Эндрю Мосон, Барон Мосон (ингл. Andrew Mawson, Baron Mawson; 8 ноябрь 1954 йыл) — Бөйөк Британияның социаль эшҡыуары, сәйәсмән, йәмәғәт һәм дин эшмәкәре, Берләштерелгән Реформат сиркәүенең капелланы[1][2][3].

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Подданлығы ...
Эндрю Мосон
Andrew Mawson
Thumb
Тыуған көнө

8 ноябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (69 йәш)

Подданлығы

Бөйөк Британия

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар, сәйәсмән, йәмәғәт һәм дин эшмәкәре

Наградалары һәм премиялары
Британия империяһы ордены кавалеры
Британия империяһы ордены кавалеры
 Эндрю Мосон Викимилектә
Ябырға

Мосон Манчестер университетында теология бакалавры дәрәжәһен ала. Ошонан һуң 1984 йылдан башлап Берләштерелгән Реформат сиркәүендә капеллан булып хеҙмәт итә.

Лондон ҡалаһында Тауер-Хамлетста социаль эшҡыуарлыҡ принциптары буйынса эшләгән "Бромли-бай-боу үҙәге"нә нигеҙ һала һәм уның әлеге президенты[3].

Эшҡыуарлыҡты социаль проблемаларҙы хәл итеү менән берләштергән ойошмаларҙы, компанияларҙы һәм проектарҙы Мосон нигеҙләй һәм етәкләй; «Эндрю Мосон һәм партнерҙар» компанияһының етәксеһе(ингл. Andrew Mawson Partnerships), был компания Эндрю Мосондоң тәжрибәһен таратыу менән шөғөлләнә[1].

Социаль сферала күрһәткән хеҙмәте өсөн Эндрю Мосон Британия империяһының ордены кавалеры була (2000), ғүмер аҙағына тиклем барон титулы менән пэрство (29 март 2007 йыл) һәм лордтар палатаһына инеүе менән билдәләнә (30 апреля 2007 года)[2][1][3][4].

Хөкүмәттең таныуына ҡарамаҫтан, Эндрю Бөйөк Британияла булған социаль сфералағы политикаға ҡаршы критика менән сығыш яһай.

2008 йылда ул баҫтырып сығарған «Социаль эшҡыуар» исемле китабы (ингл. The Social Entrepreneur: Making Communities Work)[5] бестселлер була. Был китап социаль эшҡыуарлыҡ буйынса практик етәкселеге тип һанала.

Иҫкәрмәләр

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.