From Wikipedia, the free encyclopedia
Хосе Санс Фернандо Торрес (исп. Fernando José Torres Sanz; 20 март 1984 йыл, Фуэнлабраде, Мадрид, Испания) — Испания футболсыһы, һөжүмсе, 2003—2014 йылдарҙа Испания йыйылма командаһы уйынсыһы, өс Европа чемпионатында һәм өс Донъя чемпионатында ҡатнашыусы.
Торрес Фернандо | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Фернандо Хосе Торрес Санс[1] | |
Тыуа | 20 март 1984[2][3][4] (40 йәш) Фуэнлабрада, Мадрид, Испания[5] | |
Гражданлығы | ||
Буйы | 186[6] см | |
Клубы | ||
Клубы | карьераһын тамамлаған | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1989—1991 | Парке 84 | |
1991—1994 | Мариос Холанда | |
1994—1995 | Райо 13 | |
1995—2001 | Атлетико Мадрид | |
Клуб карьераһы* | ||
2001—2007 | Атлетико Мадрид | 214 (82) |
2007—2011 | Ливерпуль | 102 (65) |
2011—2015 | Челси | 110 (20) |
2014—2015 | → Милан | 10 (1) |
2015—2016 | Милан | 0 (0) |
2015—2016 | → Атлетико Мадрид | 49 (14) |
2016—2018 | Атлетико Мадрид | 58 (13) |
2018—2019 | Саган Тосу | 35 (5) |
Йыйылма командаһы** | ||
2000 | Испания (15 йәшкә тиклем) | 1 (0) |
2001 | Испания (16 йәшкә тиклем) | 9 (11) |
2001 | Испания (17 йәшкә тиклем) | 4 (1) |
2001 | Испания ((18 йәшкә тиклем)|) | 1 (1) |
2002 | Испания (19 йәшкә тиклем) | 5 (6) |
2002—2003 | Испания (21 йәшкә тиклем) | 10 (3) |
2003—2014 | Испания | 110 (38) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаттары | ||
Алтын | КАР (ЮАР) 2010 | |
Конфедерациялар кубогы | ||
Бронза | ЮАР 2009 | |
Көмөш | Бразилия 2013 | |
Европа чемпионаттары | ||
Алтын | Австрия/Швейцария 2008 | |
Алтын | Польша/Украина 2012 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
Торрес — Мадридтың «Атлетико» клубы тәрбиәләнеүсеһе, 2007 йылда Англияға күсенә һәм унда «Ливерпуль» һәм «Челси» өсөн сығыш яһай, беренсе тапҡыр Чемпиондар лигаһы һәм Европа лигаһында ҡатнаша. 2014 йылдың көҙөндә Италияла «Милан» өсөн ҡыҫҡа сығыштарынан һуң, 2015 йылдың ғинуарында «Атлетико»ға ҡайта, уның менән карьераһында икенсе тапҡыр Чемпиондар лигаһында һәм Европа лигаһында уйнай һәм һуңғыһында еңеү яулай.
Мата Хуан менән бергә Европаның һәм донъяның дүрт иң абруйлы турнирының — УЕФА чемпиондары лигаһы, УЕФА Европа лигаһы, Европа чемпионаты һәм Донъя чемпионаты — алтын миҙалдар тупланмаһы эйәһе европа йыйылмаһы булып тора[7].
Фернандо Торрес 1984 йылдың 20 мартында тыуа. Бала сағында уҡ футбол менән ҡыҙыҡһына, тағы ла балаһы була, үҙенең беренсе «84 Parque» командаһына биш йәшендә ҡушыла[8]. Олатаһы футболға битараф була, әммә «Атлетико Мадрид» тураһында һүҙ сыҡһа, ул ажар көйәрмәнгә әүерелә. Фернандоға Мадрид клубына һөйөү тап олатаһынан күсә.
Торресҡа ете йәш тулғанда ул күршеләге"Holanda Mario' ' s" кафеһы командаһы өсөн уйнай башлай[8]. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул даими рәүештә гол индерә. Өс йыл үткәс, ун йәшендә, беренсе «Райо 13» командаһына ҡушыла[9]. 1994 йылда, «Райо 13» балалар командаһында Торрес ун 55 туп индерә һәм «Атлетико Мадрид»ҡа саҡырыла. Скауттар уның уйыны менән һоҡлана, ә йәш футболсы үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, 1995 йылда Мадрид клубына ҡушыла. Өс йылдан һуң Торрес йәштәр командаһы составында карьераһында беренсе еңеүен яулай. «Атлетико Мадрид» етәкселеге «Nike Cup Europe» турнирында ҡатнашыуға заявка бирә, унда 15 йәшкә тиклем бик күп билдәле Европа командалары ҡатнашырға теләк белдерә. Торрес команда лидерҙарының береһе була һәм «Атлетико Мадрид»ҡа турнирҙа еңергә ярҙам итә, ә һуңғараҡ ошо йәш категорияһында Европаның иң яҡшы уйынсыһы булып таныла[10].
