From Wikipedia, the free encyclopedia
Петр IV Рареш (1487 тирәһе — 3 сентябрь 1546) — 1527—1538 һәм 1541—1546 йылдарҙа Молдавия кенәзлеге господары, Стефан III Бөйөктөң улы.
Пётр IV Рареш | |||
рум. Petru Rareş | |||
| |||
---|---|---|---|
1527 — 1538 | |||
Алдан килеүсе: | Стефан IV (Молдавия хакимы) | ||
Дауамсы: | Стефан V Лакуста | ||
| |||
1541 — 1546 | |||
Алдан килеүсе: | Александр Корня | ||
Дауамсы: | Илья II Рареш | ||
Тыуған: | 1487 Хырлэу[d], Яссы[d], Молдова кенәзлеге[d] | ||
Үлгән: | 3 сентябрь 1546 Сучава[d], Молдова кенәзлеге[d] | ||
Нәҫел: | Мушаты | ||
Атаһы: | Бөйөк Стефан III | ||
Әсәһе: | Maria Rareș[d] | ||
Ҡатыны: | Елена, Иоанн Бранковичтың ҡыҙы | ||
Балалары: | Илья II Рареш, Стефан VI Рареш, Янку Сасул (бастард) | ||
1526 йылда Венгрия Мохач янындағы алышта еңелә. Был ваҡиға Ғосман империяһының көсәйеүенә алып килә. Был шарттарҙа 1527 йылда власҡа килгән Петр IV Рареш ғосмандарға түләгән яһаҡты 8 меңдән 10 мең алтынға тиклем арттырырға мәжбүр була. Петр IV Рареш тышҡы сәйәсәтте бик әүҙем алып бара. 1530 йылда ул ҡабаттан Покутьены (Богдан III Салыш хакимлығы осоронда, 1505 йылда, сираттағы мәртәбә юғалтылған) ҡайтарырға була. 1530 йылдың ҡышында молдаван ғәскәрҙәре бәхәсле территорияны баҫып алалар, әммә поляк армияһы 1531 йылдың 22 авгусында Обертынь янындағы алышта уларҙы ҡыйратҡандан һуң, молдаван ғәскәрҙәре артҡа сигенәләр. 1532 йылда Польша менән солох килешеүе төҙөлә.
Атаһының үҙәк хакимиәтен көсәйтеү буйынса сәйәсәтен дауам итергә тырыша. Ваҡ боярҙарға таянып, эреләрҙең йоғонтоһон сикләй. Аҙаҡҡыларҙың ҡәнәғәтһеҙлеге заговорға (йәшерен һүҙ ҡуйышыуға) алып килә.Петр Рареш Молдавияны төрөк өҫтөнлөгөнән азат итеүгә әҙерлек башлай һәм ошо маҡсат менән күп кенә дәүләттәр менән бәйләнештәр булдыра. 1533 йылда яңы союздаштар табырға маташып, Петр IV Рареш илселәрен Рәсәйгә йүнәлтә. 1535 йылда Фердинанд I Габсбург менән ғосмандарға ҡаршы йәшерен килешеү төҙә. Европала Осман империяһының Персия менән һуғышҡа йәлеп ителеүен үҙ файҙаһына әйләндереүҙе планлаштырған Изге лига барлыҡҡа килә. 1538 йылда Молдавияға Сөләймән солтан етәкселегендә төрөк армияһы йүнәлә, көнсығыштан — ҡырым татарҙары, ә төньяҡтан поляктар баҫып инә. Петр Рарештың ғәскәрҙәре башта ғосмандарға ҡаршылыҡ күрһәтәләр, хатта Хотин янында уларҙы ҡыйраталар ҙа, әммә төрөк армияһы Сучавы кенәзлегенең баш ҡалаһын алғандан һәм боярҙарҙың хыянатынан һуң, Петр Рареш илдән ҡасып китә. Ошо ваҡыттан Молдавия бөтөнләй Ғосман империяһы хакимлығы аҫтында ҡала. Солтан Прут менән Днестр араһындағы өлкәләрҙе үҙенә буйһондора, ә ҡырым татарҙарына Буджак эләгә.
Стефан V Лакуста заговор арҡаһында һәләк була, Александр Корня шулай уҡ төрөк хаҡимлығынан азат ителеүҙе теләй. Ошо хәлдә 1541 йылда Петр Рареш төрөк солтанынан Молдавия тәхетен алып, ҡабаттан господарь булып китә. Әммә бының өсөн ул яһаҡтың күләмен 12 мең алтынға тиклем арттырырға йөкләмә ала, 1538 йылдағы территориаль юғалтыуҙарҙы таный. Сучавала төрөк гарнизоны урынлаша, ә улы Илья аманат сифатында Истанбулға китә. Петр был юлы ла үҙәк власты нығытыу менән шөғөлләнмәй, бояр оппозицияһы етәкселәрен язалай. 1542 йылда ул Габсбургтар менән килешеү төҙөй, төрөктәргә ҡаршы көстәрҙе хәстәрләй, матди ярҙам алып, Рәсәй менән бәйленештәрҙе өҙмәй.
Ҡатыны -Серб деспоты Иоанн Бранковичтың ҡыҙы (-1552) Елена[1]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.