маммолог, терапевт. Медицина фәндәре кандидаты From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәкимова Римма Хәмит ҡыҙы (2 сентябрь 1971 йыл) — маммолог, терапевт. Медицина фәндәре кандидаты, Небраска штатының һәм Омаха ҡалаһының Почетлы гражданы[1].
Хәкимова Римма Хәмит ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 2 сентябрь 1971 (53 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре кандидаты[d] |
Хәкимова Римма Хәмит ҡыҙы 1971 йылдың 2 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 1988 йылда 115-се урта мәктәптең физика-математика класын миҙал менән тамамлай. Шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. Уҡыу йылдарында студенттарҙың «Онкология» фәнни түңәрәгендә әүҙем рәүештә тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә, студенттарҙың фәнни йәмғиәте Советы ағзаһы булып тора. 1989 йылдан тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре тураһында студенттар һәм йәш ғалимдарҙың Бөтә Союз фәнни конференцияларында докладтар менән сығыш яһай. Институтта уҡыуын туҡтатмайынса, 1990 йылдан Республика онкология диспансерында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, тәүҙә санитарка, ә аҙаҡ химиотерапия бүлегендә медсестра булып эшләй[1].
1994 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын ҡыҙыл диплом менән тамамлай һәм 21-се ҡала клиник дауаханаһы базаһында «хирургия» һөнәре буйынса йыллыҡ интернатура үтә. Онкология буйынса махсуслашыу үткәндән һуң 33-сө поликлиниканың 1-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында маммолог булып эшләй башлай. 1995 йылдан бер үк ваҡытта, профессор Ш. Х. Ганцев саҡырыуы буйынса, Башҡорт дәүләт медицина университетының онкология кафедраһында фән буйынса лаборант булып эшләй башлай. 1999 йылда медицина фәндәре докторы, профессор Ганцев Шамил Хәнәфи улы етәкселеге аҫтында «Оптимизация ранней диагностики рака молочной железы на амбулаторно-поликлиническом этапе» темаһына диссертация әҙерләй һәм уңышлы яҡлай. Өфө ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы янындағы беренсе маммология кабинеты эшен анализлау диссертация материалы булып хеҙмәт итә. Шул ваҡытта онкологияла профилактик йүнәлешкә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә[1].
2000 йылда профессор А. М. Ханов «Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү клиникаһында» маммология кабинетын ойошторорға саҡыра, ул ваҡытта уның проекты саҡ эшләнә башлаған була. 2001 йылда Хәкимова Р. Х. шәхси медицина клиникаһында эш башлай һәм тәүҙә уны дауалау-консультатия эше буйынса директор урынбаҫары, ә аҙаҡ баш табибы вазифаһында етәкләй, шул уҡ ваҡытта табип маммолог практик эшен дауам итә. Һөт биҙҙәре ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалауҙың бөтә заманса ысулдарын үҙләштергән.
IX Бөтә Рәсәй «Женщина-директор года» конкурсыны «Лидеры нового поколения» номинацияһында еңеүсе. «Open the World» (Рәсәй — АҠШ) программаһында ҡатнашыусы, Небраска штатының Почетлы гражданы, Омаха ҡалаһының Почетлы гражданы. 2009 йылда Рәсәй Федерацияһының уңышлы, абруйлы һәм танылған эшмәкәрҙәре иҫәбенә инә, биографияһы «Женщины-предприниматели Республики Башкортостан. Лидеры нового времени» каталогына (2007), «Современники России» федераль энциклопедияһына (2009) ингән[2][3].
— «Ученые России» Интернет-энциклопедияһы ҡатнашсыһы
— Небраска штатының һәм Омаха ҡалаһының Почетлы гражданы
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.