1999 йылда Торрес клуб менән беренсе контрактын төҙөй[9]. Шулай уҡ йәш форвардтың 16 йәшкә тиклемге йәш категорияһында Испания йыйылма командаһында сығышы ҙур уңыштарға килтерә. 2001 йылда испандар Алгарвиҙа 16 йәшкә тиклем Европа чемпионаты турнирында еңә, Фернандо 6 уйында 7 туп индереп, иң яҡшы уйынсы булып таныла. Йәш голеадорҙың "Атлетико Мадрид"ның өлкәндәр командаһы өсөн дебюты 2000/01 йылдар миҙгеле һуңында була, ә инде бер аҙнанан ул «Альбасет» менән уйында үҙенең тәүге голын индерә[10]. Бер миҙгелдән һуң "матрасник"тар Ла лигаһына әйләнеп ҡайта. Ул ваҡытта Торрестың күрһәткестәре бик ҙур булмай — Сегунданың 36 матчында 6 гол. Әммә был Фернандоға төрлө йәш категорияларындағы йыйылма командалар өсөн сығыш яһауын дауам итә. Беренсе миҙгелдә юғары дивизионда ул дәғүәселәренең ҡапҡаһына 13 тапҡыр гол индерә, ә «Атлетико Мадрид» чемпионатты 12-се баҫҡыста тамамлай. Саҡ ҡына һуңыраҡ Фернандо Испания йәштәр йыйылма командаһы өсөн уйнай.
Бер нисә миҙгел буйына Мадрид клубы Еврокубоктарҙа ҡатнашыу хоҡуғы өсөн һөҙөмтәһеҙ көрәш алып бара. Мәҫәлән, 2003/04 йылдар миҙгелендә 35 уйында 19 йәшлек Торрес 19 туп индерә һәм клуб тарихында иң йәш капитан була, әммә «Атлетико Мадрид» 7 урын биләп, УЕФА кубогына путевканы «Севилья» клубына бирә. Һуңынан Эль Ниньо Португалия йыйылма командаһына ҡаршы иптәштәрсә матчта дебют яһап, илдең ололар командаһына саҡырыу ала[10].
Европаның алдынғы клубтарының Торресҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта бара, әммә ул һәр ваҡыт «Атлетико Мадрид»ҡа тоғро ҡала һәм Испания йыйылма командаһы өсөн сығыш яһауын дауам итә. 2004 йылда уның составында Европа чемпионатында ҡатнаша. 2006 йылда Германиялағы донъя чемпионатында Торрес өс гол индерә. 2006/07 йылдар миҙгеле «Эль Ниньо» өсөн «Атлетико Мадрид» командаһында һуңғыһы була.
2007 йылдың 4 июлендә футболсы «Ливерпулгә» ҡушыла, унда шунда уҡ билдәле «туғыҙ» һанлы футболкаға эйә була. был номер менән элек Иан Раш һәм Робби Фаулер кеүек билдәле футболсылар сығыш яһай.
«Ливерпулдә» беренсе миҙгелендә үк Торрес Робби Фаулер заманынан алып Премьер-лигала 20-нән ашыу гол индереп, быға тиклем дебюты ваҡытында индергән голдары буйынса рекорд ҡуйған Руду ван Гистелройҙы уҙып китеп, яңы рекорд ҡуя (Фернандо лигала 24 гол индереүгә өлгәшә)[10], шулай уҡ өйҙәге һигеҙ уйында рәттән дәғүәсеһенең ҡапҡаһын ҡоро ҡалдырмай һәм Роджер Ханттың рекордын ҡабатлай. Беренсе миҙгелдә Торрес барлыҡ турнирҙарҙа үҙ иҫәбенә 33 гол яҙа. 2008 йылдың июнендә Фернандо Торрес Австрияға һәм Швейцарияға Европа чемпионатына юллана. Унда Давид Вилья менән бергә команданың төп һөжүмсеһе була. Европа беренселегендә ул 2 туп индерә, уның береһе — 29 июндә Германияла Венала ҡаршы финал уйынында. Был еңеү испандар өсөн мөһим була. Улар иналда 1:0 иҫәбенә еңә һәм иң яҡшы команда тип таныла.
