Шайбалы хоккей буйынса Финляндия йыйылма командаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шайбалы хоккей буйынса Финляндия йыйылма командаһы

Шайбалы хоккей буйынса Финляндия йыйылма командаһы (фин. Suomen jääkiekkomaajoukkue) — хоккей буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа Финляндия исеменән сығыш яһаусы хоккей буйынса йыйылма команда. Финляндия хоккей ассоциацияһы идара итә. Йыйылма команда тәүге тапҡыр 1928 йылда ойошторола. Халыҡ-ара хоккей федерацияһына тәүҙә Финляндияның конькиҙа йүгереү спорты ассоциацияһы, бер йылдан һуң илдең хоккей ойошмаһы инә.

Ҡыҫҡа факттар Шайбалы хоккей буйынса Финляндия йыйылма командаһы ...
Шайбалы хоккей буйынса Финляндия йыйылма командаһы
Ҡушаматы «Львы» (фин. Leijonat)[1]
Федерация Финляндия хоккей союзы
Халыҡ-ара хоккей федерацияһы коды FIN
Ил Финляндия
Өй
аренаһы
Хартвалл Арена
Команданың төҫтәре               
Форма
Thumb
Баш тренер Юкка Ялонен
Капитан Валттери Филппула (ЧМ-2022)
Иң күп
уйын иҫәбе
Раймо Хелминен (331)
Иң яҡшы
бомбардир
(гол+пас)
Раймо Хелминен (207)
Рейтинг ИИХФ Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингы (ағымдағы)
1 (макс.)
7 (мин.)
Беренсе уйын
Швеция 8:1 Финляндия
(Хельсинки, Финляндия; 29 ғинуар 1928)
Иң ҙур еңеү
Финляндия 20:1 Норвегия
(Хямеэнлинна, Финляндия; 12 март 1947)
Иң ҙур еңелеү
Канада 24:0 Финляндия
(Осло, Норвегия; 3 март 1958)
Олимпия уйындары
Ҡатнашыу 18 (Беренсе уйын: 1952)
Уңыштары (2022)

(1988, 2006)
(1994, 1998, 2010, 2014)

Донъя чемпионаты
Ҡатнашыу 64 (Беренсе 1939)
Уңыштары (1995, 2011, 2019, 2022)
(1992, 1994, 1998, 1999, 2001, 2007, 2014, 2016, 2021)
(2000, 2006, 2008)
Ябырға

Финляндия йыйылма командаһы — шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионатының дүрт тапҡыр чемпионы (1995, 2011, 2019, 2022) һәм туғыҙ тапҡыр вице-чемпионы, 2022 йылғы Олимпия уйындары чемпионы. Планетаның иң көслө йыйылма командаларының береһе. Шулай уҡ төп ҡаҙаныштарҙың береһе — 2004 йылғы донъя кубогы финалына сығыу. Хәҙер финдар Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингында беренсе урынды биләй. Рәсәй, Швеция, Финляндия, Чехия һәм АҠШ йыйылма командалары менән бер рәттән иң көслө командаларҙың береһе булып тора.

Ул бер үк йылда Олимпиадала һәм донъя чемпионатында еңгән икенсе команда. Быға тиклем Швеция 2006 йылда шулай еңә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.