француз генералы, дәүләт эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Шарль Андре́ Жозе́ф Мари́ де Голль (франц. Charles André Joseph Marie de Gaulle) (22 ноябрь 1890 йыл, Лилль — 9 ноябрь 1970 йыл, Коломбэ-ле-Дёз-Эглиз, деп. Үрге Марна) — француз генералы, дәүләт эшмәкәре. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Францияның Ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәтенең символына әүерелә. Шарль де Голль Бишенсе республикаға нигеҙ һала һәм уның беренсе президенты була (1959—1969).
Шарль де Голль 1890 йылдың 22 ноябрендә патриот католиктар ғаиләһендә тыуа. Өс ағаһы һәм апаһы кеүек үк, өләсәһенең Лиллдәге йортонда донъяға килә. Әсәһе һәр саҡ бала тыуҙырыу мәлендә бында килгән була. Ә ғаилә үҙе Париж ҡалаһында йәшәй. Атаһы Анри де Голль иезуиттар мәктәбендә фәлсәфә һәм әҙәбиәт профессоры була. Был Шарлгә ҙур йоғонто яһай. Бала сағынан китаптар уҡырға ярата. Тарихты ул яҡшы үҙләштерә.
1870 йылда маршал Базендың капитуляцияһы тураһындағы хәбәрҙе ишеткәндән һуң, әсәһе үҙенең ата-әсәһенең түгелеп илауын күреп өмөтһөҙлөккә бирелеүен улына һөйләгән була. Шарлдең Франция-Пруссия һуғышында ҡатнашҡан атаһы ла ҡайғылы еңелеү көндәре хаҡында йыш ҡына иҫенә төшөрә. Мобиль гвардия лейтенанты Анри де Голль Парижды ҡамауҙа тотҡан немец ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша, Стен тип аталған урында барған һуғышта яралана[18].
Бала саҡтан уҡ де Голль хәрби эш менән ҡыҙыҡһына. Париждың Станислас колледжында бер йыл уҡығандан һуң уны Сен-Сирҙағы Айырым хәрби мәктәпкә ҡабул итәләр. Ул пехота ғәскәрен һайлай. 1912 йылда был мәктәпте де Голль уңышлы тамамлай: 300 уҡыусы араһында ул өлгәш буйынса 13-сө урында тора. Уға түбәндәге характеристика бирелә: «Һәләтле, энергиялы, тырыш, үҙаллы фекерләү ҡеүәһе үҫешкән, тәүәккәл. Бик яҡшы офицер буласаҡ»[19]. Артабан ул кесе лейтенант званиеһында полковник Анри Филипп Петен командалыҡ иткән 33-сө пехота полкында хеҙмәт итә башлай.
1914 йылдың 12 авгусынан, Беренсе донъя һуғышы башланғас та, лейтенант де Голль Шарль Ланрезактың төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан 5-се армияһы составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 15 августа уҡ Динанда беренсе тапҡыр яралана һәм дауаланғандан һуң октябрҙә генә сафҡа баҫа. 1916 йылдың 10 мартында Мениль-ле-Юрлю янындағы алышта икенсе тапҡыр яралана. 33-сө полкҡа ул капитан званиеһында ҡайта һәм рота командиры итеп тәғәйенләнә. 1916 йылда Дуомон ауылы янында Верден алышында өсөнсө тапҡыр яралана. Үлгән тип иҫәпләнеп, һуғыш яланында ҡалдырыла, һәм ул (үлгәндән һуң) Почётлы Легион орденына лайыҡ була. Әммә Шарль иҫән ҡала, иҫһеҙ килеш немецтарға әсирлеккә эләгә; уны Майен госпиталендә дауалайҙар һәм төрлө ҡәлғәләрҙә тоталар. Де Голль алты тапҡыр ҡасырға тырышып ҡарай. Ингольштадттан ҡасырға тырышҡан сағында тотола, һәм уны Розенбергҡа килтерәләр, ике тапҡыр унан да ҡасырға тырышып ҡарай, тотоп Пассауҙағы хәрби төрмәгә ябалар. Артабан уны тағы Ингольштадтҡа, унан һуң Вюрцбургҡа күсерәләр; де Голль бында ла ҡасырға тырыша. Шунан де Голль Көнсығыш Германиялағы Магдебургҡа барып эләгә.
Ингольштадт ҡәлғәһендә ул буласаҡ Советтар Союзы маршалы М. Н. Тухачевский менән оҙаҡ ваҡыт бер бүлмәлә тотола, хатта уның ярҙамында урыҫ телен өйрәнергә тырыша[20]; улар үҙ-ара аралаша башлай, хәрби-теоретик темалар тураһында ла фекер алышалар[21]. Әсирлектә де Голль немец авторҙары китаптарын уҡый, Германия тураһында күп мәғлүмәт туплай, артабан хәрбиҙәргә командалыҡ иткәндә был мәғлүмәттәр уға ярҙам итә. Тап шул осорҙа ул үҙенең тәүге «Дошман лагерында ығы-зығы» исемле китабын баҫтырып сығара (1924 йылда нәшер ителә).
