Ғәниев Әлмир Әмир улы
ғалим инженер-металлург. Техник фәндәре докторы (2001), проф. (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
ғалим инженер-металлург. Техник фәндәре докторы (2001), проф. (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәниев Әлмир Әмир улы (24 октябрь 1940 йыл) — ғалим инженер-металлург. Техник фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007)[1]. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001–2009 йылдарҙа иретеү производствоһы машиналары һәм технологияһы кафедраһы мөдире.
Ғәниев Әлмир Әмир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 октябрь 1940 (83 йәш) |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Миндәк, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инженер-металлург |
Эш урыны | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт техник университеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғәниев Әлмир Әмир улы 1940 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Миндәк ауылында тыуа.
1963 йылда Свердловск ҡалаһында Урал политехник институтын тамамлай.
1963–1966 йылдарҙа – өлкән, төп инженер.
1967–1969 йылдарҙа – Өфөлә Авиация технологиялары һәм производствоны ойоштороу ғилми-тикшеренеүның Урал филиалының кесе ғилми хеҙмәткәре
1970–1972 йылдарҙа – Ленинград политехник институтының аспиранты
1973 йылдан – Өфө авиация институтында уҡыта – ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор.
2001–09 йылдарҙа машиналар һәм иретеү производствоһы технологияһы кафедраһын етәкләй[2].
2000 йылда техник фәндәр докторы исеменә дәғүә итеп, «Повышение жаропрочности литейных никелевых сплавов с использованием методов активного и пассивного экспериментов» темаһына диссертация яҡлай[3].
Фәнни тикшеренеүҙәре утҡа сыҙамлы композициялы иретмәләрҙең синтезы, уларҙың утҡа сыҙамлылығын арттырыуҙың теоретик һәм технологик принциптарын эшләү менән бәйле. Ғәниев никель иретмәләренең 20-нән ашыу төрөн (СЖСИ-1, СЖС-2, УГАТУ-1, УГАТУ-2 һ.б.) аса, иретеү һәм газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксәләрен УГАТУ-1 һәм СЖС-2 иретмәләренән ҡойоп яһау, изотермик штамповкалау өсөн инструменттарҙы ЖС95-ДУ иретмәһенән ҡойоп яһау, порошоктарҙы плакирлау юлы менән иретмәләр сығарыу һәм СЖСИ-1 иретмәһенән быраулау инструменттарын ҡойоп яһау технологияларын уйлап таба. Асыштары Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре пр-тиеларында индерелгән. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 42 уйлап табыу авторы[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.