҙ кимәленән[5] 161 метр.
Климаты континенталь, аҙ ҡарлы һалҡын ҡышы һәм ҡыҫҡа йылы йәйе менән ҡылыҡһырлана. Иң йылы ай (июль) айыныың уртаса температураһы 18,5 °C (абсолют максимумы — 39 °C) тәшкил итә; иң һыуыҡ айы (ғинуары) — −16,8 °C (абсолют минимумы — −48 °C). Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме 429 мм, шуның 323 миллиметры йылы осорға тура килә[6].
Ҡараһыу ауылы, бөтә Ҡурған өлкәһе кеүек МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[7]. |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[8] |
2 |
2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың гендер структураһында ир-егеттәр халыҡтың 50 %, ҡатын — ҡыҙҙар 50%-н тәшкил итте.
2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, һөҙөмтәләренә ярашлы, халыҡ структураһында 6 кешенең милләте урыҫ, йәғни 100 % тәшкил итте[9]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.