музыкант, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2010). From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғафаров Искәндәр Алмас улы (5 апрель 1990 йыл) — музыкант, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2010).
Искәндәр Ғафаров 1990 йылдың 5 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған. Уның атаһы — билдәле музыкант Алмас Ғафаров, шулай уҡ Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1998). Искәндәр Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы махсус музыкаль мәктәп-интернатта уҡый (1998—2008). Артабан ул сәнғәт институтына уҡырға инә (уҡытыусыһы — профессор Рөстәм Шәйхетдинов).
Искәндәр Ғафаров бик күп абруйлы конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты.
2010 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының икенсе курсы студенты Өфө педагогы Рөстәм Шәйхетдиновтың тәрбиәленеүсеһе Искәндәр Ғафаров Парижда үткән Х Халыҡ-ара Александр Скрябин исемендәге пианистар конкурсында ҙур еңеү яуланы. Халыҡ-ара баһалама комиссияһын етәкләгән Петр Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы профессоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Михаил Воскресенский Искәндәр Ғафаровҡа беренсе премия тапшыра. 19 йәштән 25 йәшкә тиклемге категориялағы башҡарыусылар араһында Искәндәр иң кесеһе булып сыға. Шуға ҡарамаҫтан, йәш музыкант жюри иғтибарына 40 минутлыҡ ифрат ҡатмарлы программаһын уйнап ишеттерә. Мотлаҡ программаға ингән Скрябин, Гендель, Прокофьев, Дебюсси әҫәрҙәренән тыш Искәндәр үҙенең сығышына башҡорт композиторы Айрат Ҡобағошовтың әҫәрен өҫтәй[1].
2011 йылда Ференц Листтың 200-йыллығына арналған Халыҡ-ара конкурс-фестивалендә Искәндәр Ғафаров музыкаль вуздар студенттары араһында 1-се премияны яулай. Конкурс Венгрияла үтә. Жюри ҡарары буйынса Искәндәр Ғафаровҡа һәм Руслан Воротниковҡа шулай уҡ Равель һәм Метнерҙың әҫәрҙәрен иң яҡшы башҡарғаны өсөн махсус дипломдар тапшырыла[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.