Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Югосла́вия короллеге (сер. Краљевина Југославија, хорв. Kraljevina Jugoslavija)[1] — Балҡан ярымутрауының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан дәүләттең 1929—1941 йылдарҙа (формаль рәүештә 1945 йылға тиклем) рәсми атамаһы. Хәҙер был территорияла Словения, Хорватия, Сербия, Черногория, Босния һәм Герцеговина, Македония һәм Косово илдәре урынлашҡан.
Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллеге Югославия короллеге | |||||
Краљевина Југославија Kraljevina Jugoslavija | |||||
| |||||
Девиз: «серб-хорват кир. Један народ, један краљ, једна држава | |||||
Гимн: «Химна Краљевине Југославије» Югославия короллеге гимны | |||||
1918 — 1941 (1945)
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала | |||||
Телдәр | |||||
Идара итеү формаһы |
дуалистик монархия | ||||
Династия | |||||
Валюта |
югославия кронаһы (1920 йылға тиклем) | ||||
Тарихы | |||||
• 1 декабрь 1918 |
Бойондороҡһоҙлоҡто иғлан итеү (Австро-Венгриянан) | ||||
• 6 ғинуар 1929 |
Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллегенең исемен Югославия короллеге тип үҙгәртеү | ||||
• 6 апрель 1941 |
Югославияны оккупациялау | ||||
• 29 ноябрь 1945 |
Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы иғлан ителә | ||||
Югославия короллеге Викимилектә | |||||
Король Александр I Ҡарагеоргиевич яһаған дәүләт түңкәрелешенән һуң, 1929 йылдың 6 ғинуарында «Югославия» атамаһы ҡабул ителә. Быға тиклем 1918 йылдың 1 декабренән ил Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллеге (сер. Краљевина Срба, Хрвата и Словенаца) тип аталған.
1921 йылда Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллегенең Ойоштороусы скупщинаһы «Видовдан конститутцияһын» ҡабул итә. Бынан һуң Александр I Ҡарагеоргиевич король булып китә. 1921—1929 йылдарҙа сәйәси партияларҙы сикләгән саралар ҡабул ителә. 1921 йылдың 1 авгусында ҡабул ителгән «Дәүләтте ҡурсалау тураһында» закон Югославия коммунистар партияһын тыя һәм депутат-коммунистарҙың 58 мандатынғәмәлдән сығара[2]. 1923 йылдың йәйендә Хорват крәҫтиән партияһы тыйыла[3]. Был осорҙа корольдең идара итеүенә авторитар-консерватив тенденциялар хас булған.
1929 йылдың 6 ғинуарында король Александр I Ҡарагеоргиевич манифест баҫтырып сығара, уға ярашлы бөтә партияларҙа тыйыла һәм шулай итеп илдә үҙенең диктатураһын урынлаштыра. 1931 йылдың 3 сентябрендә король илгә яңы конституция һәм парламентҡа һайланырға рөхсәт бирә. Әммә 1931 йылғы һайлауҙарҙа теркәлеү өсөн ҡаты талаптар ҡуйылғас, хөкүмәт тарафынан төҙөлгән исемлек кенә унда ҡатнашырға хоҡуҡ ала. Был исемлек буйынса һайланған депутаттар берҙен-бер рөхсәт ителгән партияны — Югославия радикал-крәҫтиән демократияһын (1933 йылдан — Югославия милли партияһын) ойоштора[4].
1932 йылдың 7 ноябрендә Крәҫтиән-демократик коалиция «Пунктациялар» ҡабыл итә, уларҙа күп милләтлек һәм Югославияны федераллаштырыу тураһында һүҙ алып барыла[5]. Яуап итеп документҡа беренсе ҡул ҡуйған коалицияның лидеры Владко Мачек 1933 йылда ҡулға алына һәм 3 йылға иркенән мәхрүм ителә.
1934 йылда Александр I Ҡарагеоргиевичты хорват усташтары тарафынан үлтергәнгә тиклем, Югославия Көнбайыш Европа демократик илдәре менән союзда булған (Кесе Антантаға кергән). Власҡа кенәз-наместник Павел Ҡарагеоргиевич килгәндән һуң дәүләт Германия һәм Италия фашистик илдәре менән дуҫ булыу йүнәлешенә күсә.
