Сорансыҡ (рус. Уранчик) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Сорочинск районы биләмәләрендәге йылға. Сорочинск ҡалаһы янында Һаҡмар йылғаһына ҡоя. Йылға оҙонлоғо 16 км.

Ҡыҫҡа факттар Ҡайҙа ҡоя, Һыу йыйыу бассейны ...
Сорансыҡ
Ҡайҙа ҡоя Һамар (Волга ҡушылдығы)
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Оҙонлоҡ 16 km
Thumb
Ябырға

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округына ҡарай, Һыу хужалығы участкаһы — Һамар йылғаһы Сорочинск һыуһаҡлағысынан Елшән ауылы янындағы һыу үлсәү посына тиклем, Бәләкәй йылға бассейны — өҫтәмә бассейны юҡ. Йылға бассейны — Волга Куйбышев һыуһаҡлағысының үренән Каспийға ҡойғанға тиклем[2]

Рф территорияһы буйынса мәғлүмәт әҙерләү һәмҺыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010001012112100006457
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112100645
  • Бассейн коды — 11.01.00.010
  • ГӨ буйынса һаны — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Климаты

Был төбәк климаты — ҡырҡа континенталь[3]. Йәй эҫе һәм ҡоро. Климат йәйенең оҙайлығы: тулы булмаған дүрт ай. Ҡырау төшмәгән осор оҙонораҡ, уртаса 146 көн. Ҡыш һыуыҡ, ҡар ҡатламының иң юғары бейеклеге февралдә күҙәтелә (28 см). Температура тәүлек миҙгеленә һәм ел йүнәлешенә ҡарап ныҡ тирбәлә. Йәйгеһен +40 °C-ҡа тиклем температураның күтәрелеүе ихтимал, йәки киреһенсә +5 °C-ҡа тиклем төшөүе мөмкин. Көҙ иртә башлана, ғәҙәттә был сентябрҙең тәүге яртыһында килеп сыға, ә ҡыш йышыраҡ ноябрь башында башлана.

Яҙ март аҙағында башлана, ләкин тотороҡһоҙ була, хатта май аҙағында ла һыуыҡтар әйләнеп ҡайтырға мөмкин. Ҡышын һауа торошо уртаса һыуыҡтарҙан алып көслө һыуыҡтарға тиклем тирбәлә, ҡайһы берҙә еңелсә епшетеп алыуы йәки −40 °C-ҡа ҡаты һыуыҡтар булыуы күҙәтелә[4].

Этимологияһы

Ғәжәйеп рәүештә башҡорттар әле Соран тип атап йөрөгән йылға урыҫ телендә Уранға әйләнгән. Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында фараз ите-енсә, башҡорт телендәге атаманы уға яңғырашлы, әммә урыҫ телендә булған һүҙ менән алмаштырғандарҙыр. Соран атамаһы борон башҡорт телендә йомшаҡ әйтелгән (урыҫса яҙылышта — Сюрень), артабан урыҫ теле һәм башҡа телдәр йоғонтоһонда һуҙынҡы өндәр ҡалыная барып, башта Соранға, шунан инде Уранға әүерелгән, ти ул[5].

Төрлө фараздар буйынса фекер йөрөтә торғас, Моисеев атама «тихий, спокойный, медленный, вялый», йәғни һүрән тигән мәғәнәнән сыҡҡан тигән һығымта яһап ҡуя. Нисек булһа ла Һамарға ҡойған, атамаһына был һүҙ ингән өс йылға ла хәҙер Соран тигән вариантта йөрөй — Оло Соран, Кесе Соран, Сорансыҡ[6]

Иҫкәрмәләр

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.