Ҡабырға
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡабырға (лат. costa,ae f., рус. ребро) — дуға һымаҡ яҫы ҡушарлы һөйәк. Ҡабырға һөйәктәре умыртҡа менән күкрәк һөйәген тоташтырып, күкрәк ситлеген төҙөй.
Ҡалынлыҡтары 5 миллиметрҙан үтмәй тиерлек.
Ҡабырға | |
Кеше ҡабырғалары | |
Ҡабырға | |
Латинса исеме |
costa,ae f. |
---|
Ҡабырға өс өлөштән тора:
Ҡабырға тышҡы яҡтан ҡабарынҡы, эске яҡтан батынҡы була.
Ҡабырғаның өҫкө ҡыры түңәрәкләнеп тора. Ә аҫҡы ҡыры ҡыҫынҡы була.
Кешенең һөлдәһендә 12 ҡушарлы (пар) ҡабырға бар. Күкрәк ситлеге 37 дана һөйәктән төҙөлгән. 12 күкрәк умыртҡаһынан, 12 ҡушарлы ҡабырға һөйәгенән һәм күкрәк һөйәгенән.
Һәр бер күкрәк умыртҡаһының ике яғынан артҡы остары (һөйәк башы) менән берәр ҡабырға тоташҡан.
Ҡабырғалар, күкрәк умыртҡаларының төп һөйәгендәге соҡорҙар эсендә боролоп, үҙҙәренең торошон үҙгәртә, бер аҙ күтәрелә һәм түбәнәйә алалар.
Өҫкө 10 ҡуш ҡабырға, һығылмалы тығыҙ кимерсәктәр ярҙамында, алғы остары менән яҫы күкрәк һөйәгенә тоташа. Ҡабырғаларҙың ике түбәнге пары ҡалғандарынан ҡыҫҡараҡ була һәм күкрәк һөйәге менән тоташмай.
Күкрәк умыртҡалары, ҡабырғалар һәм күкрәк һөйәге күкрәк ситлеген төҙөй. Ҡабырғалар араһында урынлашҡан мускулдар менән бергә күкрәк ситлеге күкрәк ҡыуышлығын өҫтән, алдан, ян яҡтарҙан һәм арттан сикләп тора.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.