From Wikipedia, the free encyclopedia
Трансформатор (лат. transformare — «әйләндереү, әүерелдереү») — ниндәй ҙә булһа магнит сымы ярҙамында ике йәки унан күберәк индуктив бәйләнгән урамалы электромагнит индукция ярҙамында йышлыҡтарҙы үҙгәртмәйенсә алмаш токтың бер йәки бер нисә системаһын (көсөргәнеш) бер нисә йәки башҡа системаға (көсөргәнеш) күсереүсе статик электромагнит ҡоролмаһы[1][2].
Трансформатор алмаш көсөргәнеште һәм/йәки гальваник сиселеште төрлө ҡулланыу өлкәһендә — электр энергетикаһында, электроника һәм радиотехникала үҙгәртә.
Трансформатор бер (автотрансформатор) йәки бер нисә айырым сымлы йә ленталы ураманан тора. Улар, ҡағиҙә булараҡ, ферромагнит йомшаҡ магнит материалынан эшләнгән магнит үткәргескә (сердечник) уралған дөйөм магнит ағымы менән берләштерелгән.
Трансформатор эшлү өсөн кәрәкле: металл булмаған, металл һәм магнит материалдарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеү, уларҙың теорияһын булдырыу талап ителә[3].
1831 йылда инглиз физигы Майкл Фарадей электр өлкәһендә төп тикшеренеүҙәр үткәргәндә электр трансформаторы эшмәкәрлеге нигеҙендә ятҡан электромагнит индукцияһы күренешен аса. 1831 йылдың 29 авгусында Фарадей үҙенең көндәлектәрендә тәжрибә барышын һүрәтләй. Уның барышында ул 15 һәм 2 см ҡалынлығындағы тимер ҡулсаға 15 һәм 18 см оҙонлоғондағы ике еҙ сым урай. Бер ураманы гальваник элементтар батареяһына тоташтырыуға, икенсе урамалағы гальвонометр үҙгәрә. Фарадей даими ток менән эшләгәнлектән, беренсе урамала ул максималь кимәлгә еткәс, икенсе урамала юғала һәм трансформация һөҙөмтәһен тергеҙеү өсөн батареяны һүндереп, ҡабаттан беренсе урамаға тоташтырырға кәрәк була.
Буласаҡ трансформаторҙың схематик һүрәтләнеше беренсе тапҡыр 1831 йылда М. Фарадей һәм Д. Генри эштәрендә барлыҡҡа килә. Әммә уларҙың береһе лә үҙенең приборында трансформаторҙың көсөргәнеш һәм ток үҙгәреше үҙенсәлеген, йәғни алмаш токтың трансформалашыуын билдәләмәй[4].
1848 йылда француз механигы Г. Румкорф махсус конструкциялы индукция катушкаһы уйлап таба. Ул трансформаторҙың иң беренсе өлгөһө булып тора.
Столетов Александр Григорьевич (Мәскәү университеты профессоры) был йүнәлештә тәүге аҙымдар яһай. Ул гистерезис элмәген таба һәм ферромагнетиктарҙың домен структураһын таба (1872 йыл).
1876 йылдың 30 ноябре — Павел Николаевич Яблочков патент алған көн беренсе алмаш ток трансформаторының тыуған көнө тип иҫәпләнә[5].
Трансформаторҙың эше төп принципҡа нигеҙләнә:
Ҡайһы бер юғары йәки бик юғары йышлыҡтарҙа эшләүсе трансформаторҙарҙа магнитлы үткәргес булмауы ла мөмкин.
Алмаш токлы көс трансформаторы — электр энергияһын ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән электр селтәрҙәрендәге һәм ҡулайламаларындағы энергияны үҙгәртеү өсөн тәғәйенләнгән трансформатор. «Көс» һүҙе уның ҡеәүтен билдәләй[6].
Автотрансформатор — трансформаторҙың беренсе һәм икенсе урамалар туранан-тура тоташтырылғанлыуы һөҙөмтәһендә электро магниты бәйләнеше генә түгел, электр бәйләнеше булған варианты.
Ток трансформаторы — беренсе урамаһы ток сығанағы менән туҡланған трансформатор.
Көсөргәнеш трансформаторы — көсөргәнеш сығанағынан туҡланыусы трансформатор.
Импульслы трансформатор — импульс формаһының үҙгәреүе минималь булған, импульс оҙайлығы тиҫтәләрсә микросекундҡа еткән импульс сигналдарын үҙгәртеүсе трансфортматор.
Иретеп йәбештереү трансформаторы — иретеп йәбештереүҙең төрлө төрҙәре өсөн тәғәйенләнгән трансформатор.
Бүлеү трансформаторы — беренсе ураманың икенсеһе менән электр менән бәйләнмәгән трансформатор.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.