Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡасим Мөхәммәтйән улы Шакирйәнов, Шамун Фидаи (15 июнь 1902 йыл — 1920 йыл) — башҡорт[1] революционер-шағиры.
Шамун Фидаи | |
Исеме: |
Шакирйәнов Ҡасим Мөхәммәтйән улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Ырымбур ҡалаһы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы, революционер |
Ижад йылдары: | |
Жанр: |
поэзия |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Биографияһы Шамун Фидаи 1902 йыл йылдың 15 июнендә Ырымбур ҡалаһында һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәҙрәсәһен тамамлағас, Өфөгә килеп «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белем ала. Мәҙрәсәләге «Милли көй, сәхнә һәм әҙәбиәт» түңәрәгендә актив ҡатнаша, шиғырҙар яҙа башлай.
Бөйөк Октябрь социалистик революцияһын Шамун Фидаи Өфөлә ҡаршылай. Ул революцияға тиклем үк Өфө коммунистары менән яҡындан бәйләнешкә инә һәм большевистик «Алға» газетаһында революцион шиғырҙарын, нәҫерҙәрен баҫтыра.
1919 йылда Өфөлә һәм Бәләбәй ҡалаларында 5-се Армияның политбүлеге органы «Ҡыҙыл яу» газетаһында эшләй, бер нисә тапҡыр фронтта була.
Шамун Фидаи 1920 йыл башында Ырымбурҙан Өфөгә ҡайта һәм «Йәш коммунист», «Йәш көс» тигән комсомол газеталарында редактор булып эшләй. Ул комсомолдың Өфө губерна комитетында ла яуаплы эштәр алып бара.
1920 йылда Ш. Фидаи комсомолдың III Бөтә Россия съезына делегат итеп һайлана. Ләкин ул съезға китер алдынан, июнь айында, таланған һәм йәберләтелгән кешеләр (кулактар) тарафынан үлтерелә.
Шамун Фидаиҙың әҙәби мираҫы ҙур түгел. Ул — «Алға», «Ҡыҙыл яу», «Йәш коммунист», «Ҡыҙыл юл» һәм башҡа газеталарҙа баҫылған тиҫтәләгән шиғырҙарҙан, нәҫерҙәрҙән һәм публицистик мәҡәләләрҙән ғибарәт.
Әммә ул әҫәрҙәр ялҡынлы комсомол шағирының Башҡортостанда революция һәм граждандар һуғышы йылдарының революцион һулышын, героик пафосын тойҙороуы менән ҡиммәт.
1972 йылда рус телендә «Йөрәк ялҡыны» исеме менән шиғырҙар йыйынтығы сығарыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.