From Wikipedia, the free encyclopedia
Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы (16 октябрь 1953 йыл) — башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2006) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты. Бөтә донъя башҡорттары (III, IV) Ҡоролтайы (Конгресы) делегаты, башҡарма комитеты кәңәшмәһе ағзаһы һәм башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары булды. 2019 йылдан Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Халыҡтар дуҫлығы (2023) һәм Салауат Юлаев (2019) ордендары кавалеры.
Гөлфиә Янбаева | |
Исеме: |
Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева |
---|---|
Тыуған көнө: |
16 октябрь 1953 (70 йәш) |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
журналистика |
Ижад йылдары: |
1976 — |
Йүнәлеше: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Премиялары: |
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2006), Рәми Ғарипов исемендәге премия. |
Наградалары: |
«Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2012) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997) |
Республика баш ҡалаһында башҡорт телендә баҫтырылған «Киске Өфө» ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзитенә нигеҙ һалыусы (2002) һәм баҫманың баш мөхәррире (2002 йылдың ноябрь айынан).
Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева Башҡорт АССР-ының Маҡар районы Маҡар районы[2] Ҡанаҡай ауылында 1953 йылдың 16 октябрендә тыуған.
1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1976 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй башлай. 1980 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре, 1995—1998 йылдарҙа һәм 2002 йылдың февраленән октябренә тиклем «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире булып эшләй.
2002 йылдың ноябрь айынан баш ҡаланың башҡорт телендә сыҡҡан «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире[3].
Гөлфиә Янбаева «Йөрәккә уйылған ғәм» исемле китап авторы. Был китап 2006 йылда баҫылап сыҡҡан һәм шул уҡ йылда Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булған[6].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.