From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡадиров Рәфис Фәйез улы (рус. Кадыров Рафис Фаизович; (7 июнь 1955 йыл) — банк хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1993 йылдан «Восток» Халыҡ-ара коммерция банкының рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Советтың Республиканың, ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш буйынса комиссия ағзаһы.
Ҡадиров Рәфис Фәйез улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 7 июнь 1955[1] (69 йәш) |
Тыуған урыны | Көнгәк, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Рәфис Фәйез улы Ҡадиров 1955 йылдың 7 июнендә Башҡорт АССР-ының Асҡын районы Көнгәк ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1983 йылда Башҡортостан дәүләт медицина институтын, 1993 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Иҡтисад һәм социология институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын, 1974 йылда медицина училищеһын тамамлағас, район тиҙ ярҙам станцияһында фельдшер булып башлай. 1974—1976 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Алыҫ Көнсығыш больницаһында фельдшер булып эшләй. Медицина институтын тамамлағас, Өфөлә 13-сө дауаханала интернатура үтә. 1984—1989 йылдарҙа 21-се дауаханала реаниматолог. 1989—1993 йылдарҙа «Восток» кооператив банкының идараһы рәйесе. 1993 йылдан «Восток» Халыҡ-ара коммерция банкының рәйесе. [2] Өфө ҡалаһы Совет районы, 63-сө Молодежный һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республиканың, ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш буйынса комиссия ағзаһы. [3]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.