Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Оло Башҡортостан — ВЦИК-тың 1922 йылдың 14 июнендәге декреты нигеҙендә барлыҡҡа килгән яңы сиктәрҙәге Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың Көнсығыш менән Көнбайышы бергә ҡушыла. Оло Башҡортостан барлыҡҡа килеү менән СССР-ҙа йәшәгән башҡортарҙың 87%-ы Башҡорт АССР-ына берләшә, шул арҡала төп милләт сағыштырмаса һан күләме буйынса 2,5 тапҡырға үҫә. Оло Башҡортостан тигән атама 1930 йй. кантон-улус административ бүленеш бөтөрөлгәнгә тиклем ҡулланылған.
Викидатала элемент тултырылмаған |
ВЦИК ҡарар итә: «I. Өфө губернаһын бөтөрөргә, Өфө, Бөрө, Бәләбәй, Златоуст өйәҙҙәрен БАССР составына индерергә...» Махсус төҙөлгән комиссияның докладында республика X быуаттан алып йәшәгән халыҡтар, Башҡортостанды колонияға әүерелдереү, башҡорт ерҙәрен талау, баш күтәреүҙәр тураһында төплө тарихи белешмәләр бирелә. Унда төп халыҡ — аҫаба башҡорттарҙың Дим, Ағиҙел, Ыҡ йылғаларының түбәнге өлешөндә, Өфө губернаһынын Бәләбәй, Бөрө, Миңзәлә өйәҙҙәрендә йәшәүен раҫлаусы тарихи документтар булыуы әйтелә.
Башҡортостанды яулап алыу өсөн йөҙҙәрсә мең урыҫтар күсереп ултыртылған Өфө, Стәрлетамаҡ, Көнбайыш Башҡортостан —башҡорттарҙың борондан килгән ере, тик уның Башҡорт республикаһына индерелмәгән булыуы билдәләнә.
Автономияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Әхмәтзәки Вәлиди Башҡортостан автономияһы сиктәренең ысынбарлыҡтағы картаһын төҙөгән[1]. Был ерҙәр 1922 йылда барлыҡҡа киләсәк Оло Башҡортостан территорияһынан да киңерәк, сөнки уның эсенә Миңзәлә өйәҙе, Златоуст, Верхнеурал өйәҙенең бер өлөшө, шулай уҡ Троицк, Силәбе һәм Шадрин өйәҙҙәренең башҡорт улустары ингән булған[2]. Граждандар һуғышы ваҡиғалары менән бәйле Бөтөн башҡорт ҡоролтайының проекты тулыһынса тормошҡа ашырылмайса ҡалған, һәм автономиялы республика тик «Бәләкәй Башҡортостан» сиктәрендә генә барлыҡҡа килгән.
Граждандар һуғышы тамамланыу алдынан Башҡорт хөкүмәтенең бурысы булып республика территорияһын элекке Башҡорт кантондары нигеҙендә киңәйтеү мәсьәләһе торған. Башҡорт АССР-ы халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе Муллаян Дәүләтша улы Халиҡов Муллаян етәкләгән Комиссия Оло Башҡортостан составына Магнит (Әтәс) тауының тирә-яғындағы ерҙәрҙе (хәҙерге Магнитогорск ҡалаһы), Ырымбур ҡалаһын, тотош Өфө губернияһын, шул иҫәптән — Өфө ҡалаһын, Златоустың тау-завод районын, Архангель клинын, Ыҡ йылғаһы буйындағы Миңзәлә өйәҙенең башҡорт улустарын индереүҙе тәҡдим иткән.[3]
Хәмиҙуллин С. И. һәм Таймаҫов Р. С. раҫлауынса, Оло Башҡортостандың барлыҡҡа килеүендә 1920 йылда Өфө губернаһында тоҡанған Һәнәклеләр сығышы баш күтәреүселәренең Башҡордстанға Өфө губернаһын индереүҙе талап итеүсе лозунгылары ҙур роль уйнаған.
Оло Башҡортостан «Бәләкәй Башҡортостан», Силәбе губернаһына бирелгән Ялан кантонынан башҡа, һәм Бәләбәй, Бөрө, Өфө өйәҙе һәм бөтөрөлгән Өфө губернаһының бер өлөшө булған Златоуст өйәҙе территорияларын үҙ эсенә алған[4]. Автономиялы Республиканың баш ҡалаһы - Өфө.
1924 йылда Туҡ-Соран кантоны, Башҡорт АССР-ы составынан сығарылып, Ҡырғыҙ Автономиялы Социалистик Совет Республикаһына (1920—1925) бирелгән.
Административ яҡтан, Оло Башҡортостан Республикаһы территорияһы 8 кантондан торған: Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө[5].
Башҡордстан һәм Өфө губернаһы дәүләт органдарының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының РКП(б) обкомы, Үҙәк Башҡарма Комитеты (ЦИК), Халыҡ Комиссарҙары Советы (СНК), халыҡ комиссариаты барлыҡҡа килгән. Берләшкән ваҡытта яңы учреждениелар составында бөтөрөлгән Өфө губернаһы вәкилдәре күпселекте тәшкил иткән. Республиканың халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе посын Халиҡов Муллаян Дәүләтша улы Дһаҡлап ҡала. Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетының яңы рәйесе итеп Хафиз Ҡушай улы Ҡушаев тәғәйенләнә, 1922 йылдың сентябренә тиклем Башҡортостан өлкә комитеты менән Андрей Илья улы Жеханов етәкселек иткән, аҙаҡ - Борис Николай улы Нимвицкий.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.