From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәйзулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла
Викидатала элемент юҡ |
Ғәйзулла ғәрәпсәнән үҙләштерелгән — ғәйз (бөйөк, оло, хөрмәт, дан)+улла (алла)[1]
Сөләймәнова Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы (5 февраль 1940 йыл) — ғалим-педагог, партия хеҙмәткәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1985—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. Башҡорт АССР-ының 11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1981). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995).
Миңлеғолов Зиннәт Ғәйзулла улы — (12 февраль 1904 йыл — 1976 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы
Ишморатов Мансур Ғәйзулла улы (1913 йыл — 1 февраль 1945 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.
Ғәйзуллин Усман Ғәйзулла улы (? — 1915 йыл — 29 сентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон взводының командир ярҙамсыһы.
Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы (25 сентябрь 1961 йыл) — музыкант. 1987 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын ойоштороусы, 2001 йылдан — уның художество етәксеһе, артабан директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы.
Ғәйзулла — Яныбай Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» романы геройы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.