From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәлихов Хафиз Мирғазәм улы (лат. Хафиз улы Салихо Миргаҗәм; 5 сентябрь 1950 йыл) — ғалим-физик, дәүләт эшмәкәре. Рәсәйҙең бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. 1998—2001 йылдарҙа Татарстан Республикаһының сауҙа һәм тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлек министры. 2011 йылданреспубликаның Еңел атлетика федерацияһы президенты. Физика-математика фәндәре докторы.
Сәлихов Хафиз Мирғазәм улы | |
Тыуған: | 5 сентябрь 1950 (74 йәш) Әлмәт, Сарман районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
---|---|
Белеме: | А.Н. Туполев исемендәге Ҡаҙан дәүләт техник университеты |
Ғилми дәрәжәһе: | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Хафиз Мирғазәм улы Сәлихов 1950 йылдың 5 сентябрендә Татар АССР-ы Сарман районы Әлмәт ауылында тыуған. 1967 йылда урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай һәм Туполев исемендәге Ҡазан авиация институтының радиотехника факультетына уҡырға инә. 1974 йылда «Радиоэлектрон ҡоролмалар» һөнәре буйынса ошо уҡыу йортон тамамлай.
1974—1989 йылдарҙа Ҡазан юғары хәрби-инженер училищеһында инженер булып эшләй.
1988 йылда диссертация яҡлап «физика-математика фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһен ала.
1989 йылдан «Центр услуг» предприятиеһеның генеральный директор булып эшләй.
1994— 1998 йылдарҙа Татарстан Республикаһы министрҙар кабинеты ҡарамағындағы халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҫеш буйынса агентлығының генераль директоры.
1998 йылда Татарстан Республикаһының иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм сауҙа министры итеп һайлана.
2001 йылдан 2007 йылға тиклем Татарстан Республикаһы менән тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм сауҙа министры вазифаһын биләй.
2007 йылда Татарстан Республикаһынан «Берҙәм Рәсәй» исемлеге буйынса V сағырылыш Рәсәй Федерацияһы Федераль Собраниеһы Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана. Иҡтисади сәйәсәт һәм эшҡыуарлыҡ комитетының дәүләти-хосуси партнерлыҡты үҫтереү буйынса РФ Дәүләт Думаһы подкомитеты рәйесе булып эшләй.
2011 йылда «Баҙар иҡтисадында инфраструктура» һөнәре буйынса Джон Ф. Кеннеди исемендәге идарә мәктәбен тамамлай.
2011 йылдың 7 февралендә Еңел атлетика федерацияһы конференцияһында федерация президенты итеп һайлана.
2012 йылдан - Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Европа экономик комиссияһының дәүләти-хосуси партнерлыҡ буйынса белгестәр төркөмө рәйесе урынбаҫары.
2007 йылдан 2011 йылға тиклем V саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты вәкаләттәрен үтәү барышында 32 закон сығарыу инициативаһы һәм федераль закон проекттарына төҙәтмәләр индереүсе булып сығыш яһаны.[1].
90-дан ашыу фәнни мәҡәлә авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.