From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәмер ибн Ғөбәйд (мил.699 й., Бәлх, хәҙ. Афғанстан — мил. 761) — мөғтәзилилеккә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Ғәмер ибн Ғөбәйд | |
ғәр. عمرو بن عبيد | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
Тыуған көнө | 699[1] |
Тыуған урыны | Балх[d], Балх[d], Афғанстан |
Вафат булған көнө | 761[1] |
Һөнәр төрө | Мөтәкәллимдәр |
Йоғонто яһаусы | Хәсән әл-Басри һәм Васил ибн Ата[d] |
Ғәмер ибн Ғөбәйд 699 йылда Бәлх (Вәзирабад) ҡалаһында тыуған. Атаһы менән бергә ул Бәсраға күсеп килә, шунда әл-Хәсән әл-Бәсриҙың уҡыусыһы булып китә. Ҡайһы бер урта быуат авторҙары фекеренсә, мөғтәзилилектең барлыҡҡа килеүе Үәсил ибн Ғата менән түгел, ә нәҡ Ғәмер ибн Ғөбәйд менән бәйле. Ғәмер ибн Ғөбәйд, дөйөм алғанда, мөғтәзили мәктәбен булдырыуы төп ҡаҙаныш булып торған Үәсил артынан эйәрә[2].
759 йылда мөғтәзилиҙәр исеменән хәлифә әл-Мансур менән уның яҡлыларҙың Ираҡтағы Алисылар династияһын пропагандалаусы Мөхәммәт ән-Нәфс Әз-Зәкигә мөнәсәбәте айҡанлы һөйләшеүҙәр алып барырға тейеш була. Мөғтәзилиҙәр Мөхәммәт ән-Нәфскә яҡшы ҡарашта булһа ла, Ғәмер ибн Ғөбәйд нейтралитет һаҡлап ҡала ала. Ул 761 йылда Алисылар ихтилалы башланыуға тиклем вафат була[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.