Бынан башҡа милли сәйәсәт үҙгәрә — 1934 йылда уҡ хорваттарҙың лидеры Мачек иреккә сығарыла. 1939 йылдың 26 авгусында короллек сиктәрендә айырым бановина булараҡ Хорватияға автономия бирелә.
1941 йылдың мартында Югославия хөкүмәте (Драгиш Цветкович кабинеты) Германия етәкләгән Берлин пактына ҡушылыу тураһында Вена протоколына ҡул ҡуя, был илдә киң протест хәрәкәтен тыуҙыра. 27 мартта хөкүмәт алып ташлана.
1941 йылдың 6 апрелендә Югославияға Германия һәм уның союздаштарының ғәскәрҙәре һөжүм итә, Югославия операцияһы барышында улар илде оккупациялай һәм бүлгеләй. Усташтар етәкселегендә айырым Хорватия бойондороҡһоҙ дәүләте ойошторола (ул шуалай уҡ Боснияны контролдә тота), илдең бер өлөшө Германия һәм Италияға күсә, серб геноциды башлана. Югославияла халыҡ-азатлыҡ көрәше башлана. Уны менән бер яҡтан Иосип Броз Тито етәкселегендәге коммунистар (Югославия коммунистар партияһы), икенсе яҡтан Дража Михайлович етәкселегендәге монархистар етәкселек иткән; ҡайһы саҡта улар бер-береһенә ҡаршы һуғышҡандар. Илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшө 1944 йылда СССР ғәскәре һәм Югославияның халыҡ-азатлыҡ армияһының берҙәм һөжүмдәре һөҙөмтәһендә азат ителә. 1945 йылдың 29 ноябрендә Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы иғлан ителә.
Дәүләт власының юғары органы — Милли Йыйылыш (Народна Скупштина), 4 йыл мөҙҙәткә халыҡ тарафынан һайланған. Дәүләт башлығы — Король (Краљ). Башҡарма орган — Министрҙар Советы (Министарски Савет), ул король тарафынан ойошторолған.
Короллек өлкәләргә (бановиналарға) бүленгән. Өлкәнең вәкиллекле органдары — өлкә йыйылштары (обласна скупштина), өлкә комитеттары (обласни одбор).
Югославия халҡының ҙур өлөшө уҡый-яҙа белмәгән. 1931 йылға йәниҫәп буйынса Югославияла белемһеҙҙәрҙең өлөшө 44,6 % тәшкил иткән (1921 йылда — 51,5 %)[6]. Бановианаларға ҡарап белемһеҙҙәрҙең өлөшө бик ныҡ айырлған. Словендар йәшәгән Драва бановинаһында уҡый-яҙа белмәгәндәрҙең өлөшө 1931 йылда тик 5,5 % тәшкил иткән (мәҫәлән, Белград ҡалаһында — 10,9 %)[7]. 1931 йылда белемһеҙҙәрҙең һаны бигерәктә Вардар (70,9 %) һәм Врбас (72,6 %) бановиналарында юғары булған[8]. Мәктәп белемендә башта етди төбәк айырмалыҡтары булған. 1929 йылда халыҡ мәктәптәре тураһында закон ҡабул ителә, уға ярашлы мәктәптәге белем 14 предметтан торған берҙәм уҡыу программаһы буйынса «серб-хорват-словен» телендә алып барылырға тейеш булған[9].
Югославияның тышҡы сәйәсәте СССР-ға ҡаршы йүнәлтелгән. Короллектә аҡ эмиграцияһының күп вәкилдәре килеп төпләнә, улар Югославияла үҙҙәренең кадет корпустарын ойоштора. Югославия коммунистар партияһы эшмәкәрлеге тыйыла. Югославия тик 1940 йылда СССР-ҙы таный. Шулай уҡ Югославияның Италия менән мөнәсәбәттәре көсөргәнешле була. Шул уҡ ваҡытта Греция менән бәйләнештәр уңышлы үҫеш ала. 1923 йылғы грек-югослав конвенцияһы, Белградҡа Грецияның Салоники портында 50 йылға ирекле зона тапшыра[10]. Был зонаға Югославиянан тимер юл һалына.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.