Англия Премьер-лигаһының яңы миҙгелендә Торрес «Ливерпуль» өсөн «Сандерленд» командаһы менән уйындың 83-сө минутында турнирҙың тәүге голын индерә, уйын 0:1 иҫәбенә тамамлана.
Яңы миҙгел башында Торрес командаһына 3 гол менән ярҙам итә, әммә был уны «Тоттенхэм Хотспур» (1:2) һәм «Астон Вилла» (1:3) клубтарынан еңелеүҙән ҡотҡармай. Торрес «Сток Сити», «Астон Вилла» һәм «Болтон Уондерерс» командалары менән уйнағанда айырылып тора.
2009 йылдың 29 декабрендә «Астон Вилла» менән уйындың 93-сө минутында хәл иткес тупты индерә, шул уҡ ваҡытта был гол Премьер-лигала 50-се була. Матч 0:1иҫәбенә «Ливерпулдең» еңеүе менән тамалана.
2009/10 йылдар миҙгелендә Торрес йыш йәрәхәтләнә һәм дөйөм алғанда чемпионат матчтарының яртыһында тиерлек уйнамай. Әммә ошо ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул 22 матчта 18 гол индерә һәм бомбардирҙар рейтингында «Тоттенхэм Хотспур» командаһынан 11 уйынға күберәк уйнаған Дефо Джермейн менән 6-сы урынды бүлешә.
2010/11 йылдар миҙгеле уртаһында Торрес менән «Челси» ҡыҙыҡһына һәм форвардтың трансферы өсөн 35 миллион фунттәҡдим итә, әммә «мерсисайдтар» испанлыны һатыуҙан баш тарта[11]. Фернандо клуб етәкселегенә үҙен һатыуға ҡуйыуҙе һорап мөрәжәғәт итә, әммә уның үтенесе кире ҡағыла[12].
2011 йылдың 31 ғинуарында «Ливерпуль» етәкселеге «Челсиҙың» Фернандоны һатып алыуы тураһындағы тәҡдимен ҡабул итә[13]. Шул уҡ көндө Торрес яңы клуб менән биш йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуя[14], эш хаҡы аҙнаһына 175 мең фунт тәшкил итә. Трансфер суммаһы — 58,5 миллион фунт — инглиз Премьер-лигаһы клубының футболсы өсөн түләгән иң ҙур хаҡ була[15]. «Ливерпулдең» бер нисә көйәрмәне Торрестың китеүенә яуап итеп, клуб офисы эргәһендә уның футболкаһын яндыра[16]. Күскәндән һуң үҙенең интервьяһында Торрес, «ҡыҙылдар» фандары тураһында бер ниндәй насар һүҙ әйтмәй һәм, ҡарарҙы һуңғы көндәрҙә түгел, ә алдан, «Челси» тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән ваҡытта уҡ ҡабул итеүен белдерә[17]. 6 февралдә өйҙәге матчта «Челси» командаһы өсөн «Ливерпуль» клубына ҡаршы дебют үткәрә[18]. 14 матчта (903 минут)[19] яңы клубта айырылып тора алмай, әммә Карло Анчелотти[20], Петр Чех[21] һәм Питер Одемвингие[22] уны яҡлай. 23 апрелдә «Вест Хэм Юнайтед»ҡа ҡаршы матчтың 83-сө минутында яңы клубы өсөн беренсе голын индерә, өҫтәмә ваҡытта Флоран Малудаға һөҙөмтәле пас тапшыра[23]. Шуға ҡарамаҫтан, 2011/12 йылдар миҙгелендә Фернандо бик һирәк гол индерә, голһыҙ осоро биш ай тиерлек дауам итә[24][25], футболсының психологик торошо ҡатмарлы булып ҡала[26][27], ә Испания йыйылма командаһы етәкселеге Торресты 2012 йылғы Европа чемпионатына саҡырыу мөмкинлеген ҡарай[28][29][30].
2012 йылдың 29 апрелендә, Премьер-лигала «Куинз Парк Рейнджерс»ҡа ҡаршы уйында Торрес 3 туп индереп, «Челси» составында иң тәүге хет-тригын эшләй.