Де Голль 32 ай әсирлектә тотола, 1918 йылдың ноябрендә ике ил араһында үҙ-ара килешеү төҙөлгәс кенә Францияға ҡайта. 1919 йылдан 1921 йылға тиклем де Голль Польшала Варашава янындағы Рембертов ҡалаһында урынлашҡан элекке император гвардияһы училищеһында тактика теорияһы буйынса дәрес бирә, ә 1920 йылдың июль — авгусында бер аҙ ваҡыт 1919—1921 йылғы Совет-Польша һуғышында майор чинында ҡатнаша (был конфликтта РСФСР ғәскәрҙәренә Тухачевский командалыҡ итә). Польша ғәскәрендә даими вазифала хеҙмәт итергә тигән тәҡдимдән баш тартып, тыуған иленә ҡайта һәм 1921 йылдың апрелендә Ивонна Вандраға өйләнә. 1921 йылдың декабрендә улы Филипп тыуа, уға үҙенең шефы Филипп Петен хөрмәтенә шул исемде бирә. Аҙаҡ Петен танылған коллаборационист һәм маршал де Голлдең антагонисы булып китә. Капитан де Голль Сен-Сир мәктәбендә хәрби тарих кафедраһы буйынса профессор ассистенты булып эшләй, артабан 1922 йылда Юғары хәрби мәктәпкә уҡырға алалар, уны бик яҡшы аттестация менән 1934 йылда тамамлай: «Бик һәләтле, белемле, … аныҡ приказдар бирә, тәүәккәл, эшлекле. Ныҡ үҫешкән шәхес, тормошта үҙ урынын яҡшы аңлай. Бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә аласаҡ…»[22]. 1924 йылдың 15 майында ҡыҙы Элизабет тыуа. 1928 йылда кесе ҡыҙы Анна тыуа, ул Даун синдромынан яфалана (Анна 1948 йылда вафат була; аҙағыраҡ де Голль Даун синдромлы Балалар фонды попечителе була.
1930-сы йылдарҙа подполковник, аҙаҡ полковник де Голль «Профессиональ армия өсөн», «Шпага осонда», «Франция һәм уның армияһы» кеүек хәрби-теоретик эштәрҙең авторы булараҡ киң танылыу яулай. Де Голль үҙенең китаптарында киләсәктә буласаҡ һуғыштың төп ҡоралына әйләнәсәк танк ғәскәрҙәрен төрлө яҡлап үҫтерергә кәрәклегенә күрһәтә. Был йәһәттән уның был эштәре Германияның алдынғы хәрби теоретигы Гейнц Гудериандың ғилми хеҙмәттәренә яҡыная. Әммә де Голлдең тәҡдимдәре Францияның хәрби командованиеһында һәм сәйәси даирәләрҙә аңлау тапмай. 1935 йылда Милли йыйылыш Де Голль пландарына ярашлы, буласаҡ премьер-министр Поль Рейно тарафынан әҙерләнгән армия реформаһы тураһындағы закон проекты «файҙаһыҙ, логикаға һәм тарихҡа ҡапма-ҡаршы килгән кәрәкмәгән тәҡдим булараҡ кире ҡағыла»[23]:108.
1932—1936 йылдарҙа — Юғары оборона советының генераль секретары. 1937 йылда офицерҙар составын камиллаштырыу мәктәбендә уҡыта, шунан һуң Мецелағы 507-се танк полкына командир итеп тәғәйенләнә. 1937—1939 йылдарҙа — танк полкы командиры.
Икенсе донъя һуғышы алдынан де Голль полковник званиеһында була. Һуғыш башланырҙан бер көн алда (1939 йылдың 31 авгусында) Саарҙағы танк ғәскәрҙәре командующийы итеп тәғәйенләнә, был йәһәттән ул түбәндәгене яҙа: «Минең өлөшөмә ҡот осҡос мистификацияла уйнау роле бүленде… Мин командалыҡ иткән бер нисә тиҫтә еңел танк — саң бөртөгө генә. Әгәр ҙә әүҙем хәрби хәрәкәт башламаһаҡ, был һуғышта, ҡыҙғаныс хәлгә төшөп, еңеләсәкбеҙ»Ҡалып:R.
1940 йылдың ғинуарында де Голлдең «Механизацияланған ғәскәрҙәр тотҡан урын» исемле мәҡәләһе донъя күрә, унда ул ерҙәге һәр төрлө хәрби көстәрҙең, иң тәүге сиратта танкыларҙың, һәм Хәрби һауа көстәренең хәрби хәрәкәттәрҙе үҙ-ара килешеп алып барыуының оло әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтәнә ала[24].
1940 йылдың 14 майында уға яңы ойошторолған 4-се бронетанк дивизияһына (тәүҙә 5000 һалдат һәм 85 танк) командалыҡ итеү йөкмәтелә. июндә ул ваҡытлыса бригада генералы вазифаһын үтәй (уны рәсми рәүештә был званиела раҫлап өлгөрмәйҙәр, шуға ла һуғыштан һуң ул Дүртенсе республиканан полковник пенсияһын ғына ала). июндә премьер-министр Поль Рейно де Голлде хәрби министр урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләй. Ошо вазифала булғанында генерал Францияның хәрби ведомствоһы етәкселеге һәм иң тәүге сиратта министр Филипп Петен хуплауы буйынса дошман менән килешеү тураһындағы пландарына ҡаршы торорға тырыша. июндә де Голль Лондонға француз хөкүмәтен Африкаға эвакуациялау өсөн караптар бүлеү тураһындағы һөйләшеүҙәргә бара; ошо сара барышында ул Бөйөк Британияның премьер-министры Уинстон Черчиллгә, «хөкүмәт һуғышты дауам итеү хаҡында хәстәрләһен өсөн, Реноға ярҙам итеү буйынса саралар күреү талап ителә», тип мөрәжәғәт итә[25]. Әммә шул көндө үк Поль Рейно отставкаға сыға, унан һуң хөкүмәткә етәксе булып ҡалған Петен кисекмәҫтан Германия менән килешеү тураһында һөйләшеүҙәр башлай. 1940 йылдың июнендә де Голль, был процеста ҡатнашырға теләмәүен белдереп, эвакуацияланған хөкүмәт урынлашҡан Бордоға самолётта оса һәм ҡайтанан Лондонға килә. Черчиллдең әйтеүенсә, «де Голль был самолётта үҙе менән Францияның бер өлөшөн алып китә»[25].
