From Wikipedia, the free encyclopedia
2014 йылдың 7 февраленән 23 февраленә тиклем Рәсәйҙең Сочи ҡалаһында үткән ҡышҡы Олимпия уйындарында Норвегиянан 134 спортсы спорттың ун ике төрөндә ҡатнаша. Олимпия уйындарын асыу тантанаһында Норвегия флагын тау саңғысыһы Аксель Лунд Свиндаль[1], ә ябыу тантанаһында Сочиҙағы Олимпия уйындарының ике тапҡыр чемпионы биатлонсы Эйнар Бьёрндален йөрөтә[2].
Норвегия ҡышҡы Олимпия уйындарында 2014 | |
Спорт төрө | олимпия спорт төрө[d] һәм ҡышҡы спорт төрҙәре |
---|---|
Ҡатнашыусы | 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары |
Дәүләт | Норвегия |
Циклдың өлөшө булып тора | Норвегия ҡышҡы Олимпия уйындарында |
Алдағы | Норвегия ҡышҡы Олимпия уйындарында 2010[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Норвегия ҡышҡы Олимпия уйындарында 2018[d] |
Ваҡиға ваҡыты | 2014 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Флагоносец | Свиндаль, Аксель Лунд[d] |
Норвегия ҡышҡы Олимпия уйындарында 2014 Викимилектә |
2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары Норвегия өсөн алдағы ике Ҡышҡы уйындарға ҡарағанда уңышлыраҡ була, унда 26 олимпия миҙалы: 11 алтын, 5 көмөш һәм 10 бронза миҙал яулай. Рәсми булмаған миҙал иҫәбендә Норвегия 1-се урынды биләй. Саңғысы Марит Бьёрген — өс алтын миҙал яулауға өлгәшкән өс спортсының береһе[3]. Уле Эйнар Бьёрндален, Эмиль Хегле Свендсен һәм Йорген Гробак Сочиҙа ике тапҡыр Олимпия чемпионы булалар.
Мартин Йонсруд Сундбиҙың скиатлонда бронза миҙал яулаған финишы ғауғалы була. Финишта Сундби рәсәйле Максим Вылегжанин юлын киҫеп үтә һәм уны өсөнсө булыу мөмкинлегенән мәхрүм итә[4]. Саңғы спорты буйынса Рәсәй Федерацияһы Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһына (ФИС) апелляция бирә. Әммә ФИС мөрәжәғәтте кире ҡаға, бронза миҙалды норвегта ҡалдыра һәм иҫкәртеү генә бирә[5].
|
|
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.