2012/13 йылдар миҙгелендә Торрес Европа лигаһында 6 гол индереп, «Челси»ҙың иң яҡшы бомбардиры була. Бер тупты ул турнирҙың финалында «Бенфики» ҡапҡаһына керетә, һөҙөмтәлә «Челси» 2:1 иҫәбенә еңеп трофей яулай. 2012/13 йылдар миҙгелендә барлыҡ турнирҙарҙа бөтәһе 22 гол индереп, «Челси»ҙың иң яҡшы бомбардиры исемен ала[31].
Тарихта «Челси» командаһы өсөн бер миҙгелдә ете турнирҙа гол индергән беренсе уйынсы[32].
2014 йылдың 29 авгусында «Челси» һәм «Милан» футболсыны 2 йылға ҡуртымға алыу тураһында килешә, рәсми трансфер шәхси контракт тураһында килешкәндән һәм медосмотр үткән һуң төҙөлә[33].
2014 йылдың 23 сентябрендә «Эмполгә» ҡаршы матчта «Милан» өсөн беренсе голын индерә. Уйын 2:2 иҫәбе менән тамамлана[34].
2014 йылдың 27 декабрендә Торрес Мадридтың «Атлетико» командаһына Алессио Черч менән алмашыу өсөн 2015 йылдың 5 ғинуарынан[35] даими нигеҙҙә «россонери» уйынсыһы буласағы тураһында белдерелә[36]. 2015 йылдың 7 ғинуарынан Торрес «Атлетико» өсөн беренсе матчын уҙғара. Ул Испания кубогында Мадридтың "Реал"ына ҡаршы уйнай. Майҙанда 60 минут самаһы булғас, Коко менн алмаштырыла. 2015 йылдың 15 ғинуарынан «Атлетико»ға ҡайтҡандан алып беренсе голын ҡабат шул уҡ «Реал» ҡапҡаһына индерә, матч 2:2 иҫәбенә тамамлана.
2015 йылдың майында көйәрмәндәр версияһы буйынса "Атлетико"ның иң яҡшы уйынсыһы булып таныла. Быға «Вильярреала» ҡапҡаһына индергән берҙән-бер голы һәм «Леванте»ға индергән тубы сәбәп була.
2016 йылдың апреленән "Атлетико"ның старт составында нығына. Чемпиондар лигаһының сирек финалында «Барселона» ҡапҡаһына гол индерә.
2018 йылдың апрелендә 2017/18 йылдар миҙгеле Фернандо Торрес өсөн Мадридтың «Атлетико» составында һуңғыһы булыуы асыҡлана[37].
2018 йылдың 10 июленән Фернандо Торрес «Саган Тосу» уйынсыһы булып китә[38]. Испания клубы һөжүмсеһе Япония клубына ирекле агент хоҡуғында күсә.
2019 йылдың 21 июнендә Фернандо Торрес үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә карьераһын тамамларға теләүе тураһында иғлан итә[39]. Ике көндән һуң ул Япония чемпионатында үҙ командаһының «Виссел Кобе» (клуб өсөн Андрес Иньеста һәм Давид Панч уйнай) командаһына ҡаршы матчы уның профессиональ футболда һуңғы уйыны буласағын белдерә[40].
Торрес Европа чемпионатында (2008) 33-сө минутта еңеү голын индерә[10]. Испания йыйылма командаһы өсөн ике хет-трик эшләй. Уларҙың береһе Конфедерациялар кубогында Яңы Зеландия йыйылма командаһына ҡаршы уйнағанда башҡарыла. Йәрәхәттәргә тулы 2009/10 йылдар миҙгеле Торрестың Көньяҡ Америкалағы Донъя чемпионатында ла сағылыш таба. Ул турнир барышында үҙенең яҡшы уйынын күрһәтә алмай, бер генә гол да индермәй, хатта 2010 йылдың 11 июлендә ярымфинал һәм финал уйындарына сығарылмай. Финал уйындарында Нидерланд йыйылма командаһына ҡаршы Фернандо бары тик икенсе өҫтәмә таймда Давид Вильены алмаштыра. Һуңғы минутта йәрәхәтләнгән футболсы минут тирәһе газонда ята, әммә уйын дауам итә[41]. 2012 йылдың 14 июнендә Европа чемпионатында Торрес дубль яһап, Испанияға Ирландияны 4:0 иҫәбе менән еңергә ярҙам итә, шул уҡ матчта Давид Сильва һәм Фабрегас гол индерә. 2012 йылдың 1 июлендә Европа чемпионатының финал матчтарында Испания Италия мпнән уйнағанда икенсе таймда алмашҡа сыға һәм 84-се минутта гол индерә, шулай уҡ һөҙөмтәле пас бирә һәм өс гол индергән иң яҡшы бомбардир тип таныла, шулай уҡ «Алтын бутса»ға лайыҡ була[42]. Торрес Европа чемпионатының ике финал матчында (2008, 2012)гол индергән беренсе футболист була. 2012 йылдың 7 сентябрендә ул Испания йыйылма командаһы өсөн 100-сө уйынын үткәрә һәм шундай ҡаҙанышҡа еткән алтынсы футболсы була. Бразилияла уҙған Конфедерациялар кубогында (2013), Фернандо Торрес турнирҙың иң яҡшы бомбардиры булараҡ (5 гол) «Алтын бутса»ға эйә була.
