ҡурайсы, йырсы, театр актёры From Wikipedia, the free encyclopedia
Фәрүәз Урманшин (23 май 1970 йыл) — йырсы, радиотапшырыуҙар алып барыусы, театр актёры, ҡурайсы. 2006 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлеге алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).
Фәрүәз Урманшин | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 май 1970 (54 йәш) |
Тыуған урыны | Юлыҡ ауылы, Ҡауарҙы ауыл Советы[d], Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | йырсы, алып барыусы |
Эш урыны | «Юлдаш» радиоһы |
Уҡыу йорто |
Өфө сәнғәт училищеһы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фәрүәз Фәрғәт улы Урманшин 1970 йылдың 23 майында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуған.
1985 йылда урта мәктәптең һигеҙ синыфын тамамлай һәм 1985-1989 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класында уҡый[1].
1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бүлеген (башҡорт музыка фольклоры кафедраһы) тамамлай[1].
Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда «Ватан» корпорацияһы ҡарамағындағы «Ватан» фольклор-эстрада төркөмөндә башлай. 1994-1995 йылдарҙа Сибай дәүләт филармонияһында йырсы-солист була, 1995 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында актёр[1].
1999-2001 йылдарҙа «Башҡортостан» теле- һәм радиотапшырыуҙар компанияһы дикторы, ошо уҡ компанияла «Гәлсәр һандуғас» продюсер үҙәгендә өлкән мөхәррир, 2001-2002 йылдарҙа Башҡортостан радиоһында диктор, 2002-2005 йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемедәге Сибай башҡорт дәүләт театрында актёр, ә 2006 йылдан — «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлегендә алып барыусы булып эшләй[1].
Студент йылдарынан уҡ төрлө йыр конкурстарында ҡатнаша башлай. 1992 йылда башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Урал моңо-1992», 1996 йылда башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары-96», 1997 йылда башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Аманат-1997» республика йыр бәйгеләре лауреаты була.
2012 йылда Фәрүәз Урманшинға «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].
2019 йылда Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһендә[3] «Тамашасы һөйөүе» номинацияһына лайыҡ булды[4].
2019 йылдан — Хеҙмәт ветераны.
2021 йылдың 19 мартында Фәрүәз Урманшинға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.