From Wikipedia, the free encyclopedia
Таллий (лат. Thallium, Tl) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 13-сө төркөм элементы. Тәртип номеры — 81.
Таллий | |
Масса | 204,38 ± 0,01 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | таллом[d] |
Грозящая опасность | отравление таллием[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Уильям Крукс[d] |
Асыу датаһы | 1861 |
Элемент символы | Tl[2] |
Химик формула | Tl[3] |
Каноническая формула SMILES | [Tl][3] |
Атом һаны | 81 |
Электр кирелеге | 1,62 |
Ионный радиус | 1,5 ангстрем[4], 1,59 ангстрем[4], 1,7 ангстрем[4], 0,75 ангстрем[4], 0,89 ангстрем[4] һәм 0,98 ангстрем[4] |
Таллий Викимилектә |
Ауыр металдар төркөмөнә ҡарай. Ябай матдә таллий — йомшаҡ, бик ағыулы, көмөшһыу-аҡ төҫ менән көрәнһыу-зәңгәрерәк төҫмөрлө металл.
Таллий элементының символы — Tl (Таллий тип уҡыла).
Таллийҙы 1861 йылда инглиз ғалимы Уильям Крукс Гарц тау массивтарында урынлашҡан Абберод ҡалаһы янындағы көкөрт кислотаһы заводының ҡурғаш камераларында ҡалған шламды спектраль ысул менән тикшереп аса.
1862 йылда металлик таллий Уильям Крукс һәм француз химигы Клод-Огюст Лами тарафынан да үҙ аллы эҙләнгәндә табыла[5].
Элемент үҙенең исемен спектрындағы йәшел һыҙаттар айҡанлы ала (бор. грек. θαλλός — йәш, йәшел тәлгәш[6]).
Таллий — тарҡау элемент. Сфалерит, цинк, баҡыр һәм тимер колчеданы, калий тоҙо һәм слюдаларҙа була. Таллий — ауыр металл. Уның ете генә минералы билдәле (круксит (Cu, Tl, Ag)2Se, лорандит TlAsS2, врбаит Tl4Hg3Sb2As8S20, гутчинсонит (Pb, Tl)S • Ag2S • 5As2S5, авиценнит Tl2O3), уларҙың барыһы ла бик һирәк осрай. Төп массаһы сульфидтар, иң әүәл — тимер дисульфиды менән бәйле.
Таллий биосферала еңел күсеп йөрөй. Тәбиғи һыуҙан уны күмер, балсыҡ, марганец гидроксиды, һыуы һеңдерә, парға эәйләнгәндә туплана (мәҫәлән, Сиваш күлендә 5·10−8 г/л тиклем). бар. Калий минералдарында (слюда, ялан шпаты), сульфид мәғдәндә: галенит, сфалерит, марказит (0,5-кә тиклем %), киноварҙа туплана.Ҡушылма булараҡ тәбиғи марганец һәм тимер оксидтарында була.[7].
Таллийҙың уртаса йөкмәткеһе (ауырлығы буйынса):
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.