Тор (Нөгөш ҡушылдығы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тор — Рәсәйҙәге йылға, Башҡортостандың Ишембай, Мәләүез райондары биләмәләрендә аға. Йылғаның оҙонлоғо — 54 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 445км²[2].
Тор | |
Ҡайҙа ҡоя | Нөгөш |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Йылға (йылға) һәм Торғаҫ (йылға) |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Бассейн майҙаны | 445 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 54 km |
Баш-Алатау һыртының көнбайыш битләүендә, Артмаҡ тауынан 4 км төньяҡтараҡ баш ала. Нөгөш йылғаһының уң ярына тамағынан 5 км алыҫлыҡта барып ҡоя.
Йылға буйында Воскресенское һәм Верхотор урынлашҡан.
XVIII быуат аҙағында йылғаның үрге ағымында бер нисә торама һәм Воскресенка баҡыр иретеү заводынан (хәҙерге Верхотор) торған урыҫ колонияһы барлыҡҡа килгән. Йылғала быуалар төҙөлгән, хәҙер Верхотор менән Воскресенскийҙа һыуһаҡлағыстар, Кузнецовский утары янында быуаһы бар.
Удмуртия топоним белгесе Калинина Л. И. йылғаның исемен, ихтимал, хант телендәге сор (күл) тигән һүҙҙән килеп сыҡҡандыр, тип яҙа[3]. Мәгәр башҡорт ғалимдары этимологияһы асыҡ түгел тигән һығымта яһай[4].
Рәсәй дәүләт һыу реестры ҡарап мәғлүмәттәре буйынса Кама һыу бассейны округы, йылға бассейны — Кама, бәлкәй йылға бассейны — Ағиҙел, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы башынан Арский ташы[2] һыу үлсәү посына тиклем
(тамағынан алып алыҫлығы)
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.