хужалыҡ эшмәкәре, депутат From Wikipedia, the free encyclopedia
Шакиров Әхмәтнур Сәлих улы (рус. Шакиров Ахматнур Салихович; 2 май 1951 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. СССР-ҙың Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].
Шакиров Әхмәтнур Сәлих улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 2 май 1951 (73 йәш) |
Тыуған урыны |
Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Ҡарман, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | иҡтисад |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әхмәтнур Сәлих улы Шакиров 1951 йылдың 2 майында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Ҡарман ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1992 йылда Силәбе Профсоюз хәрәкәте институтын тамамлаған, хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр буйынса һөнәргә эйә булған.
Хеҙмәт юлын 1968 йылда башлап ебәргән — «Уралэнергомонтаж» тресында Ҡарман монтаж участкаһы слесары булып эшләгән.
1972 йылдан «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ҡарман ҡала электр станцияһында слесарь, 1988 йылдан алып инженер вазифаһында эшләгән.
1993—2003 йылдарҙа Нефтекама яһалма күн етештереү берекмәһенең генераль директоры урынбаҫары.
Әхмәтнур Сәлих улы Шакиров ҡатнашлығында Ҡарман ГРЭС-ында янғын хәүефһеҙлеген арттырыу маҡсатында утҡа сыҙамлы май ҡулланыу индерелгән.
1990 йылда Әхмәтнур Сәлих улы Нефтекама ҡалаһы, 104-се Энергетик һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссияһы ағзаһы[2].
Өйләнгән, ғаиләлә 2 ҡыҙ үҫтергәндәр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.