[[Файл:De Gaulle - à tous les Français.jpg|thumb|right|Голлдең «Бөтә француздарға» саҡырыуы, 1940
Тап ошо мәл де Голль биографияһында һынылышлы осор була. "Өмөттәр мемуарҙары"нда ул түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙа: «1940 йылдың июнендә, башҡа төрлө ярҙам булмағанға күрә, үҙенең рухын һәм намыҫын һаҡлап ҡалыу өсөн һәм тыуған илдең саҡырыуына яуап итеп, бер кемгә лә билдәле булмаған де Голль бер үҙе Франция өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға тейеш»[26]:220. Ул көндө Би-би-си де Голлдең француз Ҡаршылыҡ хәрәкәтен булдырырға саҡырған телмәрен радио аша тапшыра. Тиҙҙән листовкалар таратыла, уларҙа генерал «бөтә француздарға» (A tous les Français) түбәндәге белдереү менән мөрәжәғәт итә:
Франция алышта еңелде, ләкин ул һуғышта еңелмәне! Бер нәмә лә юғалтылманы, сөнки был һуғыш — донъя һуғышы. Франция азатлығын һәм бөйөклөгөн ҡайтарасаҡ көн етәсәк… Шуға ла мин бөтә француздарға ла, дошманға ҡаршы тороу, үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү һәм киләсәккә өмөттәр хаҡына, минең тирәләй берләшергә саҡырам.— Ҡалып:R[27]
Шарль де Голль «Азат (аҙаҡ — „Һуғышыусы“) Францияның» — оккупанттарға һәм коллаборационистик Виши режимына ҡаршылыҡ күрһәтеү ойошмаһының етәксеһе вазифаһын биләй. Был ойошманың легитимлығы түбәндәге принципҡа нигеҙләнә: «Тыуған ил хәүеф аҫтында булғанда, милли берҙәмлекте һәм күсәгилешлекте тәьмин итеү маҡсатында, властың законлы нигеҙҙә эшләүе уның булдыҡлылығы илһамландырыусы тойғоларға нигеҙләнә»Ҡалып:R.
Тәүге осорҙа уға бик күп ҡатмарлылыҡтар менән осрашырға тура килә. «Тәүҙә мин бер кем дә түгел инем… Францияла миңә ышаныс белдереүсе бер генә кеше лә булманы, илдә танылған шәхес тә түгел инем. Сит илдәрҙә лә миңә ышанған һәм минең эшмәкәрлегемде аҡлаған кешеләр булманы»[28]. «Азат Франция» ойошмаһын формалаштырыу оҙаҡҡа һуҙыла. Де Голль Черчиллдең хуплауын алыуға өлгәшә. 1940 йылдың 24 июлендә Черчилль генерал Г. Л. Исмейға түбәндәгене хәбәр итә: "Әлеге мәлдә, ҡапҡан ябылмаҫ элек, француз офицерҙарына һәм һалдаттарына, шулай уҡ көрәште дауам итергә теләгән күренекле белгестәргә төрлө порттарға үтеп инергә булышлыҡ иткән ойошманы булдырыу бик мөһим. "Йәшерен тимер юлы"н булдырырға кәрәк… Күңелдәре тәүәккәлек менән тулы кешеләр ағымының туҡталғыһыҙ буласағына икеләнмәйем — ә беҙгә француз колонияларын обороналау өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға кәрәк. Хәрби-диңгеҙ министрлығы һәм хәрби-һауа көстәре улар менән хеҙмәттәшлек итергә тейеш. Генерал де Голль һәм уның комитеты, әлбиттә, оператив орган буласаҡ"[25]. Виши хөкүмәтенә альтернатива булдырырға тырышыу Черчиллде хәрби ҡарарға ғына түгел, ә сәйәси ҡарар ҡабул итеү кәрәклеген аңлауға: йәғни де Голлде «бөтә азат француздарҙың башлығы» итеп таныуға (1940, 28 июнь) һәм халыҡ-ара йәһәттән де Голлдең абруйын көсәйтеү буйынса ярҙам итеү тырышлығына килтерә.
Хәрби йәһәттән төп бурыс: Африкалағы, Һинд-ҡытайҙағы һәм Океаниялағы киң колониаль биләмәләрҙе «Француз империяһының» француз патриоттары яғына ауҙарыу. Дакарҙы яулап алыуҙа уңышһыҙлыҡҡа тарығас, де Голль Браззавилдә (Конго) Империяның Оборона Советын булдыра, уны ойоштороу тураһындағы манифест шундай һүҙҙәрҙән башлана: «Беҙ, генерал де Голль (nous général de Gaulle), азат француздарҙың башлығы, ҡарар итәбеҙ» һәм артабан шундайыраҡ рухта[29] Советҡа француз (ҡағиҙә булараҡ, африкан) колонияларының антифашистик кәйефтәге хәрби губернаторҙары: генералдар Жорж Катру, Феликс Эбуэ, полковник Филипп Леклерк инә. Шул мәлдән алып де Голль үҙ хәрәкәтенең милли һәм тарихи тамырҙарын һыҙыҡ өҫтөнә ала башлай. Ул Азат итеү орденын булдыра, орденда француз милләтенең символы феодализм дәүеренә барып тоташҡан боронғо ике арҡыры таяҡлы Лотарингия тәреһе төп билдә була[30]. Шуның менән бергә Француз республикаһының конституцион традицияларына таяныуҙы ла иғтибарынан ситләштермәй. Браззавилдә халыҡҡа еткерелгән «Органик декларация» («Һуғышыусы Франция» сәйәси режимының хоҡуҡтарын билдәләүсе документ) Виши режимының легитим булмауын иҫбатлай."[31].