«Атлетико Мадрид»
«Челси»
Испания йыйылма командаһы
Торрес Олалья Домингесҡа өйләнгән[43]. 2009 йылдың 8 июлендә — ҡыҙҙары Нора[44], 2010 йылдың 6 декабрендә — улдары Лео[45], 2015 йылдың 26 октябрендә ҡыҙҙары Эльса тыуа.
2019 йылдың 21 июненә ҡарата[46]
Сығыш | Лига | Ил кубогы | Лига кубогы | Еврокубоктар | Башҡалар[47] | Итого | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Клуб | Лига | Миҙгел | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдр | Уйындар | Голдар | Игры | Голы | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар |
Атлетико Мадрид | Сегунда | 2000/01 | 4 | 1 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? |
2001/02 | 36 | 6 | 1 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Примера | 2002/03 | 29 | 13 | 3 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | |
2003/04 | 35 | 19 | 5 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2004/05 | 38 | 16 | 6 | 2 | 0 | 0 | 5 | 2 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2005/06 | 36 | 13 | 4 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2006/07 | 36 | 14 | 4 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Йәмғеһе | 214 | 82 | 25 | 7 | 0 | 0 | 5 | 2 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Ливерпуль | Премьер-лига | 2007/08 | 33 | 24 | 1 | 0 | 1 | 3 | 11 | 6 | 0 | 0 | ? | ? |
2008/09 | 24 | 14 | 3 | 1 | 2 | 0 | 9 | 2 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2009/10 | 22 | 18 | 2 | 0 | 0 | 0 | 8 | 4 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2010/11 | 23 | 9 | 1 | 0 | 0 | 0 | 2 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Йәмғеһе | 102 | 65 | 7 | 1 | 3 | 3 | 30 | 12 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Челси | Премьер-лига | 2010/11 | 14 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 4 | 0 | 0 | 0 | ? | ? |
2011/12 | 32 | 6 | 6 | 2 | 1 | 0 | 10 | 3 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2012/13 | 36 | 8 | 5 | 1 | 4 | 2 | 15 | 9 | 4 | 2 | ? | ? | ||
2013/14 | 28 | 5 | 2 | 0 | 1 | 1 | 9 | 4 | 1 | 1 | ? | ? | ||
Йәмғеһе | 110 | 20 | 13 | 3 | 6 | 3 | 38 | 16 | 5 | 3 | ? | ? | ||
Милан | Серия A | 2014/15 | 10 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? |
Йәмғеһе | 10 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Атлетико Мадрид | Примера | 2014/15 | 19 | 3 | 4 | 3 | 0 | 0 | 3 | 0 | 0 | 0 | ? | ? |
2015/16 | 30 | 11 | 2 | 0 | 0 | 0 | 12 | 1 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2016/17 | 31 | 8 | 5 | 1 | 0 | 0 | 9 | 1 | 0 | 0 | ? | ? | ||
2017/18 | 27 | 5 | 6 | 3 | 0 | 0 | 12 | 2 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Йәмғеһе | 107 | 27 | 17 | 7 | 0 | 0 | 36 | 4 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Саган Тосу | Джей-лига | 2018 | 17 | 3 | 2 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? |
2019 | 11 | 0 | 0 | 0 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Йәмғеһе | 28 | 3 | 2 | 1 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | ? | ? | ||
