Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы
ғалим-фольклорсы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
ғалим-фольклорсы From Wikipedia, the free encyclopedia
Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы (7 февраль 1936 йыл) — хеҙмәт ветераны, ғалим-фольклорсы. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1973 йылдан — өлкән, 1999 йылдан — төп, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре докторы (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 февраль 1936[1] (88 йәш) |
Тыуған урыны | Мораҙым[1] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге) |
Биләгән вазифаһы | ғалим[d][1] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы[1] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d][1] |
Әүҙемлек урыны | Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершина 1936 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районы Иҫке Мораҙым[2] ауылында тыуған. 1959 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
1954—1959 йылдарҙа Ауырғазы районында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ВЛКСМ-дың район комитетында бүлек мөдире булып эшләй.
1962 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фәнни эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнә: 1973 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1999 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр була.
Фәнүзә Нәҙершинаның ғилми эшмәкәрлеге башҡорт фольклорының афористик һәм сәсмә жанрҙарын өйрәнеү менән бәйле. Фольклор буйынса халыҡ-ара һәм төбәк конференцияларында, симпозиумдарҙа ҡатнаша. Бер нисә монография авторы. Халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен йыйыусы, башҡорт фольклорын руссаға тәржемә итеүсе булараҡ киң билдәле.
Ғалим күп томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» исемле башҡорт фольклоры өлгөләренең системалаштырылған ғилми баҫмаһын әҙерләп нәшер итеүҙә ҡатнаша. Уның тарафынан был серияның «Риүәйәттәр, легендалар» (1-се том, 1980; 2-се том, 1997), «Йомаҡтар» (1979), «Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр» (1980) китаптары төҙөлә һәм уҡыусыға тәҡдим ителә. Ошо ғилми хеҙмәт өсөн Фәнүзә Нәҙершина ғалим-фольклорсылар Әхнәф Харисов, Нур Зарипов, Лев Бараг, Мөхтәр Сәғитов һәм Әхмәт Сөләймәнов менән берлектә 1987 йылда Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була[3]. Ф. А. Нәҙершина 1993 йылда башҡорт фольклорының тағы бер жанры «Хөрәфәти хикәйә» жанры буйынса ғилми хеҙмәт тәҡдим итә[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.