From Wikipedia, the free encyclopedia
Чжуцзян (ҡыт. ғәҙәти 珠江, ябайл. 珠江, пиньин: Zhū Jiāng) йәғни Ынйы йылғаһы, йәғни Кантон йылғаһы[1][2] — Ҡытайҙа оҙонлоғо буйынса өсөнсө йылға (Янцзы һәм Хуанхэнан һуң).
Чжуцзян, Ынйы йылғаһы | |
---|---|
ҡыт. 珠江 | |
Гуанчжоу янында Ынйы йылғаһы Речная система Чжуцзян | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2200 км |
Бассейн | 437 000 км² |
Һыу сығымы | 9500 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Координаталар | HGЯO |
Тамағы | Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе |
Ил | Ҡытай |
— инеше, — тамағы | |
Чжуцзян, Ынйы йылғаһы Викимилектә |
Оҙонлоғо яҡынса 2200 км. Оҙонлоғо буйынса Ҡытайҙа Янцзы һәм Хуанхэнан һуң өсөнсө, ә һыу күләме буйынса Янцзынан ҡала килә икенсе урынды биләй. Бассейн майҙаны 437 000 км².
Чжуцзян йылғаһы Сицзян («көнбайыш йылға»), Дунцзян («көнсығыш йылға») һәм Бэйцзян («төньяҡ йылға») йылғалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Көньяҡ Ҡытай диңгеҙенә ҡойған урында, Гуанчжоуҙан көньяҡтараҡ киң дельта барлыҡҡа килтерә. Дельта яр буйында Фошань, Чжуншань, Шэньчжэнь, Чжухай, ә эстуарийында — Макао һәм Гонконг ҡалалары урынлашҡан.
Гуандун провинцияһында йылға аша 3618 м оҙонлоғондағы аҫылмалы Хумэнь күпере һалынған. Чжуцзян йылғаһында ынйы кәсебе үҫешкән.
Океан караптары үтһен өсөн йылға эстуарийын даими рәүештә таҙарталар[3].
Ынйы йылғаһы — донъяның иң бысраҡ һыу юлдарының береһе[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.