рәссам, Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге Башҡорт АССР-ының Дәүләт премияһы лауреаты From Wikipedia, the free encyclopedia
Нурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбарый улы (4 сентябрь 1925 йыл — 23 август 1986 йыл) — рәссам. 1972—1980 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының бүлек мөдире. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1970) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
Рәшит Мөхәмәтбарый улы Нурмөхәмәтов | |
Файл:RNurmashametov.jpg | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Өфө |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Гражданлығы: | |
Жанр: |
пейзаж, портрет |
Уҡыған урыны: |
В. И. Суриков ис. Мәскәү художество институты |
Стиль: |
реализм |
Наградалары: |
|
Рәшит Мөхәмәтбарый улы Нурмөхәмәтов[1] 1925 йылдың 4 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1950 йылда Өфө художество училищеһын, 1956 йылда — В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлай. Мәскәү институтында уның педагогтары — Владимир Григорьевич Цыплаков һәм Василий Прокофьевич Ефанов. Өфөләге уҡытыусылары — рәссамдар Александр Эрастович Тюлькин һәм Порфирий Маркович Лебедев.
Нурмөхәмәтов портретта милли характерҙар галереяһын булдырыусы: РСФСР-ҙың халыҡ артисы Б. Вәлиева (1952), СССР-ҙың халыҡ артисы З. Насретдинова (1955), скульптор М. Якубов (1967), шағирМ. Кәрим (1971), композитор З. Исмәғилев (1974). Жанрлы композициялар эшләүсе: «Батыр тураһында легенда» (1967), «Шәриғәт ҡорбаны» (1969).
1960—1965 һәм 1971—1980 йылдарҙа ул — БАССР-ҙың Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. 1975 йылда БАССР-ҙың Юғары Советына депутат итеп һайлана.
Педагогик эшмәкәрлеге: 1972—1980 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта. Бында художество факультет асыуға тос өлөш индерерә (хәҙер академия). Уның уҡыусылары — И. Бикбулатов, Р. Зәйнетдинов, Р. Харисов, Р. Абдуллин, Г. Калитов, У. Мөхәмәтшин.
Төп эштәре: «Яҙыусы С. Агиштың портреты» (1953), «Балерина Зәйтүнә Насретдинованың портреты» (1955), «РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы В. А. Ғиззәтуллиндың портреты», «Скульптор М. Якубов».
Нурмөхәмәтовтың геройҙары «ябай кешеләр» — балта оҫталары, быраулаусылар, ғөмүмән, көндәлек хеҙмәт өҫтөндәге республика халҡы. Шундай эштәре араһында — «Һауынсы Рыҫҡолова» (1964), «Самауыр артында» (1961), «Чабан Дәүләтов» (1965), «Кәрим бабай» (1967), «Быраулаусы Ғәфүр» (1959).
Рәшит Нурмөхәммәтов үҙ ижадында хеҙмәт кешеһе йөҙөн эҙләүҙә «ҡырыҫ стиль» аша ла үтә. Уның «Төньяҡ сигендәге эш көндәре» (1972—1974), «Поляр арьяғына тәүге үткенсе» (1974) һәм башҡа шундай үҙенсәлекле эштәре бар. Иң яҡшы картиналары — «Нефть крайында» (1969), «Шәриғәт ҡорбандары» (1953—1969. Киндер, майлы буяу).
70-80-се йылдарҙа ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының портреттарын яҙа. 70-се йылдарҙа Төньяҡ сигендә һәм Алтайҙа булыу һөҙөмтәһендә жанрлы картиналар, портреттар һәм тәбиғәт күренештәре эшләнә: триптих «Төньяҡ сик өҫтәндә» (1972—1974), «Поляр арьяғына тәүге үткенсе» (1974), «Алтайҙағы көҙ» (1983).
Рәссамдың төп эштәренә шулай уҡ түбәндәгеләр инә: РСФСР-ҙың халыҡ артисы Баныу Вәлиева, к. м., 1952. А. П. Чехов Башҡортостанда, к. м., 1956. Хеҙмәт көнөнән һуң, к. м., 1956. Ҡалала тәүге тапҡыр, м. м., 1956. Нефтсе Ғәфүр, к. м., 1959. Оҫта Андрияшин, к. м., 1959. Самауыр артында, к. м., 1961. Тәслимә, к. м., 1963. Башҡортостан далаһында, к. м., 1964. Кәрим бабай, к. м., 1967. Чабан Дәүләтов, к. м., 1965. Батыр тураһында легенда, к. м., 1966—1967. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Ғиззәтуллиндың портреты, к. м., 1966—1967. Ял мәле, к. м." 1967. Шәриғәт ҡорбандары, к. м., 1960—1969. Нефть крайында, к. м., 1969. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең портреты, к. м., 1974. Композитор 3. Исмәғилевтың портреты, к. м., 1974. Әсә портреты к. м., 1974. Триптих «Төньяҡта эш көндәре», 1973—1974: Тәүге үткенсе, к. м., Вахтанан һуң. Дуҫтар, к. м. −60°, к. м., Триптих «Төньяҡты тәүгә үтеүселәр», 1974: Ямал — ер сиге, к. м. Төньяҡ сиге өҫтөндә, к. м. Бында ҡалаға нигеҙ һалынасаҡ, к. м. Һуғыш юлдарында, к. м., 1973—1975. Алжир тураһында иҫләү, к. м., 1977.
Нурмөхәмәтов — 1947 йылдан республика, зона, рәсәй, союз һәм сит ил (ГДР, МХР) күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы.
Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1970, 1975, 1986), Севастополь һәм Алма-Атала (1975), Ҡаҙанда һәм Ленинградта (1976).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.