Салауат Юлаев исемендәге 1292-й Башҡорт истребителдәр-танкыға ҡаршы артиллерия полкы — Башҡорт АССР-ында Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ойошторолған Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл (РККА) армия хәрби подразделениеһы.
1292-се Башҡорт истребителдәр-танкыға ҡаршы артиллерия полкы | |
Почётлы исемдәре: |
Салауат Юлаев исемендәге |
---|---|
Ғәскәр: |
ҡоро ер ғәскәрҙәре |
Ғәскәр төрө: |
РККА истребителдәр- танкыға ҡаршы артиллерияһы |
Ойошторолған: |
1943 йылдың июлендә |
Хәрби юлы | |
Көнсығыш Европа |
Полкты булдырыу
Салауат Юлаев исемендәге 1292-й Башҡорт истребителдәр-танкыға ҡаршы артиллерия полкы (ИПТАП) Башҡорт АССР-ның Көньяҡ — Урал хәрби округы командующийының 1943 йылдың 21 апрелендәге 00205 һанлы бойороғо нигеҙендә төҙөлә. Хәрби формированиеға Салауат Юлаев исеме бирелә.
Унан алдараҡ, 1943 йылдың 21 мартында,ВКП(б)-ның Башҡорт өлкә комитеты өлкә комитеты бюроһына республиканың кеше һәм матди ресурстарынан ирекле миномёт бригадаһын булдырырға тәҡдим итә. 1943 йылдың 23 апрелендә ошо башланғыс ВКП(б)-ның Башҡорт өлкә комитеты бюроһы һәм БАССР-ҙың халыҡ комиссарҙары Советы берлектәге ултырышында ҡарала, унда Салауат Юлаев исемендәге айырым Башҡорт истребителдәр танкыға ҡаршы артиллерия полкы булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Полкты ут тотоу ҡеүәтен көсәйтеү өсөн 16-сы Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһына тапшырылыуын һорап СССР-ҙың оборона Халыҡ комиссарына мөрәжәғәт ителә. Башҡорт кавалерия дивизияһының штаттар структураһында истребителдәр танкыға ҡаршы артиллерия полкы ҡаралмауы сәбәпле ул уның составына тапшырылмай.
Башҡорт республикаһының Хәрби комиссариаты ИПТАП-тың ойошторолоу мәсьәләләре менән туранан-тура шөғөлләнә: полктың шәхси составын комплектлау өҫтөндә эшләй һәм техниканы алыу өсөн нарядтар төҙөй. Көньяҡ — Урал хәрби округы штабы полкты командирҙар составы менән тәьмин итә, ә Башҡорт АССР-ның Халык комиссариаты советы — матди средстволар, транспорт һәм аҙыҡ-түлек менән. 1943 йылдың май айында полктың формалаштырыуы башлана, ә 1943 йылдың июль башында был эш тамамлана һәм часть фронтҡа оҙатыла. 1292-се истребителдәр танкыға ҡаршы артиллерия полкы 17-се запастағы уҡсылар бригадаһы базаһында булдырыла (Алкино ҡасабаһы)[1].
1943 йылдың 17 июлдән 17 ноябренә тиклем Салауат Юлаев исемендәге Башҡорт истребителдәр танкыға ҡаршы артиллерия полкы майор Кривенцов етәкселеге аҫтында Коломна өйрәнеү артиллерия лагере командующийы урынлашҡан Парфентьево ауылында фатирҙа тора. Бында полк уҡыуын һәм тулыландырыуын дауам итә.
Полктың хәрби хәрәкәттәре
Ноябрь айында 1-се Украина фронты артиллерия командующийы ҡарамағына индерелә. 1943 йылдың 1 декабренән 1292-се ИПТАП хәрби хәрәкәттәр районына килеп сыға һәм 60-сы армия артиллерия командующийының оператив етәкселеге аҫтында була.
