Иң таралған торба төрө — си-бемоль (in B) көйләнешле торба, яҙылған нотанан бер тонға түбәнерәк яңғырай. Америка оркестрҙарында йыш ҡына до (in C) көйләнешле торба ҡулланыла, тауышы асыҡ, сағыуыраҡ. Элегерәк төрлө көйләнешле торбала уйнағандар: in D, in Es, in E, in F, in G и in A, һәр береһе төрлө көйләнештәге көйҙө уйнауҙы еңеләйтер өсөн ҡулланған. Һорнайсылар оҫталығы артыуы, торба төҙөлөшөнөң яҡшырыу сәбәпле, күп төрлө ҡоралдар кәрәклеге юғала. Хәҙерге заманда төрлө көйләнештәге музыка in B торбаһында, йәки бик һирәк in C торбаһында уйнала.
Киң таралған торбалар төрө:
Альт торба in G йәки in F, түбән регистрҙағы тауыштар өсөн (Рахманинов — Өсөнсө симфония). Хәҙерге ваҡытта һирәк уйнала, уның урынына флюгельгорнда уйнайҙар.
Бас торба in B, ғәҙәти торбанан бер октаваға түбәнерәк яңғырай. XX б. икенсе яртыһына ҡарай ҡулланыштан сыға, хәҙер уның партияһын тромбонда уйнайҙар.
Торба-пикколо (кесе торба). XIX б. аҙағында килеп сыҡҡан төр, боронғо музыкаға ҡыҙыҡһыныу артыу сәбәпле, һуңғы ваҡытта йыш ҡулланыла. Си-бемоль (in B) көйләнешендә уйнай, ля (in A) көйләнешенә күсә ала. Кесе торбала билдәле уйнаусылар — Уинтон Марсалис, Морис Андре, Хокен Харденбергер.
Remove ads
Торбала уйнау өсөн яҙылған көйҙәр.
Яңғыҙ башҡарылған әҫәрҙәр
Хроматик торба
Йозеф Гайдн — Торба менән оркестр өсөн концерт Es-dur
Иоганн Гуммель — Торба менән оркестр өсөн концерт E-dur (йыш ҡына Es-dur башҡарыла)
Василий Брандт — Торба менән оркестр өсөн концертштюк #1 f-moll, #2 Es-dur
Александра Пахмутова — Торба менән оркестр өсөн концерт (1955)