Селен

From Wikipedia, the free encyclopedia

Селен

Селен (лат. Selenium, Se) — Менделеевтың периодик таблицаһының 4-се осор, 16-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 34.Атом массаһы элемент 78,971(8)[10]

Ҡыҫҡа факттар Масса, Кем хөрмәтенә аталған ...
Селен
Thumb
Масса 78,971 ± 0,008 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған Ай
Грозящая опасность selenium exposure[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән selenide minerals[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Йёнс Якоб Берцелиус[d][2] һәм Юхан Готлиб Ган[d]
Асыу датаһы 1817
Табылыу урыны Стокгольм
Элемент символы Se[3]
Химик формула Se[4]
Каноническая формула SMILES [Se][4]
Атом һаны 34[5]
Электр кирелеге 2,55
Ионный радиус 0,5 ангстрем[6], 0,28 ангстрем[6] һәм 0,42 ангстрем[6]
Әселәнеү дәрәжәһе −2, 2, 4 һәм 6
Тығыҙлыҡ 4,28 ± 0,01 грамм на кубический сантиметр[7]
Иреү температураһы 392 ± 1 ℉[7]
Ҡайнау нөктәһе 1265 ± 1 ℉[7]
Давление пара 0 ± 1 mm Hg[7]
PGCH коды 0550
Временное среднее значение предела допустимого воздействия 0,2 ± 0,1 mg/m³[7]
IDLH 1 ± 1 mg/m³[7]
Таксонда бар Копеечник[d][8]
Применяется для лечения nutritional deficiency disease[d][9]
 Селен Викимилектә
Ябырға

Муртыҡ, киҫелештә ялтыраусан, һоро төҫтә (аллотроп формаһы тотороҡло, тотороҡһоҙ формалары — ҡыҙыл төҫтөң төрлө төҫмөрҙәрендә). Халькогендарға ҡарай. Металл түгел.

Символы

Селен элементының символы — Se (Селен тип уҡыла).

Тарихы

1817 йылда Й. Я. Берцелиус тарафынан асылған.

Берцелиус Готлиб Ган менән бергә көкөрт кислотаһында өлөшсә ҡыҙыл, өлөшсә көрәнһыу ултырмаларын тикшергәндәр. Еңелсә торма еҫе сыҡҡанға күрә, Берцелиус унан теллур эҙләй башлаған, сөнки был тап шул матдәнең бер үҙенсәлеге.

Тикшереүҙәрендә ул әлегә тиклем билдәле булмаған, сифаттары буйынса теллурға оҡшаш металл таба. Теллур — Ер планетаһының исеме, Берцелиус үҙе әйтеүенсә, уны шул аналогия нигеҙендә яңы матдәне Селен (Ай планетаһы) тип атай (грек σελήνη)[11]

Үҙенсәлектәре

Селендың ағыулы булыуы һуңыраҡ асыҡланған. Селен сәнәғәтендә эшләүсе кешеләрҙең, шулай уҡ селенға бай үҫемлектәр ашаған хайуандарҙың ағыуланыу осраҡтары хәбәр ителә.

1954 йылда селендың микроорганизмдар өсөн биологик әһәмиәтенең беренсе билдәләре табыла[12][13].. 1957 йылда имеҙеүселәр биологияһында селендың мөһим роле асыҡлана[14][15]..

1970-се йылдарҙа үҙ-ара бойондороҡһоҙ ике энзим төркемендә селен барлығы асыҡлана, һуңынан аҡһымдарҙа селеноцистеин табыла[16]

Исеменең килеп сығышы

Атамаһы грек. σελήνη — Ай планетаһынан. Элемент тәбиғәттә уның менән химик яҡтан оҡшаш теллурҙың (Ер хөрмәтенә аталған) эйәрсене булыуы менән бәйле.

Тәбиғәттә

Thumb
Селен натураль

Ер ҡабығында селен йөкмәткеһе — 500 мг/т. Селен 37 минерал барлыҡҡа килтерә, улар араһында тәү сиратта ашавалит FeSe, клаусталит PbSe, тиманнит HgSe, гуанахуатит Bi2(Se, S)3, хастит CoSe2, платинит PbBi2(S, Se)3 булырға тейеш. Һирәк кенә селен самородогы осрай. Төп сәнәғәт әһәмиәтенә сульфид ятҡылыҡтары эйә. Сульфидтарҙа селен миҡдары 110 г/т тиклем тирбәлә . Диңгеҙ һыуында селен концентрацияһы 0,4 мкг/л[17]. Кавказ Минераль һыуҙарында селен 110 мкг/л йөкмәткеле сығанаҡ бар[18].

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.