Барлығы | 571 | 198 | 64 | 19 | 11 | 6 | 109 | 34 | 5 | 3 | ? | ? |
2014 йылдың 28 ноябренә ҡарата[48]
Йыйылма команда | Миҙгел | Иптәштәрсә осрашыуҙар | Турнирҙар | Барыһы | |||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | ||
Испания | 2003 | 1 | 0 | 2 | 0 | 3 | 0 |
2004 | 6 | 1 | 5 | 0 | 11 | 1 | |
2005 | 3 | 1 | 9 | 7 | 12 | 8 | |
2006 | 6 | 1 | 7 | 4 | 13 | 5 | |
2007 | 2 | 0 | 4 | 1 | 6 | 1 | |
2008 | 6 | 1 | 7 | 2 | 13 | 3 | |
2009 | 4 | 2 | 9 | 3 | 13 | 5 | |
2010 | 4 | 1 | 8 | 2 | 12 | 3 | |
2011 | 7 | 1 | 2 | 0 | 9 | 1 | |
2012 | 3 | 1 | 7 | 3 | 10 | 4 | |
2013 | 1 | 0 | 4 | 5 | 5 | 5 | |
2014 | 1 | 1 | 3 | 1 | 4 | 2 | |
Карьераһында барлығы | 43 | 10 | 67 | 28 | 110 | 38 |
Торрестың Испания йыйылма командаһы өсөн уйындары һәм голдары | |||||
---|---|---|---|---|---|
№ | Дата | Оппонент | Иҫәп | Торрестың голдары | Ярыш |
1 | 6 сентябрь 2003 | Португалия | 3:0 | — | Иптәштәрсә матч |
2 | 10 сентябрь 2003 | Украина | 2:1 | — | ЕЧ һайлап алыу туры ЧЕ-2004 |
3 | 15 ноябрь 2003 | Норвегия | 2:1 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары -2004 |
4 | 31 март 2004 | Дания | 2:0 | — | Иптәштәрсә матч |
5 | 28 апрель 2004 | Италия | 1:1 | 1 | Иптәштәрсә матч |
6 | 5 май 2004 | Андорра | 4:0 | — | Иптәштәрсә матч |
7 | 12 июнь 2004 | Рәсәй | 1:0 | — | Финальные матчи ЧЕ-2004 |
8 | 16 июнь 2004 | Греция | 1:1 | — | Финальные матчи ЧЕ-2004 |
9 | 20 июнь 2004 | Португалия | 0:1 | — | Финальные матчи ЧЕ-2004 |
10 | 18 август 2004 | Ҡалып:Флаг Венесуэлы (1954-2006) Венесуэла | 3:2 | — | Иптәштәрсә матч |
11 | 3 сентябрь 2004 | Шотландия | 1:1 | — | Иптәштәрсә матч |
12 | 9 октябрь 2004 | Бельгия | 2:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2006 |
13 | 13 октябрь 2004 | Литва | 0:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2006 |
14 | 18 ноябрь 2004 | Англия | 1:0 | — | Иптәштәрсә матч |
15 | 10 февраль 2005 | Сан-Марино | 5:0 | 1 | ДЧ һайлап алыу матчтары-2006 |
16 | 26 март 2005 | Ҡытай | 3:0 | 1 | Иптәштәрсә матч |
17 | 30 март 2005 | Сербия һәм Черногория | 0:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2006 |
18 | 4 июнь 2005 | Литва | 1:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2006 |
19 | 8 июнь 2005 | Босния һәм Герцеговина | 1:1 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2006 |
20 | 17 август 2005 | Уругвай | 2:0 | — | Иптәштәрсә матч |
21 | 3 сентябрь 2005 | Канада | 2:1 | — | Иптәштәрсә матч |
22 | 7 сентябрь 2005 | Сербия һәм Черногория | 1:1 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2006 |
23 | 8 октябрь 2005 | Бельгия | 2:0 | 2 | ДЧ һайлап алыу матчтары-2006 |
24 | 12 октябрь 2005 | Сан-Марино | 6:0 | 3 | ДЧ һайлап алыу матчтары-2006 |
25 | 12 ноябрь 2005 | Словакия | 5:1 | 1 | ДЧ һайлап алыу матчтары-2006 |
26 | 16 ноябрь 2005 | Словакия | 1:1 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2006 |
27 | 1 март 2006 | Ҡалып:Флаг Кот-д’Ивуара Кот-д’Ивуар | 3:2 | — | Иптәштәрсә матч |
28 | 27 май 2006 | Рәсәй | 0:0 | — | Иптәштәрсә матч |
