бейеүсе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, атҡаҙанған артисы From Wikipedia, the free encyclopedia
Ноғманова Илүзə Ҡаһарман ҡыҙы (22 август 1972 йыл) — бейеүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1990—2013 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
Ноғманова Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 август 1972 (52 йәш) |
Тыуған урыны | Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | бейеүсе |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто |
Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Илүзə Ҡаһарман ҡыҙы Ноғманова 1972 йылдың 22 авгусында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1990 йылда Өфө хореография училищеһын (педагогы М. А.Кəримов), 2008 йылда А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһын (Санкт‑Петербург; педагогы Н. Б. Тарасова) тамамлаған.
1990—2013 йылдарҙа Фәйзи Ғəскəров исемендəге халыҡ бейеүҙəре ансамбле солисы, бер үк ваҡытта 2006—2008 йылдарҙа Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияла һəм 2010—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта. 2013 йылдан алып «Орион» балалар үҫмерҙəр ижады йорто, 2015 йылдан «Мираҫ» йыр һəм бейеү фольклор ансамбле директоры (икеһе лə — Өфө ҡалаһында), бер үк ваҡытта 2008 йылдан башлап Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.
Ноғманова Илүзə Ҡаһарман ҡыҙы сəнғəтенə сағыу темперамент, актёр оҫталығы һəм камил техника хас. Бейеүе аныҡ һəм теүəл хəрəкəттəр менән айырылып тора. «Бүлəк», «Гөлнəзирə», «Кадриль», «Ҡороҡсолар», «Кəркəүек» («Краковяк»), «Шаян ҡыҙҙар», «Яҙғы ташҡын» һ.б. бейеүҙəрҙə яңғыҙ партиялар башҡара. Кремль һарайы сəхнəһендə, П. И. Чайковский исемендәге, «Рəсəй» (бөтəһе лə — Мəскəү), «Октябрьский» (Санкт‑Петербург) һәм башҡа концерт залдарында сығыш яһай. Мəскəүҙə Башҡортостан Республикаһы көндəрендə (1997), Санкт‑Петербургта, Əзербайжанда (икеһе лə — 2001) Башҡортостан Республикаһы мəҙəниəте көндəрендə, Ҡаҙағстанда Рəсəй көндəрендə (Астана, 2004), Төркиәлə Башҡортостан Республикаһы көндəрендə (Истанбул ҡалаһы, 2006) ҡатнаша. Рəсəй буйлап һəм донъяның 20 илендə гастролдəрҙə була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.