Пицунда
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Пицунда (абх. Пицунда, груз. ბიჭვინთა — Бичвинт) — Абхазиялағы ҡала (2007 йылдың 10 июненән, алдараҡ — ҡала тибындағы ҡасаба)[3][4], өлөшләтә танылған Абхазия Республикаһының Гагра районында урынлашҡан, Грузияның административ бүленешенә ярашлы — Абхаз Автономиялы Республикаһының Гагра муниципалитетындағы ҡасаба[5], Кавказдың Ҡара диңгеҙ яры буйындағы шул уҡ исемле моронда диңгеҙ буйы, Гагранан көньяҡҡа ҡарай 25 км алыҫлыҡта ята.
Пицунда | |
абх. Пицунда груз. ბიჭვინთა | |
Рәсми атамаһы | Пицунда һәм ბიჭვინთა |
---|---|
Рәсми тел | абхазский язык[d] һәм Грузин теле |
Дәүләт |
Грузия Автономная Республика Абхазия[d] |
Административ-территориаль берәмек | Гагрский муниципалитет[d] һәм Абхазская Автономная Советская Социалистическая Республика[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 4107 кеше (2019)[1] |
Туғандаш ҡала | Дмитров[d] һәм Курск[2] |
Алыштырған | Pityus[d] |
Номер тамғаһы коды | ABH |
Пицунда Викимилектә |
Пицундала беренсе ауылдар беҙҙең эраға тиклем IV быуатта уҡ барлыҡҡа килгән.
Телсе О. Н. Трубачевтың белгестәр менән тап килмәгән версияһы буйынса[6], ҡала атамаһы боронғо һинд ария теленә *pitunda — ҡарағай барып тоташа[7].
Һуңынан гректар тарафынан моронда боронғо ҡала һәм Питиунт портына нигеҙ һалына (бор. Πιτυοῦς, Ҡарағай). Беҙҙең эраға тиклем II быуат аҙағында — I быуат башында, ул эллин Понтик батшалығына инә.
Беҙҙең эраға тиклем I быуатта Пицундала рим ҡәлғәһе урынлаша, , ә IV быуат урталарында бында Кавказ христиан диненең үҙәгенә нигеҙ һалына. 407 йылда Пицундала Изге Иоанн Златоуст, Константинополь архиепискобы вафат була. Пицунда соборының алтары аҫтында уға кәшәнә ҡоролған, унда изгенең мәйетенең өлөштәре һаҡлана.
780 йылдарҙа Питиунт Абхаз батшалығы составына, ә X быуаттан— берләшкән Абхаз-Грузин дәүләте составына инә. XI быуаттан Пицунда Бичвинта исеме аҫтында грузин сығанаҡтарында телгә алына.
XIV—[XV быуат]]тарҙа бында Пецонда генуя факторияһы урынлаша (итал. Pezonda).
XVII—[XVIII быуат]]тарҙа ҡала Ғосман империяһы власы аҫтында була, ә XIX быуат башынан Абхазия менән бергә Рәсәй Империяһы составына инә.
1950 йылдарҙағы археологик ҡаҙылмалар ғибәҙәтханаларҙың ҡалдыҡтарын (шул иҫәптән мозаикалыиҙәндәре менән IV—V быуаттар базиликаһын), ҡәлғә һәм тораҡ ҡоролмаларын, мунсаларҙы таба.
1990 йылдар башында Пицунда грузин-абхаз конфликты үҙәктәренең береһе була.
Ҡала Ҡара диңгеҙҙең Пицунда бухтаһы яры буйында шул уҡ исемле моронда урынлашҡан.
Пицундала климат дымлы урта диңгеҙ субтропик, Гагра климатына оҡшаш. Йәй йылы (августа температура +29 °C), ҡыш йомшаҡ, ғинуарҙа яҡынса температура +11 °C, уртаса йыллыҡ температура +16,5 °C.
Яуым-төшөм (яҡынса 1400 мм/йыл) бөтә йыл буйына була, башлыса ямғыр булараҡ яуа.
1959 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Пицундала 911 кеше йәшәй, күпселеген урыҫтар тәшкил иткән[8][9].
1989 йылда Пицундалы 10146 кеше йәшәгән[10], улар араһында урыҫтар өҫтөнлөк иткән (41 %), грузиндар (23 %), абхаздар (16 %), әрмәндәр (5 %) һ. б. (5 %) тәшкил иткән[11][12].
1990 йылда хәрби хәрәкәттәр башланғандан һуң, грузин һәм рус халҡы ҡырҡа кәмей. 2003 йылда Абхазия Республикаһы властары үткәргән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡаланың халҡы 3842 кеше тәшкил итә[13].
СССР тарҡалғандан һуң курорттарының популярлығы кәмей, шуға ҡарамаҫтан, ҡалаға Рәсәй туристары әүҙем йөрөй.
2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Пицунда ҡалаһы халҡы 4198 кеше тәшкил иткән, уларҙан 2465 кеше — абхаздар (58,7 %), 1144 кеше — урыҫтар (27,3 %), 180 кеше — әрмәндәр (4,3 %), 135 кеше — грузиндар (3,2 %), 93 кеше — украиндар (2,2 %), 181 кеше — башҡа милләт кешеләре (4,3 %)[14]
Ҡалала һәм уның тирә-яҡтарында ял итеү ныҡ үҫешкән, шәхси ҡунаҡ йорттары һәм бәләкәй ҡунаҡханалар туристарҙы ҡабул итә.
Пицунда яры буйында ҡунаҡханалар, пансионаттар урынлашҡан.
Пансионаттарҙың берләшмәһә «Пицунда» курорты диңгеҙ яр буйында реликт ҡарағайы ҡулҡыһы уратып алған Пицунда мороно янында урынлашҡан, был ете 14 ҡатлы корпустар: «Маяҡ», «Амзара», «Амра», «Колхида», «Золотое руно», «Бзыбь», «Апсны».
Башҡа пансионаттар:
Пицунда пляждары ҡомло-ҡырсынлы, диңгеҙ янында ҡырсынташ һыҙаты, ҡарағайҙар янында ҡом һыҙаты. Пляждары киң.
Совет осоронда Пицундала рәсми булмаған нудистар пляжы булған. Уны сит ил туристары (башлыса Германиянан), шулай уҡ ирекле ҡарашлы ҡайһы бер совет сәнғәт эшмәкәрҙәре ойошторған. Ваҡыт үтеү менән пляжда ябай совет граждандары ла ял итә башлай.
Пицундаға сәғәт һайын Гагранан һәм кирегә автобус йөрөй. 5-се һанлы маршрутты (Гагра ҡалаһы, Гагарин — Лдзаа, Рыбзавод) Гагра ПАТП хеҙмәтләндерә. «Богдан» А092 һәм Мерседес-Benz O325 Türk автобустары ҡулланыла. Шәхси маршрут таксиҙары ла эшләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.