1941 йылдың 22 июненән һуң СССР менән туранан-тура бәйләнеш урынлаштырыу «Азат Францияның» ҙур уңышы була. Совет етәкселеге Виши режимындағы үҙенең тулы хоҡуҡлы вәкилен икеләнеп тормайынса Лондонға күсереү тураһында ҡарар ҡабул итә[32][33]. 1942 йылдың мартында француз милли азатлыҡ комитеты СССР властарына, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу өсөн, лётчиктар һәм авиация механиктары төркөмөн ебәреү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Сталин проектты хуплай: ул де Голль Көнбайыш Европала икенсе фронтты асыу өсөн сығыш яһар, тип ышана[34]. 1942 йылдың 25 ноябрендә СССР территорияһында француз авиация эскадрильяһын булдырыу тураһында совет-француз килешеүенә ҡул ҡуйыла, уға «Нормандия» исеме бирелә. «Көнсығыш» илдәре һәм уларҙың союзниктары ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан, аҙаҡ «Нормандия — Неман» полкына әйләндерелгән француз истребителдәре авиация эскадрильяһы бына шулай барлыҡҡа килә[35].
1941—1942 йылдарҙа оккупацияланған Францияла партизан ойошмалары селтәре бөтә ил буйлап тарала. 1941 йылдың октябренән немецтар аманатҡа алынғандарҙы ата башлай, шуға ла де Голль бөтә француздарҙы тоталь забастовкаға һәм күп халыҡ тупланған ҡаршылыҡ акцияларына сығырға саҡыра.
«Монархтың» эшмәкәрлеге Көнбайышҡа оҡшамай башлай. Рузвельт аппаратында «ағыулы пропаганда таратыусы» һәм һуғыш хәрәкәттәренә ҡамасаулаусы «азат француздар» тип аталғандар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй башлайҙар. 1942 йылдың ноябрендә Америка ғәскәрҙәре Алжирға һәм Мароккоға инә һәм Виши режимы яҡлы булған урындағы француз хәрби начальниктары менән һөйләшеүҙәр башлай. Де Голль Англия һәм АҠШ етәкселәренә Алжирҙа Виши режимы яҡлылар менән хеҙмәттәшлек итеү Францияла союздаштарҙың хуплауын юғалтыуға килтерәсәге тураһында аңлатырға тырыша. «АҠШ бөйөк эштәргә ваҡ тойғолар һәм ҡатмарлы сәйәсәт ҡуша, — ти де Голль».Ҡалып:R.
Ул ваҡытҡа союздаштар яғына сыҡҡан Алжир башлығы адмирал Франсуа Дарлан 1942 йылдың декабрендә 20 йәшлек француз Фернан Бонье де Ла Шапел (Fernand Bonnier de La Chapelle) тарафынан үлтерелгән була (тиҙ арала ғына ойошторолған суд ҡарары менән ул икенсе көнөнә үк атып үтерелә)[36]. Союздаштар етәкселеге армия генералы Анри Жироны Алжирҙың «граждандар һәм хәрби баш командующийы» итеп тәғәйенләй. 1943 йылдың ғинуарында Касабланкалағы конференцияла де Голль союздаштарҙың планын белеп ҡала: союздаштар «Һуғышыусы Францияның» етәкселеге урынына составына үҙ ваҡытында Петен хөкүмәте яҡлы булғандарҙың күбеһе ингән комитет (башлығы Жиро) булдырырға теләй икән. Касабланкала де Голль был планды ҡабул итмәйәсәген асыҡтан-асыҡ күрһәтә. Ул бер һүҙһеҙ ил мәнфәғәттәрен күҙәтеүгә баҫым яһай («Һуғышыусы Франция» аңлағанса). Һөҙөмтәлә «Һуғышыусы Франция» икегә бүленә: де Голль етәкселегендәге һәм У. Черчилль башында торған Бөйөк Британия хөкүмәте тарафынан хупланған милли йүнәлешкә һәм Анри Жиро тирәһендә тупланған американ йүнәлешенә.
1943 йылдың 27 мартында Парижда Ҡаршылашыу Милли Советы (НСС) ойоштороу конспиратив ултырышына йыйыла, Совет, де Голль теләгәнсә, оккупацияланған илдә эске көрәште ойоштороу буйынса байтаҡ эштәрҙе үҙ өҫтөнә ала. Де Голлдең тотҡан юлы нығына бара, шуға ла Жиро компромисс эҙләргә мәжбүр була: НСС-ны асыу менән бергә тип әйтерлек ул генералды Алжирҙың идара итеү структураларына инергә саҡыра. Генерал ғәскәр командующийы Жироның кисекмәҫтән граждандар советына бер һүҙһеҙ буйһоноуын талап итә. Хәл ҡатмарлаша. Аҙаҡ килеп, 1943 йылдың июнендә Француз милли азатлыҡ комитеты булдырыла, етәкселәре итеп тигеҙ хоҡуҡҡа эйә булған де Голль һәм Жиро һайлана[37]. Шулай ҙа күпселекте де Голль яҡлылар ала, Жиро яҡлыларҙың ҡайһы берҙәре (шул иҫәптән Кув де Мюрвиль — Бишенсе республиканың буласаҡ премьер-министры) — де Голль яғына күсә. 1943 йылдың ноябрендә Жиро Комитеттан сығарыла.
