From Wikipedia, the free encyclopedia
Шәфиғуллина Алһыу Тәлғәт ҡыҙы (27 сентябрь 1973 йыл) — бейеүсе. 1991—2015 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2000) артисы.
Шәфиғуллина Алһыу Тәлғәт ҡыҙы | |
Тыуған ваҡыты: |
27 сентябрь 1973 (51 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны: |
СССР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы |
Һөнәре: |
бейеүсе |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1991—2013 |
Театр: | |
Наградалары: |
Алһыу Тәлғәт ҡыҙы Шәфиғуллина 1973 йылдың 27 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1991 йылда Өфө хореография училищеһын (уҡытыусыһы М. А. Кәримов), 1999 йылда — Башҡорт дәүләт университетын, 2002 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.
1991 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй.
2015 йылдан — Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш администраторы, 2017 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында директор урынбаҫары.
Шәфиғуллина Алһыу Тәлғәт ҡыҙы «Бишбармаҡ», «Заһиҙә», «Ҡумыҙ менән бейеү», «Дуҫлыҡ», «Шаян ҡыҙҙар», «Азамат», «Ритмы и мелодии Бангладеш», «Сәскә атыусы ҡурай» бейеүҙәрен башҡара.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.