Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ольборг (дат. Aalborg [ˈʌlb̥ɒːˀ]) — Данияла, Төньяҡ Ютландияның үҙәгендә ҡала. Халҡы 104 885 кеше тәшкил итә (2012). Уның Лим-фьордтағы географик урыны Урта быуатта ҡаланың мөһим гавань, ә һуңыраҡ — сәнәғәт үҙәге булыуына булышлыҡ итә. Бөгөн Ольборг сәнәғәт ҡалаһынан фәнни үҙәккә күсеү осорон кисерә. Быға 1974 йылда барлыҡҡа килгән Ольборг университеты булышлыҡ итә. Ольборгта хәрби-һауа базаһы урынлашҡан. Ҡала лютеран епархияһы үҙәге.
Ольборг | |
дан. Aalborg | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 16 июнь 1342 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Aalborg |
Этнохороним | alborghesi |
Дәүләт | Дания[1][2] |
Административ үҙәге | Северная Ютландия[d], Ольборг (коммуна), Ольборг[d], Ольборг[d] һәм Ольборг[d] |
Административ-территориаль берәмек | Ольборг (коммуна) |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Хөкүмәт башлығы | Thomas Kastrup-Larsen[d] |
Халыҡ һаны | 113 417 кеше (1 ғинуар 2017)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 5 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Эдинбург[4][5][6] һәм Гдыня[d][7][8][9][…] |
Майҙан | 139 ± 0 км² |
Почта индексы | 9000, 9200, 9210, 9220, 9008, 9020, 9100 һәм 9400 |
Рәсми сайт | aalborg.dk |
Вики-проект | Q59079020? |
Урындағы телефон коды | 9 |
Ольборг Викимилектә |
Ольборгтың тарихы мең йылдан ашыу элек башлана. Башта был Лим-фьюрдта сауҙа урыны була. Ольборг Алабу исеме аҫтында 1040 йылғы тәңкәлә телгә алына. Ҡаланың исемен икенсе төрлө Алебу тип уҡырға була, яҡынса тәржемәһе «шишмә янында күп халыҡлы урын» тигәнде аңлата.
Урта быуаттарҙа Ольборг ныҡ үҫешә, ул Данияның иң эре ҡалаларының береһе була. Ҡаланың мул тормошо 1516 йылда сельдь һатыуға монополия алғас тағы ла нығына.
Ҡала хоҡуҡтарын Ольборг 1342 йылда ала, 1554 йылда епархия ойошторола.
1940 йылда Данияның немец оккупацияһы ваҡытында, Ольборгтағы аэропортты немец десантсылары баҫып ала. Ольборг тарихта десант ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынған беренсе ҡала була.
Ольборг климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 3,1 | 3,1 | 6,8 | 12,3 | 16,2 | 19,1 | 21,8 | 21,5 | 17,7 | 12,4 | 7,9 | 3,8 | 12,1 |
Уртаса температура, °C | 1,3 | 0,9 | 3,5 | 8,0 | 11,9 | 15,0 | 17,8 | 17,6 | 14,1 | 9,4 | 5,8 | 2,0 | 8,9 |
Уртаса минимум, °C | −0,6 | −1,3 | 0,2 | 3,8 | 7,7 | 10,9 | 13,8 | 13,7 | 10,5 | 6,5 | 3,7 | 0,1 | 5,8 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 32 | 28 | 21 | 22 | 27 | 33 | 45 | 36 | 34 | 40 | 35 | 32 | 385 |
Сығанаҡ: weatheronline.uk |
Ольборг Данияның иген, цемент һәм балыҡ экспортлаусы сәнәғәт һәм коммерция үҙәге булып ҡала, әммә күп предприятиелар ҡалала йә банкротлыҡ сәбәбе менән, йә икенсе илгә күсеү арҡаһында һуңғы йылдарҙа ябылған.
Ольборгта De Danske Spritfabrikker’s («Дат спирт эшкәртеүсе завод») эшләй — донъяла иң ҙур предприятие, ул көслө алкоголь — аквавит етештерә, 140-тан ашыу илдәргә сығара.
Aalborg industries компанияһы Ольборгта судно пар ҡаҙандары етештерә.
Ольборгта ел энергетик ҡоролмалары өсөн изделиелар етештерелә.
Ольборг шулай уҡ телекоммуникациялар сәнәғәтенең үҙәге булып тора. Күптән түгел Ольборгта Siemens Mobile (хәҙер — BenQ) бүлексәләренең береһе урынлашҡан була. Ольбола үҙәк (программасылар) Motorola тарафынан һатып алына.
1943 йылдан Ольборгта симфоник оркестр (Symfoniorkester Aalborg) эшләй. 2014 йылдан оркестрҙың төп майҙансығы — урындағы Музыка йорто (Musikkens Hus, 2014 йылда асыла, төп концерт залы 1300 самаһы тамашасыны һыйҙыра). Оркестр шулай уҡ Ольборг опера фестивален ойоштороусыларының береһе булып тора (2001 йылдан йыл һайын үткәрелә).
|
Ҡалып:Wikidata/SisterCities
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.