Хәбиров Радий Фәрит улы
Башҡортостан Республикаһының Башлығы From Wikipedia, the free encyclopedia
Хəбиров Радий Фəрит улы (20 март 1964 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. 2019 йылдың 19 сентябренән — Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008). Александр Невский ордены кавалеры (2021).
Хәбиров Радий Фәрит улы | |
рус. Радий Фаритович Хабиров | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 март 1964 (60 йәш) |
Тыуған урыны | Һайран, Һайран ауыл советы, Ишембай районы |
Атаһы | Хәбиров Фәрит Барый улы |
Әсәһе | Хәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙы |
Туған тел | башҡортса |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе, сәйәсмән, юғары мәктәп уҡытыусыһы, адвокат |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт университеты Республика йорто |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһы Башлығы |
Уҡыу йорто |
Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты Билкент университеты |
Ғилми дәрәжә | юридик фәндәр кандидаты[d] (1998) |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | glavarb.ru/eng |
Хәбиров Радий Фәрит улы Викимилектә |
Биографияһы
Радий Фəрит улы Хəбиров 1964 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. Был ваҡытта атаһы Хәбиров Фәрит Барый улы мәктәп директоры булып эшләгән, тап ул ағас мәктәп урынына кирбестән яңы бина һалдыртҡан[1]. Әсәһе Хәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙы — шулай уҡ педагог.
Улдарына 6 йәш тулғанда ғаилә Ишембай ҡалаһына күсенгән[1].
1981—1982 — Витязь компанияһының Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында фрезеровщик өйрәнсеге.
Классик һәм грек-рим көрәше буйынса спорт мастерлығына кандидат (ДЮСШ № 2, Ишембай)[2])
1982—1984 — СССР Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә.
1984—1989 — Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты студенты.
1989—1992 — Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының дәүләт хоҡуҡиәте һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты, БДУ-ның студенттар профсоюз комитеты рәйесе.
1992—1994 — Билкент университеты магистранты, Анкара, Төркиә.
1994—1998 — Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының өлкән уҡытыусыһы.
1998—2002 — Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының деканы, доцент.
2002—2003 — Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының директор вазифаһын башҡарыусы, артабан — директоры.
Сентябрь 2003 — июль 2008 — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе.
27 август 2008 — декабрь 2008 — Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығының Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм сәйәси партиялар менән бәйләнеш буйынса департаменты директоры.
2009 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Президенты Эске сәйәсәт буйынса идаралығының начальник урынбаҫары.
19 сентябрь 2016 — Рәсәй Федерацияһы Президенты Эске сәйәсәт буйынса идаралығының начальник урынбаҫары вазифаһынан китеү тураһында ғариза яҙа[3].
25 ғинуар 2017 — Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлығы вәкәләттәрен ваҡытлыса башҡарыусы
28 март 2017 — 11 октябрь 2018 йыл — Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлығы
2018 йылдың 11 октябрь — 8 сентябрь 2019 йыл — Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[4].
2019 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп һайланды[5].
2019 йылдың 19 сентябренән — Башҡортостан Республикаһы Башлығы[6].
2020 йылдың 27 ғинуарында Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советының президиум ағзаһы итеп раҫланды[7][8].
2021 йылдың 10 сентябрендә Рәсәй Президенты Александр Невский ордены менән бүләкләне[9].
Өҫтәмә мәғлүмәт
- Юридик фәндәр кандидаты[10], 30-ҙан ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
- Инглиз телендә иркен һөйләшә[11], диссертацияһын шул телдә яҡлаған[12].
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008).
- Рәсәй Федерацияһының 2 класлы ғәмәлдәге дәүләт кәңәшсеһе (РФ Президентының 520-се Указы, 2009 йыл, 7 май)[13].
Матбуғатта әңгәмәләре
- Юрий Васильев. Как сделать Башкирии «якшырак». Взгляд. Деловая газета. 2 сентября 2019 года[14].
- Елена Мухаметшина. Врио главы Башкирии: «Стерильных выборов не бывает». Радий Хабиров рассказывает, почему ушел из администрации президента, и рассуждает, отчего разное время требует своих губернаторов. Электронное периодическое издание «Ведомости», 22 января 2019 года[15].
- Галина Ишмухаметова. Радий Хабиров: «Я не публичный человек, я управленец…». Журнал «Уфа», 2003 год[12].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008)
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (11 апрель 2014 йыл)[16]
- Ҡырым Республикаһының «Бурысҡа тоғролоҡ» ордены (13 март 2015 йыл)[17]
- Луганск Халыҡ Республикаһының «Еңеүҙең 75 йыллығы» юбилей миҙалы (22 декабрь 2020 йыл)[18]
- Александр Невский ордены (2021).
Ғаиләһе
- Атаһы — Хәбиров Фәрит Барый улы
- Әсәһе — Хәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙы
- Лариса Лукьянова менән беренсе никахынан (1987—2013) ҡыҙҙары Светлана (Градволь) һәм Рита.
- Икенсе ҡатыны — Каринэ Хәбирова (9.12.1982), улдары Фәрит [19] һәм Тимер[20].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.