From Wikipedia, the free encyclopedia
Төркмәндәр менән бутамаҫҡа. Төркмәндәр (рус. туркуманы, туркманы; әзерб. Türkümənlər, Türkmanlar или Türkəmənlər, төркм. Türkmenler, төр. Türkmenler) — көнсығышта уғыҙ төрки халыҡтарға ҡарата ҡулланылған термин[1][2]. Урта быуат авторҙары Әл-Бируни менән Мәрүәзи яҙыуынса, Ислам ҡабул иткән уғыҙҙарҙы атағандар[3].
Төркиә төркмәндәре |
Башта экзоним булараҡ ҡулланылған атама яҡынса Юғары урта быуаттар осоронда боронғо төрк (türk) атамаһы һәм ырыуҙар атамаһы (баят, баяндур, афшар, кая һәм башҡалар) менән бер рәттән[3] Анатолия, Әзербайжан, Иран, Төркмәнстан уғыҙ ҡәбиләләренең этнонимы рәүешендә әйтелә башлай.
Анатолияла Ахырғы урта быуаттарҙа дәүләт һәм идара иткән династия исеменән сығып османлы төрктәр атамаһы уны ҡыҫырыҡлап сығарған. Әзербайжанда XVII быуатта милләт атамаһы булып ҡулланылмай башлай, әммә ярым күсмәндәргә ҡарата «терекемем» төшөнсәһе ҡала әле[4].
Бөгөн был этнонимды Урта Азия төркмәндәре (башлыса Төркмәнстан), шулай уҡ Ираҡ һәм Сүриәләге уғыҙ тоҡомдары йөрөтә.
Этнонимдың килеп сығышы тураһында бер нисә фараз бар[3]. Иң тәүге төркмән һүҙе Мәхмүт Ҡашғариның «Диван Лүғәти әт-Түрк» (1074) китабында телгә алына, ул һүҙҙең уйлап сығарылышын Искәндәр Зөлҡәрнәй (Александр Македонский) менән бәйләй. Рәшит әт-Дин дә ошо уҡ версияны ҡабатлай. Йәнә бер фараз буйынса «иманлы төрк» (фарс. Türk İman) тигәнде аңлата. Әл-Бируни һәм Мәрүәзи ҙә Исламға күскән уғыҙҙарҙы шулай атайҙар тип яҙған. Ф. А. Михайлов үҙенең «Туземцы Закаспийской области и их жизнь» тигән хеҙмәтендә, уғыҙҙар «кем һин» тигән һорауға төрк мән (мин) тип яуап биргәндән килеп сыҡҡан тип аңлата.
Тәүге тапҡыр туркман йәки төркмән термины VIII—IX быуаттарҙағы ҡытай сығанаҡтарында телгә алыналыр, моғайын(Тё-ку-мёнг)[5]. Төркмән терминын ҡулланыу мосолманлыҡ ҡабул иткән уғыҙҙарҙың тарала барыуына бәйле арта[5].
Төркмән атамаһы ныҡлы ҡулланыла башлау происходит в эпоху Бөйөк Сәлжүк империяһы осоронда күбәйә. Момолман уғыҙҙар сәлжүктәрҙең ҡыныҡ ырыуы янында берләшеп Бөйөк Сәлжүк империяһы төҙөләүгә нигеҙ һала. Династия солтандары Яҡын һәм Урта Азияла хакимлығын нығытыу өсөн уларҙы күсереп ултырта бара; шул рәүешле Сүриәлә, Ираҡта, көнсығыш Анатолияла хәрби нығытмалар барлыҡҡа килә. 1071 йылда Манцикерт һуғышынан һуң уғыҙҙар тотош Анатолияға ла, Әзербайжанға ла тарала. Юғары урта быуаттарҙа Анатолия төркмән иле булараҡ таныла. Ираҡта төркмәндәрҙең үҙәк ҡалаһы — Киркук.
Ивэ һәм Баяндур баяндур ырыуҙары ла төркмәндәрҙән, Ҡара Ҡуйлы һәм Аҡ Ҡуйлы дәүләтенең хакимлыҡ иткән тоҡомдары улар араһынан сыҡҡан. Был дәүләт юҡҡа сыҡҡас, төркмән ырыуҙары төрлө атамалар алып, мәҫәлән, афшарҙар, (өлөшләтә хаджилу, порнак, дёгер, мавселлу) быр ҡәбиләгә берләшеп, Ҡыҙылбаштар конфедерацияһы төҙөй[6].
Бөгөн төркмән тип аталған халыҡ боронғо уғыҙ сығышлы, төрки телле, башлыса Төркмәнстанда, тарихи рәүештә Афғанстанда һәм Ирандың төньяҡ-көнсығышында йәшәй. Диндәре — сөнни мосолман. Дөйөм һаны — 8 миллиондан ашыуыраҡ[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.