1944 йылдың июнендә де Голлде Черчилль Лондонға саҡыра. Британия премьеры Нормандияға союздаштарҙың ғәскәре төшөрөләсәге тураһында иғлан итә, шуның менән бергә, — Рузвельт тарафынан үткәреләсәк АҠШ ихтыяры диктатын тулыһынса хупларға кәрәклекте белдерә. Шуның менән Де Голль хеҙмәтенә мохтаж булмауҙарына ишара яһала. Генерал Дуайт Эйзенхауэр яҙған француз халҡына мөрәжәғәт проектында «законлы власть органдары һайланғанға тиклем» союздаш командованиеның бөтә күрһәтмәләрен үтәү талап ителә, тигән һүҙҙәр була. Де Голлдең киҫкен рәүештә быға риза булмауы сәбәпле, Черчилль уға, Эйзенхауэр тексына ҡушылмайынса, айырым рәүештә радио аша француздарға мөрәжәғәте менән сығыш яһауҙы рөхсәт итергә мәжбүр була. Генерал үҙ мөрәжәғәтендә Францияла булдырылған «Һуғышыусы Франция» хөкүмәтенең лигитим булыуы тураһында белдерә һәм уны Америка командованиеһына буйһондороу тураһындарғы пландарға ҡырҡа ҡаршы булыуын иғлан итә.
1944 йылдың июнендә союздаш ғәскәрҙәр Нормандияға төшөүҙе уңышлы башҡарып сыға, шуның менән Көнбайыш Европала «икенсе фронт» асыла. Де Голль, азат ителгән француз ерендә бер ни тиклем ваҡыт булып, Француз республикаһының ваҡытлы хөкүмәтен ойошторғандан һуң, тағы ла Вашингтонға президент Франклин Рузвельт менән һөйләшеүҙәргә юллана, маҡсаты — Францияның бөйөклөгөн һәм үҙаллылығын кире ҡайтарыу (генералдың сәйәси лексиконында тап ошо һүҙҙәр төп урынды алып тора). «Америка президентын тыңлағанда мин шуға инандым: ике дәүләт араһындағы эшлекле мөнәсәбәттәрҙә логика һәм тойғо, реаль көс менән сағыштырғанда, бөтөнләй ниндәйҙер әһәмиәткә эйә булмауына инандым, бында баҫып алыу һәм эләктергәнде ҡулдан ысҡындырмау юғары баһалана; әгәр Франция үҙенең элекке хәленә ҡайтырға теләһә, тик үҙ көсөнә генә таяна ала»Ҡалып:R, тип яҙа де Голль.
Ҡаршыллыҡ күрһәтеү хәрәкәтендә ҡатнашыусылар Анри Роль-Танги етәкселегендә хәрби губернатор Чад Филипп де Отклоктың (тарихҡа Филипп Леклерк исеме аҫтында ингән) танк ғәскәрҙәре менән Парижға юлды асҡандан һуң, де Голль азат ителгән баш ҡалаға аяҡ баҫа. Грандиоз тамаша хасил була — халыҡ менән шығырым тулы Париж урамдары буйлап де Голлдең тантаналы аҙымдар менән ғәскәр алдынан үтеүе азатлыҡҡа һыуһаған халыҡтың күңелендә мәңгелеккә һаҡланып ҡала. Генерал үҙенең мемуарҙарында был хаҡта тәфсирләп яҙа. Тантанала ҡатнашыусылар баш ҡаланың тарихи, Францияның героик тарихын сағылдырған урындары янынан үтә; аҙаҡ де Голль был хаҡта түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтә: «Донъяның иң атаҡлы урындары буйлап атлағанда күптән булып үткән иҫтәлекле ваҡиғалар бөгөнгө көн беҙ байрам иткән данлыҡлы ваҡиғаға ҡушылыуын тойҙом»Ҡалып:R.
1944 йылдың 26 авгусында Францияны азат итеүгә арналған парад үткәрелә. Париж бындай грандиоз тамашаны элек күргәне булмағандыр. Колонналар ағымына снайперҙар атып тороуға ҡарамаҫтан, де Голль башын эймәй тантаналы атлауын дауам итә, бының менән ул ватандаштарына һайлаған юлынан тайпылмаясағын күрһәтә.
1944 йылдың авгусынан де Голль — Франция Министрҙар советы рәйесе (Ваҡытлы хөкүмәт). Ошо поста оҙаҡҡа һуҙылмаған, йыл ярымлыҡ эшмәкәрлеген ул аҙаҡ «ҡотҡарыу» тип атай. Францияны англо-американ блогы пландарынан (Германияны өлөшләтә ремилитаризациялау, Францияны бөйөк державалар исемлегенән алып ташлау) «ҡотҡарыу». Думбартон-Окста үткәрелгән БМО-ны ойоштороу буйынса Бөйөк державаларҙың коференцияһында ла, 1945 йылдың ғинуарында Ялта конференцияһында ла Франция вәкилдәре ҡатнашмай. Ялта осрашыуҙарынан бер ни тиклем алда де Голль, инглиз-американ хәүефенән һаҡланыу өсөн, Мәскәүгә СССР менән союз булдырыу маҡсатында бара. Генерал Мәскәүгә Баку аша бара, һәм унда беренсе тапҡыр 1944 йылдың 2 декабренән 10 декабренә тиклем була.
