Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ (рус. Северо-За́падный федера́льный о́круг) — Рәсәйҙең европа өлөшөнөң төньяғында урынлашҡан административ ойошма. 2000-се йылдың 13-сө майында Рәсәй Федерацияһының президенты указы менән ойошторолған. Рәсәйҙең европа өлөшөнөң төньяғында һәм төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм үҙ эсенә 11 Рәсәй Федерацияһының субъектрын индерә:Карелия һәм Коми республикалары, Архангельск, Вологда, Мурманск, Ленинград, Новгород, Псков, Калининград өлкәләре, Ненец автономиялы округы, Санкт-Петербург ҡалаһы. Федераль кимәлдәге ҡала Санкт-Петербург округтың үҙәге булып булып тора.
ФО үҙәге | Санкт-Петербург ҡалаһы |
---|---|
Майҙаны | 1 677 900 км² (Рәсәй Федерацияһының 9,8 % ) |
Халҡы | 13 462 000 чел. (Рәсәй Федерацияһының 9,5 %, 1 ғинуар 2009) |
Халыҡ тығыҙлығы | 8 кеше/км² (2009) |
Ҡала халҡы % . | 82,4 % |
Субъекттар һаны | 11 |
Ҡалалар һаны | 152 |
Сәнәғәт этештереү күләме | 671 млрд һум. (2002) |
Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле | Илья Иосифович Клебанов |
Рәсми сайт | http://www.szfo.ru |
Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ отошло геополитик урын алып тора — Финляндия, Норвегия, Польша, Эстония, Латвия, Литва, Белорусь менән сикләшә, Балтик, Аҡ, Баренцев, Ҡыҙыл диңгеҙҙәренә сығыш бар.
Округ территорияһы Рәсәй Федерацияһының 9,8% майҙанын биләй.
Төньяҡ-Көнбайыш федераль округта 2009 й. 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 13 462 000 кеше[1] (Рәсәй халҡының 9,5 %). Ҡалала йәшәүселәр төп халыҡ булып тора.
Федераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып иҫәпләнмәй, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел[2].
№ | Флаг | Федерация субъекты | Административ үҙәк |
---|---|---|---|
1 | Архангельск өлкәһе | Архангельск | |
2 | Вологда өлкәһе | Вологда | |
3 | Калининград өлкәһе | Калининград | |
4 | Карелия Республикаһы | Петрозаводск | |
5 | Коми Республикаһы | Сыктывкар | |
6 | Ленинград өлкәһе | Санкт-Петербург | |
7 | Мурманск өлкәһе | Мурманск | |
8 | Ненец автономлы округы* | Нарьян-Мар | |
9 | Новгород өлкәһе | Бөйөк Новгород | |
10 | Псков өлкәһе | Псков | |
11 | Санкт-Петербург | ||
* Архангельск өлкәһе составына инә |
Ненец автономиялы округында, Комиҙың байтаҡ өлөшөндә, Архангельскиҙың төньяғында һәм Мурманск өлкәләрендә болансылыҡ, ҡиммәт тиреле йәнлеккә һунар һәм балыҡсылыҡ таралған. Карелияла, Комиҙың көньяғында һәм Архангельск өлкәләрендә шулай уҡ һөтлө малсылыҡ (эре мөгөҙлө мал) урындары менән игенселек бар.
Урман, ағас эшкәртеү һәм целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәттәре округта төп сәнәғәт төрҙәре булып тора. Сеймал табыу сәнәғәтенән Комилағы нефть сәнәғәтен, Мурманск өлкәһендә тимер һәм никель рудаларын сығарыу, Карелияның көньяғында мәрмәр, һәм Ленинград, Новгород һәм Вологда өлкәләрендә торф сығарыу тураһында әйтеп китеү мөһим.
Дөйөм бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбенә (2002 йылдың 9 октябры) ҡарағанда, Төньяҡ-Көнбайыш федераль округында 13 974 466 кеше йәшәй, йәғни Рәсәйҙең 9,63% халҡын тәшкил итә. Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе халыҡтың яртыһын тиерлек тәшкил итә. Бөтә ҡалған халыҡ аҙ уранлашҡан ҙур региондарҙа йәшәй. Милли состав:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.