From Wikipedia, the free encyclopedia
Ниғәмәтйәнов Эмир Әнүәр улы (23 август 1950 йыл — 7 декабрь 2006 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ. Генерал-майор. 2002—2003 йылдарҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең баш кәңәшсеһе, 2003 йылда — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары, 2003—2006 йылдарҙа Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Рәсәй Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе. Социология фәндәре кандидаты (2005), философия фәндәре докторы.
Эмир Әнүәр улы Ниғәмәтйәнов 1950 йылдың 23 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1972 йылда Өфө авиация институтын (бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлағандан һуң «Башкирэнерго» производство берләшмәһендә инженер булып башлай. 1974 йылда СССР дәүләт именлеге органдарына хәрби хеҙмәткә алына. Унда ул оператив хеҙмәткәрҙән башлап, Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Сахалин өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә, «генерал-майор» хәрби дәрәжәһен ала.
Эмир Ниғәмәтйәнов 2006 йылдың 7 декабрендә баш мейеһе яман шешенән вафат булды. Өфөнөң «Көньяҡ» зыяратындағы Геройҙар аллеяһында ерләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.