Визитының һуңғы көнөндә Кремлдә Сталин һәм де Голль «союз һәм хәрби ярҙам» тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя. Был акттың маҡсаты: иң тәүге сиратта Францияға бөйөк держава статусын ҡайтарыу һәм уның еңеүсе-дәүләттәр исемлегендә булыуын таныу. Француз генералы де Латр де Тассиньи союздаш державалар полководецтары менән бергә Карлсхорста 1945 йылдың 8 майынан 9 майына ҡарай төндә герман ҡораллы көстәренең капитуляцияһын ҡабул итә[38]. Францияға Германия һәм Австрия ерҙәренән оккупация зоналары бүленә.
Һуғыштан һуң Францияла йәшәү кимәле түбән була, эшһеҙлек арта бара. Хатта илдең сәйәси ҡоролошон тейешенсә билдәләй алмайҙар. Учредительный йыйылышҡа һайлауҙарҙа (1945 йылдың 21 сентябре) бер генә партия ла өҫтөнлөк алыуға өлгәшмәй (коммунистар сағыштырмаса күберәк тауыш йыя, Морис Торез вице-премьер итеп тәғәйенләнә), Конституция проекты бер нисә тапҡыр кире ҡағыла, 1945 йылдың 2 декабрендә Француз банкы һәм дүрт эре банк националләштерелә. Хәрби бюджетты арттырыу мәсьәләһе буйынса сираттағы конфликттан һуң 1946 йылдың 20 ғинуарында де Голль хөкүмәт башлығы посын ҡалдыра һәм Шампандәге (Үрге Марна депатаменты) ҙур булмаған поместье Коломбэ-ле-Дез-Эглизгә (франц. Colombey-les-Deux-Églises) барып урынлаша. Әммә посынан китеүҙең төп сәбәбе республикала идара итеү формаһына ҡағылышлы бәхәскә бәйле була, шуға ла конституция проекты бер нисә тапҡыр ҡарала. Де Голль көслө президент власы яҡлы була, ә парламентта берлектә күпселекте тәшкил иткән коммунистар һәм социалистар, парламенттың хөкүмәттең эшен контролдә тотоуы өсөн сығыш яһай. Армия тураһындағы мәсьәлә буйынса ла де Голлдең үҙ фекере була, армия һәм көслө президент власы көслө Францияның нигеҙе булырға тейеш, тип иҫәпләй ул. 1945 йылдың декабрендә генерал был республикаға үҙенең башлыҡ булмаясағын аңлай һәм аҙағыраҡ уңайы тыуыу менән был посҡа кире ҡайтыу өсөн отставка сығыуға сәбәп эҙләй башлай. Үҙенең хәлен ул Наполеонды ситкә ҡыуып ебәреү менән сағыштыра. Ләкин йәшлектәге кумирынан айырмалы рәүештә де Голль француз сәйәсәтен ситтән күҙәтә ала һәм мөмкинлек булыу менән кире ҡайтасағына ышана.
1957—1958 йылдар Дүртенсе республика өсөн тәрән сәйәси көрсөк йылдары була. Оҙаҡҡа һуҙылған Алжирҙағы һуғыш, Министрҙар советын ойоштороу буйынса тырышыуҙар, аҙаҡ килеп — иҡтисади көрсөк.
Алжирҙың хәрби етәкселегенә көслө баҫым яһаған «ультрауң» хәрби төркөмсөктәр әүҙемләшә. 1958 йылдың 10 майында Алжирҙың дүрт генералы президент Рене Котиға, Алжирҙан баш тартыуҙы булдырмаҫҡа, тигән ультиматив талап менән мөрәжәғәт итә. 13 майҙа «ультра» төркөмдөң ҡораллы формированиелары Алжир ҡалаһында колониаль хакимиәттең бинаһын баҫып ала; генералдар «тын тороуҙан сығырға» һәм «йәмәғәт ышанысы хөкүмәтен» ойоштороу маҡсатында ил граждандарына мөрәжәғөт итергә, тигән саҡырыуҙы телеграф аша Парижға, Шарль де Голлгә ебәрәҠалып:R.
