From Wikipedia, the free encyclopedia
Электр тогы — электр зарядын йөрөтөүсе киҫәксәләрҙең йәки квазикиҫәксәләрәҙең бер тәртиптә (йүнәлештә) хәрәкәт итеүе[1][2][3].
Электр тогы | |
![]() | |
Электр тогы Викимилектә |
Бындай йөрөтөүселәр: металдарҙа — электрондар, электролиттарҙа — иондар, (катиондар һәм аниондар), газдарҙа — иондар һәм электрондар,ҡайһы бер шарттарҙа вакуумда — электрондар, ярым үткәргестәрҙә — электрондар, йәки тишектәр (электр-тишекле үткәреүсәнлек). Ҡайһы ваҡыт электр тогы тип күсеү тогын(ток смещения) атайҙар, ул билдәле ваҡытта электр ҡыры үҙгәреүҙән барлыҡҡа килә[4].
Электр тогы ошондай сифаттарға эйә:
Зарядлы киҫәксәләр макроскопик есем эсендә теге, йә был мөхиткә ҡарата хәрәкәт итһә, был ток үткәреүсәнлек тогы тип атала. Әгәр макроскопик зарядланған есемдәр хәрәкәтләнһә (мәҫәлән, зарядлы ямғыр тамсылары), бындай ток конвекцион ток тип атала[3].
Даими һәм үҙгәреүсән токтарҙы, бынан тыш үҙгәреүсән токтарҙың тағы бер нисә төрөн айыралар. Бындай төшөнсәләрҙә «электр» һүҙен ҡулланмайҙар.
Токтың йүнәлеше ыңғай зарядлы киҫәксәләр йүнәлеше менән тап килә тип ҡабул ителгән. Үткәргестә электр ағымын тиҫкәре киҫәксәләр барлыҡҡа килтерһә (мәҫәлән, металдарҙа), ток йүнәлеше электрондар ағымына ҡапма-ҡаршы тип ҡабул ителә.
Диэлектриктарҙан айырмалы буларыҡ үткәргестәрҙә ирекле зарядтар бар, электр потенциалы көсө тәҫьирендә зарядтар хәрәкәткә килеп электр тогын барлыҡҡа килтерә. Ток көсөнөнөң көсөргәнешлеккә бәйлелеге төп характеристика булып тора. Металл үткәргестәр өсөн ул тура пропорциональ (Ом законы).
Металдарҙа ирекле электрондар электр ағымын барлыҡҡа килтереүсе булып торалар. Ирекле электрондар электрон газы тип күҙҙаллана.
Плазма — ионлашҡан газ. Йылытҡанда, ультафиолет, рентген һәм башҡа нурланыш тәҫьирендә барлыҡҡа килгән ыңғай һәм тиҫкәре иондар һәм электрондар электр зарядын ташыусы булып торалар.
Электролиттар — электр тогын үткәрергә булышлыҡ иткән иондары булған ҡаты һәм шыйыҡ матдәләр. Электролит диссоциацияһы нәтижәһендә ирекле иондар барлыҡҡа килә[8]. Йылытҡан ваҡытта тарғалған молекулалар иҫәбе арта, һәм электролиттың электр тогына ҡаршылығы кәмей. Электролит аша ток үткәндә иондар электродҡа ҡушылып нейтраллашып электродҡа ултыра. Электродҡа ултырған матдәнең массаһын Фарадейҙың электролиз законы буйынса иҫәпләргә була.
Шулай уҡ электр тогы вакуумда ла була, был күренеш электрон-вакуум приборҙарында ҡулланыла.
Атмосфера электры — һауала булған электр. Электрҙың һауала булыуын беренсе тапҡыр Бенджамин Франклин аса һәм йәшен-күк күкрәү кеүек күренештәргә аңлатма бирә. Һуңыраҡ атмосфераның үрге ҡатламында электр зарядтары йыйылыуы асыҡлана.
Йәшен тәбиғи электр разряды булып тора. Төньяҡ һаҙағайының да тәбиғәте электр менән бәйле. Изге Эмма уттарынаң да тәбиғәте таж һымаҡ зарядһыҙланыу менән бәйле. Биоток — иондарҙың һәм электрондарҙың хәрәкәт итеүе йәшәү процессы өсөн мәһим роль уйнай. Электрохимик сигналдар нерв импульстарын тапшыра. Электр скаты, йыланбалыҡ кеүек хайуандар үҙ-үҙҙәрен һаҡлак өсөн бер нисә йөҙ вольт электр потенциалы йыйырға һәләтле.
Электр тогын өйрәнгән ваҡытта уның кеше эшмәкәрлегенең төрлө тармаҡтарында файҙалы ҡулланыу мөмкинлеге асыла, хатта электр тогынан башҡа булыуы мөмкин булмаған яңы тармаҡтар барлыҡҡа килә. Электр тогын ҡуллана башлағас, электр тогын төрлө ысулдар менән ала торған электороэнергетика тигән яңы тармаҡ барлыҡҡа килә.
Төрлө өлкәлә һәм төрлө ҡатмарлыҡтағы проборҙарҙа электр тогы сигнал тапшырыусы булараҡ файҙаланыла (телефон, радио, идара итеү пульты, ишек ҡыңғырауы һәм башҡалар).
яҡтыртыу һәм сигнал йыһаздарында яҡтылыҡ энергияһын алыу,
тауыш сигналы өсөн,
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.