Ширван тарихи өлкәһе (хәҙерге Әзербайжандың төньяҡ-көнсығышы) сиктәрендә барлыҡҡа килгән Ширваншаһтар дәүләте хакимдары титулы From Wikipedia, the free encyclopedia
Ширваншаһ, Шарваншаһ (фарс. شروانشاه, әзерб. Şirvanşah) — Ширван тарихи өлкәһе (хәҙерге Әзербайжандың төньяҡ-көнсығышы) сиктәрендә барлыҡҡа килгән һәм тарихи сығанаҡтарҙа Ширваншаһтар дәүләте тип билдәләнгән дәүләттең хакимдары титулы. К. Э. Босуорт билдәләүенсә, ширваншаһтар этник ғәрәп булған, әммә үҙҙәрен уратҡан фарсы мәҙәни йоғонтоһо аҫтында фарсылашҡан. Улар иран халыҡтарының ҡаһарман үткәндәрендәге исемдәрҙе алған һәм үҙҙәрен сәсәни Баһрам Гурҙан сыҡҡан тип иҫәпләгән[1].
Ширваншаһ | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 861 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Язид ибн Мазьяд аш-Шайбани[d] |
Юрисдикция таралышы | Ширван |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1538 |
Ширваншаһ Викимилектә |
Мосолмандар тарафынан яуланғандан һуң ширваншаһтарҙың беренсе династияһы Мәзйәдиҙәр (йәзидиҙәр) Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге хеҙмәтендәге полководец, Әзербайжан, Әрмәнстан һәм Арран губернаторы[2] (799—801) Йәзид ибн Мәзйәд әш-Шәйбаниҙан башланған. Уның вариҫтары һәм ырыуын дауам итеүселәр, үҙәк властың көсһөҙләнеүенән файҙаланып, Ширванды мираҫ биләмәһе тип иғлан иткән һәм 861 йылда ширваншаһтар титулын алған.
Ширваншаһтар мәҙәниәт һәм шиғриәт эшмәкәрҙәренә бик ыңғай ҡараған, уларға бағыусылыҡ иткән. Фарсы әҙәбиәте классигы Низами Гәнжәүи улар заманында йәшәгән һәм ижад иткән[3]. Баҡыла Ширваншаһтар һарайы (XV быуат) һаҡланған. Күп күләмдә тәңкә һуҡҡандар[4].
Абхаз кенәздәре Чачбалар Ширваншаһтарҙан сыҡҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.