Флогистон
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Флогистон (теплород) (грексә phlogistos — яныусан) — грек һүҙе, `яныусан` тигәнде аңлата; барлыҡ яныусан есемдәр составында булған һәм яныу процесын тәьмин иткән махсус яныусан матдә; ХVIII быуатта химияла өҫтөнлөк иткән хаталы фекер[1]; VIII—XIX быуаттарҙа йәшәп килгән фекер буйынса, кеше аңынан тыш һәм уға бәйһеҙ рәүештә йәшәгән ауырлығы булмаған, йылылыҡтың бер есемдән икенсе есемгә күсеүен тәъмин иткән матдә.
Был термин XVIII быуатта Иоганн Бехер һәм Герг Штал тарафынан яныу процесын аңлатыу өсөн индерелә. Яныу процесында флогистон ауырлығы булмаған шыйыҡса рәүешендә буленеп сыға, тип фекерләйҙәр улар. Ул ваҡытта металл — «ер» менән флогистон берләшмәһе тип уйлайҙар. Металл янған ваҡытта «ер» менән флогистонға тарҡала. Янған ваҡытта металдың массаһы артыуын флогистондың тиҫкәре массаһы булыуы менән аңлаталар.
Был тәғлимәт XIX быуат урталарында тәбиғәтте өйрәнеүселәр тарафынан кире ҡағыла. Был турала термодинамика тарихын ҡарағыҙ.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.