From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәлин Ғәлинур Хәлим улы (рус. Галин Галинур Халимович; 20 август 1948 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр, хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999)[1] һәм икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте — башҡорт.
Ғәлин Ғәлинур Хәлим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 20 август 1948 (76 йәш) |
Тыуған урыны | Ибраһим, Еҙем-Ҡаран ауыл советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ветеринар |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғәлинур Хәлим улы Ғәлин 1948 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ының Ғафури районындағы Ибраһим ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1978 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлай.
Ғәлинур туған ауылында башланғыс белем алып, артабан Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә уҡый[2]. Хеҙмәт юлын юғары уҡыу йортона ингәнгә тиклем — 1966 йылда Ғафури районының Мәжит Ғафури исемендәге колхозында тракторсы булып башлай.
1967—1969 йылдарҙа — Совет Армияһында хеҙмәт итә.
Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 1969 йылда ҡайтҡас Ғафури районының М.Ғафури исемендәге колхозында трактор бригадаһында иҫәпсе булып эшләй, артабан ошо уҡ хужалыҡтың һөтсөлөк фермаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр[3].Шул уҡ йылда ситтән тороп Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумының зоотехния бүлегенә уҡырға инә.
1984 йылда «Ағиҙел» колхозы эшсәндәре бер тауыштан Ғәлинур Хәлим улын үҙҙәренең етәксеһе итеп һайлап ҡуя[4].
1996 йылдың көҙөндә республика Президенты М. Ғ. Рәхимовтың Указы менән Ғәлинур Хәлим улы Ғафури районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә[5]. Был вазифала ул ул2000 йылға тиклем эшләй.
Артабан хаҡлы ялға туҡтағанға тиклем төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй.
1997 йылдың 31 мартында Ғәлин Ғәлинур Хәлим улы Ғафури районы буйынса 43-сө Ғафури һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған[6], ә 1999 йылда иһә Ғафури районы буйынса 42-се Ғафури һайлау округынан икенсе тапҡыр республиканың закондар сығарыу юғары органына Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатлығына кандидат итеп күрһәтелгән һәм халыҡ уға ышаныс күрһәткән. Дәүләт Йыйылышы Вәкилдәр Палатаһының Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы ағзаһы булған[7].
Ауыл хужалығын үҫтереү өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн уға «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән исем бирелә, райондың үҫеше йәһәтенән башҡарған эштәре өсөн маҡтау грамоталары менән бүләкләнә[8].
Ибраһим ауылының маһир балта оҫтаһы Хәлим Латип улы менән Миңнезифа Әблеғәфәр ҡыҙының ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән. Уҡытыусы Лиә Хәйрулла ҡыҙы менән 3 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр[9]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.