ғалим-психолог, педагог From Wikipedia, the free encyclopedia
Сафин Вадим Фәтхи улы (11 апрель 1933 йыл — 7 сентябрь 2021 йыл ) — ғалим-психолог, педагог. 1969—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1982 йылдарҙа психология кафедраһы мөдире. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990).
Сафин Вадим Фәтхи улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 11 апрель 1933[1] |
Тыуған урыны | Яңы Себенле, Яңы Себенле ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 7 сентябрь 2021[2] (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө[2] |
Һөнәр төрө | ғалим, психолог, уҡытыусы |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты[1] |
Ғилми дәрәжә | психология фәндәре кандидаты[d][1] (1969) |
Вадим Фәтхи улы Сафин 1933 йылдың 11 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районының 2-се Назар (хәҙер Яңы Себенле) ауылында тыуған.
Жёлтый татар-башҡорт педагогия училищеһында уҡый. 1958 йылда Ырымбур педагогия институтын тамамлай. 1962 йылдан алып Стәрлетамаҡ, 1969 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия институттарында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәренең төп йүнәлеше — шәхестең үҙен-үҙе билдәләүе.
Уның тырышлығы менән Башҡортостанда беренсе булып психология кафедраһы (БДПИ, 1976) асыла. 1995 йылда ғалим ЮНЕСКО-ның Мәскәү бюроһы тарафынан хупланған башҡорт мәктәптәре һәм гимназиялары өсөн уҡытыу һәм тәрбиә концепцияларын һәм программаларын яҙа.
В. Ф. Сафин — Американың гуманистик йүнәлешле психологтар ассоциацияһының мөхбир ағзаһы (1994) һәм шулай уҡ Халыҡ-ара психология фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1996). Уның тарафынан 160-тан артыҡ фәнни хеҙмәт яҙылған.
Ғалим 2021 йылдың 7 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.