Полк Днепр йылғаһының уң ярындағы Украинаны (Правобережная Украина) азат итеү өсөн барған көрәштең беренсе этап барышында (Житомир - Бердичев операцияһы) ҡатнаша. 121-се Рыльск-Киев уҡсылар дивизияһын обороналау һыҙатында хәрәкәт иткән Салауат Юлаев исемендәге ИПТАП-тың 1943 йылдың 6 декабрендә беренсе алышы була, уның барышында полк 48 танк, 300 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Шул уҡ ваҡытта полк үҙенең бөтә булған ҡоралын тиерлек юғалта, 19 танкыға ҡаршы пушка (ЗИС-3) һәм авторанспорттың 40 проценты сафтан сыға. 580 кешелек шәхси составынан 35 яугир яралана, 123 — хәбәрһеҙ юғала һәм 24 кеше, шул иҫәптән полк командирының сәйәси яҡтан урынбаҫары майор И. А. Мигалов, 4-се батарея командиры, өлкән лейтенант А. А. Пилюгин, 6-сы батарея командиры, лейтенант М. С. Назаров һәм башҡалар һәләк була. Шуның өсөн 1-се Украина фронтының артиллерия командующийының 1944 йылдың 6 ғинуарындағы 08 һанлы бойороғона ярашлы 1944 йылдың 10 ғинуарында подполковник И. Е. Локша етәкселегендәге 1292-се ИПТАП фронт районынан сығарыла һәм тулыландырыу өсөн Тамбов ҡалаһына ебәрелә[2]
1944 йылдың февраль айында Салауат Юлаев исемендәге полк штат буйынса шәхси составы һанын тултыра, транспорт һәм ҡорал менән етерлек рәүештә тәьмин ителә. 1944 йылдың мартында полк Юғары командованиеһы Резервының 37-се айырым истребителдәр танкыға ҡаршы артиллерия бригадаһына инә һәм май айында бригада составында Житомир ҡалаһына барып етә. 1944 йылдың 16 июлендә 37-се ОИПТАБр составында Юғары баш командующий Резервынан ҡабаттан 1-се Украина фронтының артиллерия командующийы ҡарамағына инә. 17 июлдә полк 37-се ОИПТАБр составында гвардия подполковнигы И.Е. Локша етәкселегендә Лаврува районына ебәрелә һәм генерал М. Е. Катуков командованиеһы аҫтында 1-се Украина фронтының 1-се гвардия танк армияһы артиллерия командующийы оператив буйһоноуына инә. 1944 йылдың 25 июлендә С. Юлаев исемендәге полк 46-сы гвардия танк бригадаһы менән берлектә Сан йылғаһын (Родымно районында) һуғышып аша сыға һәм дошмандың контратакаларын кире ҡағып, хәрәкәтләнмәле частарға йылға аша сығыуҙы һәм артабан уларҙың Пшемысль ҡалаһы йүнәлешендә хәрәҡәт итеүен тәьмин итә. Был районда полк 4 танкты, 2 САУ, 7 танкҡа ҡаршы орудиеһын, 8 пулемётты, 2 миномётлы батареяһын, 16 арбаны юҡ итә; 170 тиклем дошман ғәскәре һалдаты һәм офицеры үлтерелә һәм яралана. 1292-се ИПТАП яғынан юғалтыуҙар булмай.
1944 йылдың 31 июленән 1 авгусына ҡараған төндә Копшевница районында Салауат Юлаев исемендәге полк 40-сы танк бригадаһы менән берлектә һуғышып Висла йылғаһы аша сыға һәм бик ауыр алыштар алып бара. Висла плацдармы өсөн барған алыштарҙа 1944 йылдың 1-нән 4-се авгусҡа тиклем полк 2 һыу аша сығыу урынын (переправа) емерә, 2 үҙе йөрөй торған орудиены ҡыйрата; 2 күҙәтеү посы, 26 арба, 10 автомашина, 300 тиклем дошман һалдаты һәм офицеры яралана һәм үлтерелә. Полктың үҙенән 8 кеше һәләк була, ә техникала һәм ҡоралда юғалтыуҙар булмай. 1944 йылдың 3 авгусынан 4 авгусҡа ҡараған төндә гвардия подполковнигы И.Е. Локша етәкселегендә 1292-се ИПТАП 8-се механизацияланған Карпаты янындағы корпусҡа (Прикарпатский корпус) буйһоноуға тапшырыла һәм Богория, Опатув йүнәлешендә 19- сы гвардия механизацияланған бригада менән берлектә һөжүм алыштары алып бара. Был районда 3 танк, 12 автомашина, 6 танктарға ҡаршы орудие, 8 пулемёт, 2 миномётлы батарея, 18 арба юҡ ителә; 150 тиклем дошман һалдаты һәм офицеры үлтерелә һәм яралана. 1292-се ИПТАП яғынан юғалтыуҙар булмай. Артабан полк 44-се танк бригадаһына буйһоноуға инә һәм 1944 йылдың 9 авгусында Лопота ауылы районында (Сандомирҙан төньяҡ - көнбайыш яғына ҡарай) дошмандың контрһөжүмен өс көн дауамында, 1944 йылдың 9 -11 авгусында, кире ҡаға. Пехотаның ярҙамынан тыш 18 контратаканы кире ҡаға һәм алынған рубежды тотоп ҡала. Полк «фердинанд» тибындағы 5 үҙе йөрөй торған орудиеһын, 4 «пантера» танкын емерә, 8 Т-4 танкын , 5 миномётлы батареяһын, 2 күҙәтеү пунктын ҡыйрата, 800 тиклем дошман һалдаты һәм офицеры үлтерелә һәм яралана. 1292-се ИПТАП яғынан 116 кеше һәләк була һәм яралана, 27 кеше хәбәрһеҙ юғала, 19 пушка, 11 автомашина юҡҡа сыға[3].