1958 йылдың 15 майында мәғлүмәт агентлығы де Голлдең саҡырыуын тарата:
… 12 йыл буйына Франция партиялар режимы еңә алмаҫлыҡ проблемаларҙы хәл итергә тырыша һәм һәләкәткә табан бара. Иң ауыр саҡта миңә илде ҡотҡарыу юлына сығарыу ышанып тапшырылғайны. Бөгөн, ил алдында яңы һынауҙар торғанда, Республиканың бөтә вәкәләттәрен үҙ өҫтөмә алырға әҙер булыуымды белдерәм.— Ҡалып:R
Әгәр ҙә бер йыл элек, иҡтисади көрсөк ҡыҙған саҡта, ошондай белдереү яңғыраһа, ул дәүләт түңкәрелешенә саҡырыу кеүек ҡабул ителер ине. ә инде хәҙер дәүләт түңкәрелеше хәүефе янағанда үҙәк яҡлы Пьер Пфлимлен да, Ги Молленың сабыр социалистары ла, Алжир боласылары ла де Голлгә өмөт менән баға. Путчистар бер нисә сәғәт эсендә Корсика утрауын баҫып алғандан һуң, илде де Голль генә ҡотҡара аласағын һәр кем аңлай. Халыҡ араһында Парижға парашют-десант полкының төшөүе тураһында имеш-мимеш тарала. Шул мәлдә генерал боласыларға уның командованиеһына буйһоноу талабы менән ышаныслы рәүештә мөрәжәғәт итә. 27 майҙа Пьер Пфлимлендың «хөкүмәте» отставкаға сыға. Президент Рене Коти, Милли йыйылышҡа де Голлде премьер итеп һайлау, яңы хөкүмәт ойоштороу һәм Конституцияны ҡайтанан ҡарау өсөн уға ғәҙәттән тыш вәкәләттәр тапшырыу талабы менән мөрәжәғәт итә. июндә 329 тауыш менән де Голль Министрҙар Советы Рәйесе посына раҫлана.
Де Голлдең власҡа килеүенә Мендес-Франстың радикалдары, һул социалистар (шул иҫәптән буласаҡ президент Франсуа Миттеран), Торез һәм Жак Дюкло етәкселегендәге коммунистар ҡырҡа ҡаршы төшә. Улар дәүләттең демократик ҡаҙаныштарын һис һүҙһеҙ һаҡлауҙы талап итә. Ә де Голль яҡын киләсәктә тап шул мәсьәләне үҙенсә хәл итәсеген белә.
Конституцион ҡоролош мәсьәләләре буйынса үҙ идеяларын де Голль һуғыштан һуңғы йылдарҙа уҡ халыҡҡа еткерә. Улар түбәндәгенән ғибәрәт: башҡарма һәм закон сығарыу властарын айырырға, президентҡа киң вәкәләттәр бирергә: «Министрҙарҙы, иң тәүге сиратта, сәйәсәт һәм хөкүмәт эшенә етәкселек иткән премьер-министрҙы тәғәйенләү хоҡуғы тап уның ҡулында булырға тейеш»[39]. Августа уҡ премьер-министр өҫтәленә яңы Конституция проекты барып ята, әлеге көндә лә Франция шул Конституция буйынса йәшәй[40]. Парламенттың вәкәләттәре байтаҡҡа сикләнә. Хөкүмәттең Милли йыйылыш алдында принципиаль яуаплылығы һаҡланып ҡала (Милли йыйылыш хөкүмәткә ышанмаусанлыҡ күрһәтә, әммә президент премьерҙы тәғәйенләгәндә уның кандидатураһын парламентҡа раҫлау өсөн индерергә тейеш түгел). Әгәр «Республиканың бойондороҡһоҙлоғона, территорияһының бөтөнлөгөнә йәки уның халыҡ-ара йөкләмәләрен үтәүгә етди ҡурҡыныс янаһа, ә дәүләт институттарының ғәҙәттәгесә эшләүе туҡтатылһа», 16-сы статьяға ярашлы, Президент үҙ ҡулына сикләнмәгән власть алырға хоҡуҡлы.
Президент һайлау принцибы ла тамырынан үҙгәртелә. Хәҙер дәүләт башлығы Парламент ултырышында түгел, ә 80 мең халыҡ һайланыусылары (выборщиктар) коллегияһы тарафынан һайлана (1962 йылдан, конституцион төҙәтмәләр референдумда ҡабул ителгәндән һуң — француз халҡының туранан-тура һәм дөйөм тауыш биреүе менән һайлана[41][42]).
1958 йылдың декабрендә, өс ай үтеп тә өлгөрмәй, 76 мең выборщик Францияның бөтә ҡалаларында ла президент һайлай. Выборщиктарҙың 75,5 проценты үҙ тауыштарын премьер-министрға бирә. 1959 йылдың 8 ғинуарында де Голлдең тантаналы инаугурацияһы үткәрелә.
Де Голль президентлыҡ иткән осорҙа Францияның премьер-министры посын уның хәрәкәтендә ҡатнашҡан «голлизм рыцары» Мишель Дебре (1959—1962), «дофин» Жорж Помпиду (1962—1968) һәм уның алыштырғыһыҙ сит ил эштәре министры (1958—1968) Морис Кув де Мюрвиль (1968—1969) кеүек эшмәкәрҙәр биләй.
«Францияның тәүге президенты», һайлауҙа еңеүенә шатланып, тыныс ҡына йәшәү юлын һайламай. Ул деколонизация кеүек үтә мөһим проблеманы хәл итеү мөмкинлеге тыуһын өсөн, фән һәм техника дәүерендә илдә иҡтисади һәм социаль үҙгәрештәр башлау, сәйәсәттең һәм оборонаның бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү, Францияны бөтә Европаны берләштереүҙе хәстәрләгән илгә әйләндереү, үҙ алдына донъя кимәлендә Францияның йоғонтоһон кире ҡайтарыу кеүек пландарҙы ҡуя.
Де Голль Алжир көрсөгө дәүерендә власҡа килә; шуға күрә хәҙер ул үҙенең милли лидер булыуын күрһәтергә бурыслы була. Был мәсьәләне хал итергә тырышыу мәлендә Алжирҙағы командующийҙар ҙа, хөкүмәттең уң ҡанаты ла президент пландарына ҡаршы төшә. 1959 йылдың сентябрендә дәүләт башлығы Алжир мәсьәләһен хәл итеү буйынса өс төрлө вариант тәҡдим итә: Милли йыйылыш уның өсөнсө вариантын хуплай. Әммә Милли йыйылыштың ультрауң ҡанаты уға ҡаршы була.
