Ғиләжев Мансаф Тажетдин улы (17 май 1933 йыл — 13 октябрь 2021 йыл) — журналист һәм яҙыусы. 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1986 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Ғилемдар Рамаҙанов (2008) исемендәге премиялар лауреаты.

Ҡыҫҡа факттар Исеме:, Тыуған көнө: ...
Мансаф Ғиләжев
Исеме:

Ғиләжев Мансаф Тажетдин улы

Тыуған көнө:

17 май 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Саҡмағош районы Иҫке Бәшир ауылы

Вафат булған көнө:

13 октябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (88 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡ.

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист һәм яҙыусы

Ижад йылдары:

1960 - 2021

Жанр:

журналистика һәм проза

Дебют:

"Осрашыу кисәһе" (1974)

Наградалары:

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия

Ябырға

Биографияһы

Мансаф Тажетдин улы Ғиләжев 1933 йылдың 17 майында Саҡмағош районының Иҫке Бәшир ауыл советына ҡараған Сәрмәсән йылғаһы буйындағы Яңы Йомран ауылында тыуған. Күрше Яңы Ҡалмаш ауылында тулы булмаға урта мәктәптә белем алғас, 1947 йылда Борай районының Салҡаҡ урта мәктәбенә уҡырға китә. Өлгөргәнлек аттестаты алғас, Алдар ауылында башланғыс мәктәптә мөдир булып эшләй. Өс йыл армия сафтарында хеҙмәт итә. Ҡырғыҙ далаларында осоусылар мәктәбендә уҡый. Офицер погондарын һалғас, К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, һәм 1960 йылда тамамлай.

Сирек быуатҡа яҡын ғүмерен Башҡортостан телевидениеһында мөхәррир, өлкән мөхәррир, баш мөхәррир вазифаларын башҡарып үтә. 1984 йылда Мансаф Ғиләжевты Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә күсерәләр. Унда дүрт йылға яҡын баш мөхәррир булып эшләй. Ул — 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты,
  • Миҙалдар

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.