1944 йылдың 20-се авгусынан 31 авгусҡа тиклем Богория районында полкты тулыландырыу башҡарыла. 1944 йылдың 15 сентябрендә 1292-се ИПТАП оператив буйһоноуға 305-се уҡсылар дивизияһы артиллерия командующийына, ә һуңынан — 14-се гвардия уҡсылар дивизияһына бирелә. Дукле перевалы — Поляны ауылы алыштарында полк 6 танкы, 8 танкыға ҡаршы орудиеһы, 21 арба ҡыйрата, 800 тиклем дошман һалдаты һәм офицеры үлтерелә һәм яралана. 1292-се ИПТАП яғынан 13 кеше һәләк була, 23 кеше яралана, 27 кеше хәбәрһеҙ юғала, 3 автомобиль һәм 1 пушка сафтан сығарыла.
1945 йылдың 12 ғинуарында Салауат Юлаев исемендәге 1292-се Башҡорт истребителдәр-танкыға ҡаршы артиллерия полкы подполковник И. Е. Локша етәкселегендә Сандомир плацдармында дошман ғәскәре оборонаны йырған саҡта артиллерия һөжүмендә ҡатнаша. Һуңынан Хмельник, Енджеюв, Кружлев, Жутно, Радомско, Вжесня һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың 19 ғинуарында С. Юлаев исемендәге полк яуҙар менән Германия сиген үтә һәм 7-се механизацияланған корпус менән берлектә Бреслау ҡалаһын ҡамай. 12 февралдә 7-се механизацияланған корпустың 26-сы механизацияланған бригадаһы менән бергә Кант ҡалаһын ала. Полк 2 үҙе йөрөй торған артиллерия королмаларын, 6 танкты юҡ итә, 200 тиклем дошман һалдаты һәм офицеры яралана һәм үлтерелә. 1292-се ИПТАП яғынан 1 кеше һәләк була һәм 7 кеше яралана[2].
1945 йылдың 7 майында Салауат Юлаев исемендәге 1292-се Башҡорт истребителдәр-танкыға ҡаршы артиллерия полкы подполковник Шиловский етәкселегендә Штригау ҡалаһы районында 125-се уҡсылар дивизияһының һәм 26-сы танк полкының һөжүмендә ярҙам итә. 8-се майҙан 10 майға тиклем полк Фрайбург, Вальденбург, Готессбург, Трутенау ҡалалары йүнәлешендә сигенгән дошманды эҙәрлекләүҙә ҡатнаша. Һуңынан Тейхау, Уллерендорф ауылдарын, Фрайбург Һәм Вальденбург ҡалаларын баҫып ала. Полк 9 пулемёт, 2 үҙе йөрөй торған артиллерия ҡоролмаларын, 12 танкҡа ҡаршы орудиелар һәм 70 йөк тейәлгән арба ҡыйрата. 1945 йылдың 13 майында 1292-се ИПТАП Трутенау ҡалаһына (Чехословакия) ебәрелә. Был ваҡытта полктың шәхси составы 80 % тулыландырылған була һәм 100 % кимәлендә техникалы һәм ҡораллы була. Полк менән Г. М. Жиманский етәкселек итә .
Бөтә хәрби хәрәrәттәре дауамында Салауат Юлаев исемендәге полк тарафынан 79 танк (шул иҫәптән 4 "пантера"), 13 үҙе йөрөй торған орудие (шулар эсендә 5 "фердинанд"), 22 пулемёт, 4 күҙәтеү пункты, 25 автомашина, 151 арба юҡ ителә, 2 һыу аша сыға торған урын (переправа) емерелә, 2 мең дошман һалдаты һәм офицеры яралана һәм үлтерелә. 1292-се ИПТАП яуҙар менән 2 154 км үтә[3].
Наградалары
Күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлығы өсөн 573 яугир дәүләт наградалары менән бүләкләнә.
Награда төрө | Бүләкләнеүселәр һаны[2] |
---|---|
Ҡыҙыл Байраҡ ордены | |
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены | |
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены | |
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены | |
III дәрәжә Дан ордены | |
"Батырлыҡ өсөн" медале | |
"Хәрби ҡаҙаныштары өсөн" медале |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- РККА - ның Истребителдәр - танкыға ҡаршы артиллерияһы
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (СССР)
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.