1961 йылдың сентябрендә де Голлде үлтерергә маташалар, бындай хәл 15 тапҡыр ҡабатлана, һәм уларҙы уң ҡарашлы «Йәшерен Армия ойошмаһы» (Organisation de l’Armée Secrète) — ҡыҫҡаса OAS (ОАС) ойоштора. Ғөмүмән ғүмере буйына де Голлде 32 тапҡыр үлтерергә маташалар[43].
Алжирҙағы һуғыш Эвианда ике яҡ тарафынан төҙөлгән килешеүҙәр (1962) референдум һәм бойондороҡһоҙ Алжир дәүләтенең ойошторолоуы менән тамамланаҠалып:R.
Шулай итеп, де Голль Францияның яңы сәйәсәтенә нигеҙ һала. «Африка йылы» тип аталған 1960 йылда ғына Африканың ике тиҫтәнән ашыу дәүләте бойондороҡһоҙлоҡ ала. Вьетнам менән Камбоджа ла бойондороҡһоҙлоҡ яулаған дәүләттәр иҫәбенә инә. Был илдәрҙең бөтәһендә лә метрополия менән бәйләнешен өҙөргә теләмәгән меңәрләгән француз ҡала. Төп маҡсат — Францияның донъялағы йоғонтоһон тәьмин итеү. АҠШ һәм СССР ҡапма-ҡаршы торған ике полюс булараҡ үҙ урындарын биләгән була инде.
1959 йылда президентАлжирҙан сығарылған ғәскәрҙе, ПВО, ракета ғәскәрҙәрен, Франция ғәскәрҙәре составына индерә. Бер яҡтың мәнфәғәтен генә иҫәпкә алып ҡабул ителгән ҡарар Дуайт Эйзенхауэр, бер аҙҙан уның урынына килгән Кеннеди яғынан бәхәстәр тыуҙырмай ҡалмай. 1960 йылдың 13 февралендә Сахара сүллегендә ядро ҡоралын һынап ҡарау артабан бик күп ядро ҡоралын шартлатыуға юл аса. Бындай хәүефле һынауҙар тик Миттеран власҡа килгәс кенә туҡтап тора, әммә унан һуңғы президент Жак Ширак һынауҙарҙы артабан дауам итә.
Де Голль икенсе президент срогына һайланырға тейешле 1965 йылда НАТО блогы сәйәсәтенә ике тапҡыр ярайһы уҡ көслө удар яһала. февралдә генерал халыҡ-ара иҫәп-хисапта долларҙы файҙаланыуҙар баш тартыуҙары һәм берҙәм алтын стандартҡа күсеүҙәре тураһында белдерә. сентябрҙә президент, Франция үҙен Төньяҡ Атлантик блок алдында ниндәйҙер йөкләмәләр менән бәйләнгән тип иҫәпләмәй, тип белдерә. 1966 йылдың февралендә Франция НАТО хәрби ойошмаһынан сыға, ә ойошманың штаб-квартираһы тиҙ арала Париждан Брюсселгә күсерелә. Помпиду хөкүмәтенең рәсми нотаһында ил территорияһынан личный составы 33 мең кешенән торған 29 базаһының эвакуацияланыуы тураһында иғлан ителә.
Шул мәлдән алып Францияның халыҡ-ара сәйәсәттәге рәсми позицияһы американдарға ҡырҡа ҡаршы булыуы менән билдәләнә. Генерал 1967 йылда СССР-ға һәм Камбоджаға визит менән барғанында АҠШ-тың Һинд-ҡытай, аҙағыраҡ Израиль кеүек илдәргә ҡаршы һуғыш асыуын тәнҡитләй.
1968 йылда Ш. Де Голль президент булған осорҙа Франция X ҡышҡы Олимпия уйындарын ҡабул итә, ул Гренобль ҡалаһында үткәрелә. Де Голль был уйындарҙы аса.
1969 йылдың апрелендә президент телефон аша Кув де Мюрвилгә түбәндәге документты тапшыра: «Мин Республика президенты вазифаларын үтәүҙән туҡтайым. Был ҡарар бөгөн төшкө сәғәттә үҙ көсөнә инәсәк»Ҡалып:R.
Отставкаға сыҡҡандан һуң, де Голль ҡатыны менән Ирландияға китә, артабан Испанияла ял итә, Коломбэла «Өмөт мемуарҙары» өҫтөндә эшләй (тамамлап өлгөрмәй, иҫтәлектәре 1962 йыл менән туҡтап ҡала)[44]. Яңы властарҙы Францияның бөйөклөгөн юҡҡа сығарыуҙа ғәйепләйҠалып:R.
1970 йылдың ноябрендә киске сәғәт етелә Шарль де Голль Коломбе-ле-Дёз-Эглиздә аортаһы ярылыуҙан көтмәгәндә вафат була. ноябрҙә үткәрелгән ерләү церемонияһында (Коломбэның ауыл зыяратында, ҡыҙы Анна менән йәнәш), генерал тарафынан 1952 йылда уҡ яҙылған васыятнамәһенә ярашлы, иң яҡын туғандары һәм Ҡаршылыҡ күрһәтеү буйынса иптәштәре генә ҡатнаша. Башняһы алынған хәрби бронеавтомобиль катафалк сифатында ҡулланыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.