From Wikipedia, the free encyclopedia
Яҫы селәүсендәр тибы(лат. Plathelminthes, әйки Platyhelminthes, рус. Плоские черви, бор. грек. πλατύς — киң, һәм ἕλμινθος) — сөсө һәм диңгеҙ һыуында йәшәй, бик күптәре кешенең һәм хайуандарҙың эсәк буйҙарыда паразитлыҡ итеп бик күп зарар килтерә торған, ябай төҙөлөштәге ялпаҡ селәүсендәр[1].
Яҫы селәүсендә | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||
|
||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||
Plathelminthes Gegenbaur, 1859 | ||||||||||
Класс | ||||||||||
| ||||||||||
|
Яҫы селәүсендәр тибына өс ҡатлы, ике яҡлы симметриялы хайуандар керәләр. Уларҙың тән стенкаһы өс ҡатлау: экто-, энто- һәм мезодерма күҙәнәктәренән барлыкка килгән.
Хәҙерге ваҡытта яҫы селәүсендәрҙең 12,5 мең төрө билдәле. Улар бер нисә класка берләшкән: Керпексәле (төклө) селәүсендәр, Имгес селәүсендәр, йәки Трематодалар һәм Таҫма селәүсендәр.
Һуңғы ике класс эволюция процессында паразит йәшәү рәүешенә күскән һәм, төзөлөшөндәге үҙенсәлектәр менән, ирекле йәшәүсе төклө селәүсендәрҙән шаҡтай айырылып тора. Улар, бигерәк тә таҫма селәүсендәр, хужа организмынан ситтә йәшәргә мөмкинлек биреүсе күп кенә ағзаларын һәм системаларын юғалтҡандар.
Яҫы селәүсендәрҙең тәне өс ҡатлы. Ул эпителий менән (ирекле йәшәүселәрҙең — төклө эпителий) ҡапланған тире-мускул ҡапсыҡтан тора, эпителий аҫтында мускул ҡатлау урынлаша; тән ҡыуышлығы юҡ.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.