29 | 3 июнь 2006 | Мысыр | 2:0 | — | Иптәштәрсә матч |
30 | 7 июнь 2006 | Хорватия | 2:1 | 1 | Иптәштәрсә матч |
31 | 14 июнь 2006 | Украина | 4:0 | 1 | ДЧ финал матчтары-2006 |
32 | 19 июнь 2006 | Тунис | 3:1 | 2 | ДЧ финал матчтары-2006 |
33 | 23 июнь 2006 | Сәғүд Ғәрәбстаны | 1:0 | — | ДЧ финал матчтары-2006 |
34 | 27 июнь 2006 | Франция | 1:3 | — | ДЧ финал матчтары-2006 |
35 | 15 август 2006 | Исландия | 0:0 | — | Иптәштәрсә матч |
36 | 2 сентябрь 2006 | Ҡалып:Флаг Лихтенштейна Лихтенштейн | 4:0 | 1 | ЕЧ һайлап алыу матчтары -2008 |
37 | 6 сентябрь 2006 | Ҡалып:Флаг Северной Ирландии Төньяҡ Ирландия | 2:3 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары -2008 |
38 | 7 октябрь 2006 | Швеция | 0:2 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары -2008 |
39 | 11 октябрь 2006 | Аргентина | 2:1 | — | Иптәштәрсә матч |
40 | 7 февраль 2007 | Англия | 1:0 | — | Иптәштәрсә матч |
41 | 24 март 2007 | Дания | 2:1 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары -2008 |
42 | 28 март 2007 | Исландия | 1:0 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары -2008 |
43 | 21 август 2007 | Греция | 3:2 | — | Иптәштәрсә матч |
44 | 8 сентябрь 2007 | Исландия | 1:1 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары -2008 |
45 | 12 сентябрь 2007 | Латвия | 2:0 | 1 | ЕЧ һайлап алыу матчтары -2008 |
46 | 6 февраль 2008 | Франция | 1:0 | — | Иптәштәрсә матч |
47 | 27 март 2008 | Италия | 1:0 | — | Иптәштәрсә матч |
48 | 31 май 2008 | Перу | 2:1 | — | Иптәштәрсә матч |
49 | 4 июнь 2008 | АҠШ | 1:0 | — | Иптәштәрсә матч |
50 | 10 июнь 2008 | Рәсәй | 4:1 | — | Финальные матчи ЧЕ-2008 |
51 | 14 июнь 2008 | Швеция | 2:1 | 1 | Финальные матчи ЧЕ-2008 |
52 | 22 июнь 2008 | Италия | 4:2 | — | Финальные матчи ЧЕ-2008 |
53 | 26 июнь 2008 | Рәсәй | 3:0 | — | Финальные матчи ЧЕ-2008 |
54 | 29 июнь 2008 | Германия | 1:0 | 1 | Финальные матчи ЧЕ-2008 |
55 | 20 август 2008 | Дания | 3:0 | — | Иптәштәрсә матч |
56 | 11 октябрь 2008 | Эстония | 3:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2010 |
57 | 15 октябрь 2008 | Бельгия | 2:1 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2010 |
58 | 19 ноябрь 2008 | Чили | 3:0 | 1 | Иптәштәрсә матч |
59 | 11 февраль 2009 | Англия | 2:0 | — | Иптәштәрсә матч |
60 | 28 март 2009 | Төркиә | 1:0 | — | Иптәштәрсә матч |
61 | 1 апрель 2009 | Төркиә | 2:1 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2010 |
62 | 9 июнь 2009 | Әзербайжан | 6:0 | 1 | Иптәштәрсә матч |
63 | 14 июнь 2009 | Яңы Зеландия | 5:0 | 3 | Конфедерациялар кубогы 2009 |
64 | 17 июнь 2009 | Ҡалып:Флаг Ирака Ираҡ | 1:0 | — | Конфедерациялар кубогы 2009 |
65 | 20 июнь 2009 | КАР | 2:0 | — | Конфедерациялар кубогы 2009 |
66 | 24 июнь 2009 | АҠШ | 0:2 | — | Конфедерациялар кубогы 2009 |
67 | 28 июнь 2009 | КАР | 3:2 | — | Конфедерациялар кубогы 2009 |
68 | 12 август 2009 | Македония | 3:2 | 1 | Иптәштәрсә матч |
69 | 5 сентябрь 2009 | Бельгия | 5:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2010 |
