From Wikipedia, the free encyclopedia
Ушу́ (ҡыт. ғәҙәти 武術, ябайл. 武术) — термин, ҡытай һуғыш сәнғәте һәм уның нигеҙендә хәҙерге спорт һуғыш сәнғәте төрҙәрен аңлата.
Был мәҡәлә башҡорт теленә тулыһынса тәржемә ителмәгән. |
Ушу | |
Ил |
Ҡытай Ҡытай цивилизацияһы[d] |
---|---|
Ушу Викимилектә |
Ушу (武术)[1] — Ҡытайҙағы барлыҡ һуғыш сәнғәтенең дөйөм атамаһы. Ике иероглифтан: 武 wu («у») — «хәрби, һуғышсан» һәм 术 shu («шу») — «сәнғәт, техника» тора. Был маҡсатта төрөлө ваҡыттарҙа төрлө терминдар — уи (武艺), гошу (国术) һ.б. — ҡулланылған, шуға күрә уларҙың философик мәғәнәһен эҙләү бөтөнләй дөрөҫ түгел.
Кунфу (йәки гунфу) һәм ушу һуғыш сәнғәтендәге синонимдар. Ушу (武术) «хәрби сәнғәт», ә кунфу (功夫), «кунгфу» "оҫталыҡ"ты аңлата һәм Ҡытайҙа йоҙроҡ һуғышына ла, ашнаҡсы, талантлы музыкант һөнәренә лә әйтелә. «Кунгфу» әйтелешен американың гонконг яугирҙәрен кинола кантон диалектында әйтеүҙән Ҡытайҙың көньяғында киң таралған: ютпхин Gung1 fu1, кант.-урыҫ. кунфу)[2].
Ушуҙың йөҙ тирәһе төрө бар. Тарихи классификациялары:
Ушу-таолу («ушу комплекстары») — спорт төрө. Төрлө акробатик элементтар ҡулланып көрәшеү төрө Бергә-бер һәм коллектив һуғыш төрө (дуйлянь).
Саньда (ҡыт. ябайл. 散打, пиньин: sǎndǎ, рус. . «свободные удары», «свободный бой»)йәки Саньшоу (ҡыт. ябайл. 散手, пиньин: sǎnshǒu, рус. «свободные руки») йәки ҡытай боксы (кикбоксинг) — хәҙерге заман ҡытай бергә -бер һуғышы төрө[3] Саньда (Саньшоу), һуғыш сәнғәте булараҡ, ҡытай хәрбиҙәре тарафынан уйлап сығарылға спорт төрө, ул тардицион ушу нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Унда кикбоксинг элементтары, үҙ-үҙеңде һаҡлау элементтары, ушуһың төрлө стилдәре ҡатнаш ҡулланыла[4] Ҡытайҙың иң оҫта спортсыларыКунг Ле (кикбоксинг), Лю Хайлун (саньда),Муслим Салихов (саньда), Саймон Маркус (кикбоксинг), Зханг Тиквен (ММА) һәм Цзоу Шимин (бокс), Йи Лонг (Шаолинь).
Һуғыш тулы контактта алып барыла. Спортсы һаҡлаусы экипировка кейә: яңаҡтарҙы һәм эйәкте һаҡлаусы шлем, капа (тештәрҙе һаҡлаусы), боксер бирсәткәләре (бирсәткәләр ауырлығы спортсының ниндәй ауырлығтағы категорияға ҡарауына бәйле), түшелдерек(жилет), бот төбөн һәм осаны һаҡлаусы щит. Ҡулда мотлаҡ рәүештә бинтланған, әгәр бинтһыҙ булһа, спортсыны еңелеүсе тип иҫәпләйҙәр Шулай уҡ боттоң юғары һәм тубыҡтан түбән өлөшө лә бинтланған булырға мөмкин (медицина талабы буйынса). Һаҡлаусы әйберҙәрһеҙ ҙә һуғышырға мөмкин (бары тик боксер шорты һәм бирсәткәләр кейгән көйө генә).
