Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҙнағолов Рафаил Ғәйнетдин улы (13 февраль 1941 йыл — 23 ғинуар 2015 йыл) — тел белгесе, педагог-методист. 1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, 1978 йылдан — Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре, 2004 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты, педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998).
Аҙнағолов Рафаил Ғәйнетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 13 февраль 1941 (83 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡыуандыҡ районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Рафаил Ғәйнетдин улы Аҙнағолов 1941 йылдың 13 февралендә Чкалов өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Үрге Үтәғол ауылында тыуған. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, 1978 йылдан — Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалында өлкән һәм төп ғилми хеҙмәткәр, 2004 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.
Дөйөм алғанда 200-ҙән ашыу булған фәнни хеҙмәттәре диалектология, лексикография һәм башҡорт телен уҡытыу методикаһына арналған. Улар араһында Башҡорт теленең орфография һүҙлеге (1998 йыл), Башҡортса-русса мәктәп һүҙлеге (2003 йыл), Башҡортостандың күренекле яҙыусылары ижадына арналған йыйынтыҡтары, шулай уҡ төрлө йүнәлештәге методик ҡулланмалар киң билдәле.
Ғалим гәзит һәм журналдар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте, матбуғатта әҙәби-тәнҡит, әҙәби-аналитик мәҡәләләре менән даими сығыш яһаны.
Мәғарифты үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн 2014 йылда Рафаэль Ғәйнетдин улы Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Константин Ушинский миҙалы менән бүләкләнде.
2015 йылдың 23 ғинуарында ҡаты ауырыуҙан вафат булды.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.