From Wikipedia, the free encyclopedia
Ураҙбаев Булат Насир улы (рус. Уразбаев Булат Насырович; 3 ғинуар 1949 йыл — 29 сентябрь 2011 йыл) — тележурналист, матбуғат эшмәкәре, сәйәсмән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте — башҡорт[1].
Ураҙбаев Булат Насир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1949 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 29 сентябрь 2011 (62 йәш) |
Һөнәр төрө | журналист |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Булат Насир улы Ураҙбаев 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында республиканың билдәле дәүләт эшмәкәре, 1946—1951 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте Рәйесе булған Ураҙбаев Насир Рафиҡ улы ғаиләһендә тыуған[2]
Юғары белемле — 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1970 йылда республика «Ленинец» (Ленинсы) йәштәр гәзитендә хәбәрсе булып башлай.
1975 йылдан Булат Ураҙбаев «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында телевидение комментаторы булып эшләй. 40 йылдан ашыу хеҙмәт юлын республиканың киң мәғлүмәт сараларына бағышлай; бик күп яҡлы журналист була, берҙәй үк мәғлүмәтлелек менән завод цехынан, колхоз баҫыуҙарынан репортаж алып бара йәки күренекле сйәсмәндәр менән әңгәмәләр үткәрә. 1975—1995 йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһының иң популяр һәм танылған комментаторы була[3].
Ул «Рәсәй экологияһы» конкурсында еңеп сыға, ил һәм республика журналистар конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе була[4].
1990 йылда Уразбаев Булат Насир улы Өфө ҡалаһының Совет районы, 58-се Әй һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса комиссияһы ағзаһы булған[5].
1995 йылда 1-се Ухтом һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
Республика матбуғатындағы күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн Булат Ураҙбаев Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Президиумы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған[6]
Булат Насир Ураҙбаев улы, ҡаты ауырыуына ҡарамаҫтан, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем эшләй. Ул 2011 йылдың 29 сентябрендә «Беҙҙең йылдар» яңы проектының премьераһы алдынан вафат була. Ул үҙе циклдың тәүге биш программаһын ғына тамамлап өлгөрә.
Мосолмандар зыяратында атаһы янында ерләнгән[7].
Өйләнгән, ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.