Ярышта ҡатнашыусыларҙы ауырлыҡ категорияларына ҡарап һайлайҙар.
Баһаланыусы техника: аяҡ менән башҡа һуғыу (2 балл), тәнгә һуғыу (2 балл), ҡул менән тәнгә йәки башҡа һуғыу (1 балл), аяҡ менән янбашҡа һуғыу (1 балл). Балтырға аяҡ менән һуғыу рөхсәт ителә , тик мәрәй иҫәбенә индерелмәй. Көрәштәште күтәреп ырғытыу рөхсәт ителә. Эләктереп тороу 5 секунд дауамында булырға тейеш. Баһаланыуы: ярышташыңды ырғытыу, спортсы үҙ аяғында баҫҡан көйө ҡалһа — 2 балл. Көрәштәшенең өҫтөнә барып төшөп йыҡһа — 1 балл. Аяҡ салыу рөхсәт ителә. Партерҙа ятҡан көйө көрәшеү тыйыла.
Алыш 2 минуттан торған ике раундта алып барыла. Өсөнсө раундтың булыуы ла мөмкин. Әгр иҫәп асылһа (нокдаун), техника (һуғыу, ырғытыу) һәм нокдаун (2 балла)баһалана.
Спортсы әгәр ярышташын нокаутҡа ебәрһә, ике раундта ла еңһә; ярышташы дисквалификацияланһа йәки имгәнһә, уның штраф балдары 6-нан артһа, ике тапҡыр нокдаундта булһа, ике тапҡыр ярыш майҙансығынан ситкә сыҡһа, техник яҡтан еңеүсе тип табыла. Тыйылған хәрәкәттәр: 15 йәшкә етмәгәндәргә аяҡ менән башҡа һуғыу, барлыҡ йәш категорияларында ла тубыҡ менән, асыҡ бирсәткә менән һуғыу, терһәк менән һуғыу, елкәгә, енси органга, умыртҡа һөйәгенә һуғыу һәм партерҙа ятҡан кешегә һуғыу.
Штрафтар: иҫкәртеү (ярышташҡа өҫтәлмә 1 балл), ҡәтғи тыйыу (ярышташҡа өҫтәлмә 2 балл), майҙансыҡтан ситкә сығыу (ярышташҡа өҫтәлмә 2 балл (ред. Г.Музруков ФУР 2011 г.). Майҙансыҡтан ике тапҡыр ситкә сығыу — раундта еңелеү. Раундтағы икенән артыҡ нокдаунд — шулай уҡ еңелеү.
Рәсәйҙә рөхсәт ителмәй
Туйшоу («этәреүсе ҡулдар») — тайцзицюанда ҡулдар һиҙгерлеген, тойоусанлығын үҫтереүсе күнекмәләр. Туйшоу ярышында спортсылар ярышташтарын эләктермәй йәки һуҡмай ғына майҙансыҡтан сығырға йәки ергә йығылырға мәжбүр итеү.
Шуайцзяо — монгол далаларында йәшәгән күсмә халыҡтарҙың көрәш төрө. Был төр Цин династияһы осоронда барлыҡҡа килгән, унда маньчжур армияһы көрәшселәре император алдында һуғыш оҫталыҡтарын күрһәтеп ярышҡан. Йола буйынса спортсы өс раундың икеһендә көрәштәшен ергә йыҡҡас, еңеүсе тип һаналған. Улар тәндәрен ҡыҫып торған ҡаты куртка, оҙон ыштан һәм аяҡ кейеме кейгән көйө көрәшкән. Был һуғыш төрөндә кейемдең итәк, ең остарынан, яғаһынан, билғауынан тартып йығыу, аяҡтарын тотоу рөхсәт ителә, бары тик ыштанын ғына тоторға ярамай. Аяҡтар меән тубыҡтан аҫҡа һуғырға рөхсәт ителә.
В 1980-е и 1990-е годы на территории СССР и после его распада появился ряд школ, пытавшихся позиционировать себя в качестве школ ушу.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.