From Wikipedia, the free encyclopedia
Уй (рус. Уйское) — ауыл, Силәбе өлкәһе Уй районының административ үҙәге һәм район составында Уй ауыл биләмәһе. Силәбенән көньяҡ-көнбайышҡа (149 саҡрым автомобиль юлы буйлап), Уй йылғаһында, Ҡорама тимер юл станцияһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ауыл | |
Уйское Уй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Уй |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Телефон коды |
+7 35165 |
Почта индексы |
456470 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
74, 174 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ауыл 1742 йылдан алып билдәле. Ошо йылда Бахметьев хәрби биләмәһен —Уй ҡәлғәһе төҙөлөшөн башлай. Уй йылғаһы исеме менән атала.
Уй ҡәлғәһе башҡорт тарханы Таймаҫ Шәимовтың ризалығы менән нигеҙләнә, сөнки ул был ерҙең хужаһы булып ҡаралған.[2][3][4] Ошоноң өсөн Шәимов ҡылыс менән бүләкләнә, ә урындағы башҡорттар һалымдан ҡотолалар[4].
Ҡәлғә Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрен ҡырғыҙҙар һаҡлау өсөн, шулай уҡ башҡорттарҙың үҙ-ара эш итеүен иң яҡшы күҙәтеү өсөн төҙөлгән[4].
Уй ауылында ябылған сыр заводы, элекке "Память Ленина" колхозының үҙәк усадьбаһы урынлашҡан , шулай уҡ бында Силәбе өлкәһендә иң ҡиммәтле бәҙрәф (25 һум) бар. Урындағы халыҡтың төп килеме - бюджет өлкәһендә һәм "Красное и белое" магазин селтәрендә эшләү.
"Олимпиец" саңғы базаһында саңғы ярыштары буйынса "Рәсәй саңғы юлы" конкурсы уҙғарыла[6]. 2017 йылда ябыҡ хоккей корты төҙөлә[7]. 2019 йылда йөҙөү бассейны булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башлай, объект төҙөлөшөн ике йыл дауамында тамамлау күҙаллана.
Ауылда тыуған яҡты өйрәнеү музейы, "Колос" мәҙәниәт һарайы, Халыҡ ижады йорто эшләй. Ауыл уртаһындағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориал урынлашҡан. Уй ауылында 1920 йылда ҡуйылған Ф. Чечёткинға, В. Эстинға, С. Таращенко һәм М. Анисенкоға һәйкәл урынлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.