70 | 9 сентябрь 2009 | Эстония | 3:0 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2010 |
71 | 10 октябрь 2009 | Әрмәнстан | 2:1 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2010 |
72 | 3 март 2010 | Франция | 2:0 | — | Иптәштәрсә матч |
73 | 8 июнь 2010 | Польша | 6:0 | 1 | Иптәштәрсә матч |
74 | 16 июнь 2010 | Швейцария | 0:1 | — | ДЧ финал матчтары-2010 |
75 | 21 июнь 2010 | Гондурас | 2:0 | — | ДЧ финал матчтары-2010 |
76 | 25 июнь 2010 | Чили | 2:1 | — | ДЧ финал матчтары-2010 |
77 | 28 июнь 2010 | Португалия | 1:0 | — | ДЧ финал матчтары-2010 |
78 | 3 июль 2010 | Ҡалып:Флаг Парагвая (1990-2013) Парагвай | 1:0 | — | ДЧ финал матчтары-2010 |
79 | 7 июль 2010 | Германия | 1:0 | — | ДЧ финал матчтары-2010 |
80 | 11 июль 2010 | Нидерланд | 1:0 | — | ДЧ финал матчтары-2010 |
81 | 3 сентябрь 2010 | Ҡалып:Флаг Лихтенштейна Лихтенштейн | 4:0 | 2 | ЕЧ һайлап алыу матчтары -2012 |
82 | 17 ноябрь 2010 | Португалия | 0:4 | — | Иптәштәрсә матч |
83 | 9 февраль 2011 | Колумбия | 1:0 | — | Иптәштәрсә матч |
84 | 25 март 2011 | Чехия | 2:1 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары -2012 |
85 | 4 июнь 2011 | АҠШ | 4:0 | 1 | Иптәштәрсә матч |
86 | 7 июнь 2011 | Венесуэла | 3:0 | — | Иптәштәрсә матч |
87 | 10 август 2011 | Италия | 1:2 | — | Иптәштәрсә матч |
88 | 2 сентябрь 2011 | Чили | 3:2 | — | Иптәштәрсә матч |
89 | 7 октябрь 2011 | Чехия | 2:0 | — | ЕЧ һайлап алыу матчтары -2012 |
90 | 12 ноябрь 2011 | Англия | 0:1 | — | Иптәштәрсә матч |
91 | 15 ноябрь 2011 | Коста-Рика | 2:2 | — | Иптәштәрсә матч |
92 | 30 май 2012 | Республика Корея | 4:1 | 1 | Иптәштәрсә матч |
93 | 3 июнь 2012 | Ҡытай | 1:0 | — | Иптәштәрсә матч |
94 | 10 июнь 2012 | Италия | 1:1 | — | Финальные матчи ЧЕ-2012 |
95 | 14 июнь 2012 | Ирландия | 4:0 | 2 | Финальные матчи ЧЕ-2012 |
96 | 18 июнь 2012 | Хорватия | 1:0 | — | Финальные матчи ЧЕ-2012 |
97 | 23 июнь 2012 | Франция | 2:0 | — | Финальные матчи ЧЕ-2012 |
98 | 1 июль 2012 | Италия | 4:0 | 1 | Финальные матчи ЧЕ-2012 |
99 | 16 август 2012 | Пуэрто-Рико | 2:1 | — | Иптәштәрсә матч |
100 | 7 сентябрь 2012 | Сәғүд Ғәрәбстаны | 5:0 | — | Иптәштәрсә матч |
101 | 16 октябрь 2012 | Франция | 1:1 | — | ДЧ һайлап алыу матчтары-2014 |
102 | 9 июнь 2013 | Ҡалып:Флаг Гаити Гаити | 2:1 | — | Иптәштәрсә матч |
103 | 20 июнь 2013 | Таити | 10:0 | 4 | Конфедерациялар кубогы 2013 |
104 | 23 июнь 2013 | Нигерия | 3:0 | 1 | Конфедерациялар кубогы 2013 |
105 | 27 июнь 2013 | Италия | 0:0 | — | Конфедерациялар кубогы 2013 |
106 | 1 июль 2013 | Бразилия | 0:3 | — | Конфедерациялар кубогы 2013 |
107 | 30 май 2014 | Боливия | 2:0 | 1 | Иптәштәрсә матч |
108 | 13 июнь 2014 | Нидерланд | 1:5 | — | ДЧ финал матчтары-2014 |
109 | 18 июнь 2014 | Чили | 0:2 | — | ДЧ финал матчтары-2014 |
110 | 23 июнь 2014 | Австралия | 3:0 | 1 | ДЧ финал матчтары-2014 |
Барлығы: 110 матч / 38 гол; 83 еңеү, 15 тигеҙ иҫәп, 12 еңелеү.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.